Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 165


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРИЗЛЫ
борсы саҡырыу. ■ Самолётты электриктар, радистар, приборсылар ялмап алды. А. Мағазов.
ПРИВАЛ [рус.] (Р.: привал; И.: halt; rest; encampment; T.: mola) и. ҡар. туҡталҡа 2.
Поход ваҡытында, юлда барғанда һ. б. ял итеү өсөн туҡталыш. □ Привал. Привалға туҡталыу. Привал яһау. ■ Тағы бер тын атлағас, алда ҙур аҡлан асылды. «Привал!» — тине Рамазан. Ә. Хәкимов.
ПРИВАТ [рус. приватный < лат. ptivatus] (Р.: приватный; И.: private; T.: özel) с. ҡар. шәхси.
Рәсми булмаған, хосуси. □ Приватный. Приват әңгәмә. Приват фотолар. Приват видеояҙмалар.
ПРИВИВКА I [рус.] (Р: прививка; И.: inoculation; T.: aşı) и. мед.
Ауырыуға ҡаршы тәнгә вакцина ебәрел еүе. □ Прививка. Гепатитҡа ҡаршы прививка. Киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтеү. ■ Абдрахман менән Маргарита кисләтеп кенә булһа ла, Атнағол ауылында прививка үткәреп ебәрҙеләр. Р. Өмөтбаев.
ПРИВИВКА II [рус.] (Р.: прививка; И.: grafting; T.: aşı) и. бот.
Бер ағас ботағының йәки бөрөһөнөң икенсе ағас төбөнә екләп ултыртылған өлөшө һәм шулай уҡ шундай өлөшө булған үҫемлек. □ Прививка. Ағасҡа прививка яһау. Алмағасҡа прививка.
ПРИВИЛЕГИЯ [рус. < лат. privilegium] (Р: привилегия; И.: privilege; T.: imtiyaz) и. ҡар. өҫтөнлөк.
Башҡаларҙан өҫтөнлөк биргән хоҡуҡ. □ Привилегия. Привилегия биреү. Привилегия менән файҙаланыу. ■ Ауылда беренсе, район күләмендә күҙгә-башҡа күренгән кешенең ҡатыны булыу уға [Нурбикәгә] привилегиялар бирә, даны ла юҡ түгел. Д. Бүләков.
ПРИВИЛЕГИЯЛЫ (Р.: привилегированный; И.: privileged; chartered; T.: imtiyazlı) с. ҡар. өҫтөнлөклө.
Айырым хоҡуҡлы. □ Привилегированный. Привилегиялы шарттар. Привилегиялы ҡатлам кешеләре. Привилегиялы акциялар.
ПРИВОД [рус.] (Р.: привод; И.: drivegear; drive gear; T.: transmisyon) и. тех.
Машиналарҙы хәрәкәткә килтереүсе яйланма. □ Привод. Алғы привод. Артҡы привод.
ПРИГОВОР [рус.] (Р: приговор; И.: sentence; decision; T.: hüküm) и. ҡар. хөкөм.
Төрлө бәхәстәрҙе хәл иткән, енәйәт эштәрен ҡараған дәүләт органы; суд һәм уның тарафынан сығарылған ҡәтғи ҡарар.
□ Приговор. Приговор сығарыу. Аҡлау приговоры. ■ Тылмас приговорҙы торкисә уҡып ишеттерҙе. Ғ. Хөсәйенов. Ул [Әхмәди] судья Антроповтың ғәҙел приговор сығарыу ы арҡаһында Ваһап ҡартҡа уның тәпеһенә эләккән айыу хаҡын түләргә мәжбүр була. Ж. Кейекбаев.
ПРИЁМНИК (приёмнигы) [рус.] (Р: приёмник; И.: receiving set; T.: ahize) и. ҡар. радиоалғыс.
Радио тапшырыуҙарын тота торған аппарат. □ Приёмник. Приёмник тыңлау. М Бар мөлкәте батареялы иҫке приёмник менән боҙоҡ барометрҙан ғибәрәт һыуыҡ клубта .. егеттәр менән ҡыҙҙар партаға саҡ һыйып ултыралар. И. Абдуллин.
ПРИЗ [рус. < фр. priseur\ (Р: приз; И.: prize; prise; T.: kupa, ödül) и. ҡар. бүләк 2.
Ярышта еңгән кешегә бирелә торған бүләк. □ Приз. Еңеүсегә приз. Приз тапшырыу. Күсмә приз. ■ Приз сәсеүҙә һәм ураҡ өҫтөндә беренселекте алған механизаторға тапшырыласаҡ. Б. Рафиҡов. Спорт ярыштарында ҡатнашып, трест коллективы йөҙ Почёт грамотаһы, ун ете приз яулап алды. Т. Сәғитов.
ПРИЗЁР [рус. < ингл. prizer] (Р: призёр; И.: prizer; T.: ödül alan kimse) и.
Приз алыусы, бүләкләнеүсе. □ Призёр. Призёрҙар билдәләнде.
ПРИЗЛЫ (Р: призовой; И.: prize; prise; T.: ödüllü) с.
Приз менән билдәләнгән, приз ҡуйылған.
□ Призовой. Призлы бәйге. Призлы урын алыу. ■ Динар .. республика чемпионы була, зона ярыштарында призлы урын яулай. «Башҡортостан», 25 июнь 2013. Һуңғы йылдарҙа гел беренселекте алып, студент
165