ПРЕТЕНЗИЯЛЫ
ние о возмещении убытка). Претензия яҙыу. Претензия кабул итеу.
ПРЕТЕНЗИЯЛЫ (Р: претензионный; И.: ambitious; pretentious; T.: iddialı) с.
1. Даулы, дәғүәле. □ Претензионный. Претензиялы хат.
2. Хас булмаған сифаттарҙы үҙенеке тип күрһәтергә, шуны башҡаларҙан танытырға тырышҡан. □ Претенциозный.
ПРЕТЕНЦИОЗ с. ҡар. претензиялы 2.
Претенциоз кеше.
ПРЕФЕКТ [рус. < лат. praefectus\ (Р.: префект; И.: prefect; T.: vali) и.
1. Францияла департамент башлығы.
□ Префект. Префект статусы.
2. Ҡайһы бер илдәрҙә полиция башлығы.
□ Префект.
3. Ҡайһы бер илдәрҙә департамент, округ йәки башҡа административ-террториаль берәмек башында торған вазифалы кеше; префектура башлығы. □ Префект. Префект һайлау.
ПРЕФЕКТУРА [рус. < лат. praefectura] (Р: префектура; И.: prefecture; T.: kaymakamlık) и.
1. Ҡайһы бер илдәрҙә административ-территориаль берәмек идаралығы һәм шул идаралыҡ урынлашҡан бина. □ Префектура. ■ [Цунами] Мияги префектураһын ер менән тигеҙләне, меңәрләгән кеше һәләк булды. «Башҡортостан», 31 декабрь 2011.
2. Урындағы үҙидара (Мәскәуҙә, Санкт-Петербургта). □ Префектура. Мәскәу префектуралары.
3. Ҡайһы бер илдәрҙә төп администра-тив-территориаль берәмек. □ В некоторых странах административно-территориальная единица.
ПРЕФЕРАНС [рус. < фр. preference] (Р: преферанс; И.: preference; Т.: preferans) и.
Кәрт уйындарының бер төрө. □ Преферанс. Преферанс ҡағиҙәләре. Преферанс уйнау. Преферанста отоу. ■ Бәлки, ул [Менәуәрә] дуҫтары менән тышта йөрөйҙөр, бәлки, берәй булмәгә инеп, преферанс уйнайҙарҙыр. М. Садиҡова.
ПРЕФЕРЕНЦИЯ [рус. < лат. praefero] (Р.: преференция; И.: preference; Т.: preferans) и.
Айырым илдәргә, предприятиеларға, ойошмаларға тауарҙы импортлағанда бирелгән өҫтөнлөк, льгота. □ Преференция. Дәуләт преференцияһы. Рәсәй тауарҙарына преференция. Фирмаға преференция биреу.
ПРЕФИКС [рус. < фр. prefix < лат. praefixus] (Р: префикс; И.: prefix; T.: önek) и. грам. ҡар. алъялғау.
Һүҙҙең алғы ҡушымсаһы. □ Префикс. Префиксты айырыу. ■ Са (сә) фарсыса шаһ (батша) һуҙенән боҙолоп, исемдәргә алдан ҡушылғанда (префикс) «иң яҡшы, иң юғары, беренсе» тигәнде аңлата. Н. Зарипов.
ПРЕЦЕДЕНТ [рус. < лат. praecedens] (Р: прецедент; И.: precedent; T.: emsal) и.
1. Элек булған һәм хәҙерге ваҡытта шуға оҡшаш башҡа осраҡтар өсөн һабаҡ йәки аҡлау булып хеҙмәт иткән хәл-ваҡиға.
□ Прецедент. Мөһим прецедент. Донъя тарихында ундай прецедент юҡ.
2. юр. Киләсәктә ошоға оҡшаш эштәр буйынса шундай уҡ ҡарар сығарыу өсөн мотлаҡ булған суд ҡарары. □ Прецедент. Суд прецеденты. Административ прецедент. Ҡайһы бер илдәрҙә хоҡуҡ нигеҙен прецедент тәшкил итә.
ПРИБОР [рус.] (Р: прибор; И.: apparatus; instrument; T.: âlet, cihaz) и.
1. Төрлө хеҙмәттә үлсәү, тикшереү, күҙәтеү эштәрен башҡара торған ҡулайлама, ҡорамал. □ Прибор. Иҫәпләу приборы. ■ Радиометр ҙа әллә ни ҡатмарлы прибор тугел. Н. Мусин. Вәсим асҡыс урынына әллә нәмә тығып та ҡуйҙы, панелдәге приборҙар тоноҡ ҡына булып яҡтырып китте. Д. Бүләков.
2. Билдәле бер эш өсөн ҡулланылған нәмәләр йыйымы. □ Прибор. Аш-Һыу приборы. ■ [Ғизетдиновтың] өҫтәле яҙыу приборҙары менән тулы. Яр. Вәлиев. Тәҙрә эргәһендәге өҫтәл өҫтөндә китаптар, яҙыу приборҙары теҙелгән. А. Карнай.
ПРИБОРСЫ (Р: приборист; И.: instrumentman; T: âletçi, cihazcı) и.
Приборҙарҙы (1) хеҙмәтләндергән эшсе.
□ Приборист. Приборсы булып эшләу. При
164