Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 160


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРЕЗЕНТ
миссия йыйылышының председателе йәки маршалы итеп Кострома депутаты, прусс һуғышы геройы Бибиков һайлана. Ғ. Хөсәйенов. Йыйылыштың председателе, кутәрел-гән ҡулдарҙы һанағанда, бармағы менән төртөп һанай. А. Карнай.
2. Ҡайһы бер ойошмаларҙың етәксеһе. □ Председатель. Идара председателе. Колхоз председателе. Председатель булып эшләу. ■ Партия ағзаһы, профком председателе булараҡ, ул [Маһипәруәз] уҙен китапханала хужа итеп тоя. Ә. Хәкимов. [Назаров:] Аҙнаевтың тәҡдимдәре, минеңсә, бик эшлекле, улар хаҡында һәр председатель уйлап ҡарарға һәм иртәгә уҙ фекерен әйтергә тейеш. Н. Мусин.
ПРЕЗЕНТ [рус. < фр. present < лат. рге-sentare] (Р.: презент; И.: present; T.: hediye) и. ҡар. бүләк.
Кемгәлер ниндәйҙер тантана уңайы менән хөрмәтләп бирелгән нәмә. □ Презент, подарок. Иҫтәлекле презент. Кәҙерле презент. Презент биреу.
ПРЕЗЕНТАБЕЛЬ [рус. презентабельный < фр. presentable] (Р.: презентабельный; И.: presentable; decent; T.: prezentabl) с. ҡар. күрмәлекле.
Олпат, мөһабәт ҡиәфәтле. □ Презентабельный. Презентабель ир.
ПРЕЗЕНТАЦИЯ [рус. < Jixv.praesentatio] (Р: презентация; И.: presentation; T.: tanıtma) и. ҡар. исем туйы.
1. Яңы ойошманы, фильмды, журналды йәки китапты йәмәғәтселек хөкөмөнә тәҡдим итеү, таныштырыу, рәсми күрһәтеү сараһы; исем туйы. □ Презентация. / Презентационный. Фильм презентацияһы. Фирма презентацияһы. Презентация эшләу. ■ Мәғариф форумында фәнни-ғәмәли конференция, секция эше, ҡор, семинар, лекция, оҫталыҡ кластары, 20-гә яҡын презентация буласаҡ. «Башҡортостан», 28 март 2012.
2. Фәнни докладҡа, төрлө сығыштарға ҡушылған күргәҙмә материал. □ Презентация. Презентация әҙерләу. Презентация ҡулланыу.
ПРЕЗЕРВАТИВ [рус. < лат. praeservare] (Р: презерватив; И.: contraceptive; sheath; condom; T.: kondom) u.
Буйға ҡалыуҙан, енси ауырыуҙарҙан һаҡланыу сараһы. □ Презерватив.
ПРЕЗИДЕНТ [рус. < лат. praesidens] (Р: президент; И.: president; T.: cumhurbaşkanı) и.
1. Республика формаһындағы дәүләттәрҙә билдәле ваҡытҡа һайланған хөкүмәт башлығы. □ Президент. / Президентский. Президент һайлау. ■ Көҙгөлө залда 26 илдең башлыҡтары, президенттар, хөкумәт башлыҡтары, министрҙар, маршалдар алтын ялатылған ултырғыстарҙан урын ала. М. Хужин. [Министр урынбаҫары:] Федерация Советы ла раҫлап, Президент ҡул ҡуйһа, ул проект закон көсөнә инәсәк. Ә. Әминев.
2. Йәмғиәт йәки ҡайһы бер ойошмаларҙа, фирмаларҙа етәкселек итеү өсөн һайланған рәйес. □ Президент. / Президентский. Фәндәр академияһы президенты.
ПРЕЗИДИУМ [рус. < лат. praesidium] (Р: президиум; И.: presidium; T.: başkanlık konseyi) и.
1. Йыйылыш йәки кәңәшмәне алып барыу өсөн һайланған етәкселек. □ Президиум. Королтай президиумы. Йыйылыштың президиумы. Президиум һайланыу. ■ Сәхнә кеуегерәк итеп эшләнгән бейеклеккә президиум өсөн өҫтәлдәр ҡуйылған. С. Агиш. Заһит менән Аҙнабайҙы сәхнәгә президиум өҫтәле артына саҡырып алдылар. Ф. Әсәнов.
2. Ҡайһы бер йәмғиәт һәм ойошмаларҙың етәкселеге. □ Президиум. Башҡортостан Фәндәр академияһы президиумы. Президиум ағзаһы. ■ 1942 йылдың 25 мартында Юғары Совет Президиумы, Халыҡ Комиссарҙары Советы 112-се Башҡорт атлы дивизияһы менән хушлашыу тантанаһы ойошторҙо. Р. Өмөтбаев.
3. йыйн. Шул етәкселектә ағза булған кешеләр. □ Президиум. Президиум йыйыу.
ПРЕЗУМПЦИЯ [рус. < лат. praesumptio ‘фараз’] (Р: презумпция; И.: bill of fare; T.: karine) и. юр.
160