Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 163


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРЕТЕНЗИЯ
2. Кемгәлер баҫым яһау. □ Прессинг. Сәйәси прессинг. Прессинг курһәтеу. Психологик прессинг.
ПРЕСС-КЛУБ [рус. < тел. press club] (Р.: пресс-клуб; И.: press club; T.: basın kulübü) и.
Журналистар клубы. □ Пресс-клуб. Пресс-клубка йыйылыу. Пресс-клуб ағзалары. Халыҡ-ара пресс-клуб.
ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ [рус. < ингл. press conference] (Р.: пресс-конференция; И.: press conference, news conference; T.: basin toplantısı) и.
Дәүләт, сәйәсәт, йәмәғәт, фән эшмәкәрҙәренең матбуғат вәкилдәре менән төрлө белешмә биреү өсөн үткәрелгән осрашыуы. □ Пресс-конференция. Пресс-конференция уткәреу. Пресс-конференцияла ҡатнашыу.
■ Ишмырҙа Ишбулдин уҙе лә һиҙмәй пресс-конференцияны асып ебәрҙе. Ә. Бикчәнтәев.
ПРЕСС-ПАПЬЕ [рус. < фр. presse-papiers] (Р: пресс-папье; И.: paper-weight; blotter; T.: prespapye) u.
1. Өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы баҫырып ҡуйыу өсөн баҡырҙан, мәрмәрҙән һ. б. яһалған ауыр әйбер. □ Пресс-папье. Мәрмәрҙән эшләнгән пресс-папье. Етәксегә пресс-папье буләк итеу.
2. Аҫтына яҙыу киптергес беркетелгән дуға һымаҡ пластинка. □ Пресс-папье. Ҡағыҙҙы пресс-папье менән киптереу.
ПРЕСС-РЕЛИЗ [рус. < ингл. press release] (Р: пресс-релиз; И.: press release; T.: basın bülteni) и.
Хөкүмәт учреждениелары, ойошмалар тарафынан матбуғатта баҫтырып сығарыу өсөн тәғәйенләнгән махсус хәбәр. □ Пресс-релиз. Пресс-релиз таратыу. Пресс-релиз яҙыу.
■ FAS-тың пресс-релизында әйтелеуенсә, АҠШ-тың бөгөнгө ядро доктринаһы «һалҡын һуғыш» заманынан ҡомартҡы булып ҡалған, уны уҙгәртеп ҡорорға ваҡыттыр. «Йәшлек», 16 апрель 2009.
ПРЕСС-СЕКРЕТАРЬ [рус.] (Р: пресс-секретарь; И.: press secretary; T.: basın sözcüsü) и.
Ниндәйҙер рәсми органдың, дәүләт эшмәкәренең матбуғат эштәре буйынса вәкиле. □
Пресс-секретарь. Пресс-секретарь бурыстары. Пресс-секретарь вазифаһы.
ПРЕСС-ҮҘӘК (пресс-үҙәге) [рус. пресс-центр < ингл. press center] (Р.: пресс-центр; И.: press center; T.: basın merkezi) и.
Ойошма, власть органы эргәһендә даими эшләүсе мәғлүмәт хеҙмәте; матбуғат үҙәге.
□ Пресс-центр. Пресс-уҙәктә эшләу. Эске эштәр министрлығының пресс-уҙәге.
ПРЕСТИЖ [рус. < фр. prestige] (Р: престиж; И.: image; T.: prestij) и. ҡар. абруй.
Индивид хеҙмәтенең йәмғиәт тарафынан хөрмәтләнеү дәрәжәһе; субъекттың әһәмиәтле ҡылыҡтарын был йәмғиәттә формалашҡан ҡиммәттәр баһаһы менән сағыштырыу нәтижәһе; мәртәбә, дәрәжә.
□ Престиж. Ижтимағи престиж. Илдең престижы. Сараның престижын арттырыу. ■ Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты фәнни, ғилми яҡтан консультациялар менән тәьмин итеу һәм Башҡортостанда эшҡы-уарлыҡтыц престижын кутәреу йунәлеш-тәре ҡаралған. «Йәшлек», 27 май 2010.
ПРЕСТИЖЛЫ (Р: престижный; И.: of prestige; T.: prestijli) с. ҡар. абруйлы.
Дәрәжәле. □ Престижный. Престижлы һәнәрҙәр. Престижлы уҡыу йорттары. Престижлы эш.
ПРЕТЕНДЕНТ [рус. < лат. praetendere] (Р: претендент; И.: pretender, claimant; T.: iddiası olan) и. ҡар. дәғүәсе.
Дәғүә итеүсе. □ Претендент. Претендент булыу. Претенденттар куп.
ПРЕТЕНЗИЯ [рус. < фр. pretention < лат. praetendere] (Р: претензия; И.: claim; pretension; T.: iddia) и. ҡар. дәғүә.
1. Нимәгәлер хоҡуғың булыу тураһында белдереп ҡуйған талап. □ Претензия. Претензия белдереу. Претензия ҡуйыу. Претензия ғаризаһы.
2. Нимәгәлер ҡарата белдерелгән ҡәтғи ризаһыҙлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек. □ Претензия (выражение неудовольствия по поводу чего-л.). Претензия менән йөрөу. Хаҡһыҙ претензия.
3. һатып алыусының, кредиторҙың һ. б. килешеү шарттарын боҙған кешегә рәсми протест белдереүе. □ Претензия (требова-
163