ПРЕПАРАТ
Киреһе иҫбат ителгәнгә тиклем дөрөҫ тип танылған фараз. □ Презумпция. Ғәйепһеҙлек презумпцияһы.
ПРЕЙСКУРАНТ [рус. < нем. Preiskurant] (Р.: прейскурант; И.: price-list; bill of fare; T.: fiyat listesi) и.
Тауарҙарҙың, төрлө хеҙмәттәрҙең хаҡы күрһәтелгән белешмә. □ Прейскурант. Төҙөлөш тауарҙары прейскуранты. Тарифтарҙың прейскуранты. ■ [Кәрим:] Бына һеҙгә прейскурант, шунда уҡ хаҡтары ла яҙылған. Н. Асанбаев.
ПРЕЛЮДИЯ [рус. < лат. praeludere] (Р.: прелюдия; И.: prelude; T.: prelüd) и.
1. му з. Ниндәйҙер музыкаль әҫәрҙең инеше булған инструменталь музыкаль пьеса. □ Прелюдия. Романсҡа прелюдия.
2. муз. Ҙур булмаған үҙ аллы музыкаль әҫәр. □ Прелюдия. Фортепьяно өсөн прелюдия. Шопен прелюдиялары.
3. Нимәнеңдер башланғысы, инеше, тәүге билгеһе, алды. □ Прелюдия. Оло ваҡиғалар прелюдияһы.
ПРЕМИАЛЬ (Р: премиальный; И.: bonus-bearing; T.: prim) с.
Премия өсөн билдәләнгән. □ Премиальный. Премиаль аҡса. Премиаль система.
ПРЕМИЯ [рус. < лат. praemium ‘бүләк’] (Р: премия; И.: bonus; premium; T: ödül) и.
1. Эш өлкәһендәге ҡаҙаныш өсөн бирелгән аҡсалата йәки матди бүләк. □ Премия. / Премиальный. Салауат Юлаев исемендәге дәуләт премияһына лайыҡ булыу. Премия алыу. ■ Ш. Бабич премияһы лауреаты Зөһрәнең ижад стиле башҡаларҙан бөтөнләй айырылып тора. «Ағиҙел», № 4,
2010.
2. Норманы арттырып үтәгән өсөн эш хаҡына өҫтәп бирелгән аҡса. □ Премия. / Премиальный. Премия яҙыу. Премия биреу. Премия аҡсаһы. ■ Сабир ағай, премия аҡсаһы алғас, берәй төрлө буләк алып ҡайтып, еңгәмде шатландырмаҡ булды. Б. Бикбай.
ПРЕМЬЕР [рус. < фр. premier ‘беренсе’] и.
1. ҡар. премьер-министр. Рәсәй премьеры. Премьерҙың көн тәртибе. Премьер имҙаһы.
2. театр. Беренсе, баш ролдәрҙе башҡарыусы артист. □ Премьер. Труппа премьеры. Оперетта премьеры.
ПРЕМЬЕРА [рус. < фр. premiere] (Р.: премьера; И.: first-night; premiere; T: ilk oynanış) и.
Спектаклдең, балеттың, кинофильмдың һ. б. тәүге тамашаһы. □ Премьера. / Премьерный. Фильм премьераһы. Балет премьераһы. Премьераға барыу. ■ [Сергей:] Бөгөн театрға премьераға барабыҙ. И. Абдуллин.
ПРЕМЬЕР-МИНИСТР [рус. < фр Le Premier ministre] (Р: премьер-министр; И.: prime minister; premier; T.: başbakan) и. ҡар. Хөкүмәт етәксеһе.
Хөкүмәт башлығы, Министрҙар Кабинеты рәйесе. □ Премьер-министр. Премьер-министр ҡарары.
ПРЕНИЕ [рус.] (Р: прение; И.: debate; discussion; T.: tartışma) и. ҡар. бәхәс.
Ниндәйҙер мәсьәләне тикшергәндә ҡатнашҡан кешеләрҙең фекер алышыуы. □ Прение. ■ [Рәйес:] Иптәштәр, ун минутҡа тәнәфес, унан һуң прениелар башлана. Һ. Дәүләтшина.
ПРЕПАРАТ [рус. < лъх.ргаераго] (Р: препарат; И.: preparation; germicide; T.: prepa-rat) и.
1. хим., фарм. Лабораторияла йәки фабрикала әҙерләнеп, дауалау маҡсатында файҙаланылған нәмә. □ Препарат. Дарыу препараттары. Бәшмәккә ҡаршы препараттар. Ҡан баҫымынан препараттар. Ҡанды ҡуйыртыусы препараттар. ■ Ул [Ырыҫҡолов] Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы япраҡ ҡортонан һаҡлау өсөн химик препарат ҡулланырға тигән курһәт-мәһен утәуҙән ҡырҡа баш тартты. Н. Мусин. Коллегаларым .. миңә ауырыуҙы яңы препараттар, электр нурҙары менән дауалап ҡарарға кәңәш бирҙеләр. Ф. Әсәнов.
2. Тикшереү, күҙәтеү өсөн әҙерләнгән хайуан йә үҫемлек ағзаһының өлөшө. □ Препарат. Анатомик препарат.
161