ПРИЗМА
тарҙың Бөтә Союз ярышында призлы урынды яулаған кешегә [Шәмсунға] өсөнсө урынды алыу оят шул. Н. Мусин.
ПРИЗМА [рус. < гр. prisma} (Р.: призма; И.: prism; prismatic solid; T.: prizma) и. мат.
1. Ике яғы параллель күпмөйөштән, ян-яғы параллелограмдарҙан торған күп ҡырлы геометрик есем. □ Призма. / Призматический. Дөрөҫ призма. Көҙгөлө призма. Өс ҡырлы призма. ■ Баҡһаң, ул [«тәрилкә»] һис тә тәрилкәгә оҡшамаған, ә бишме, оятымы мөйөшлө призманы хәтерләтә. Н. Ғә-йетбаев.
2. күсм. Нимәнеңдер тәьҫире аша ҡабул итеү, ҡарау. □ Призма. Тарих призмаһы аша ҡарау. Ваҡыт призмаһы аша.
ПРИЗЫВ [рус.] (Р: призыв; И.: draft; call-in; draft call; T.: çağrı) и.
1. Билдәле йәштәге кешеләрҙең хәрби хеҙмәткә саҡырылыу ы; саҡырыу. □ Призыв. / Призывной. Призыв иғлан итеү. Призыв комиссияһы. Призывҡа барыу. ■ Иртәгә иртүк, бер генә минутҡа ла һуңламай, ул [Закир] призыв пунктында булырға тейеш. 3. Биишева. Улар [Сөнә-ғәттәр] ат менән призыв пункты алдына килеп туҡтанылар. Ж. Кейекбаев.
2. Бер үк ваҡытта хәрби хеҙмәткә саҡырылған билдәле бер йәштәге кешеләр. □ Призыв. Быйылғы призыв. Яҙғы призыв.
ПРИЗЫВНИК (призывнигы) |рус.| (Р: призывник; И.: person called up for military service; T.: asker adayı) и.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылған кеше. □ Призывник. Көҙгө призывниктар. Призывниктар хоҡуғы. ■ Призывниктар Карталыла яңы комиссия үтте. И. Абдуллин.
ПРИИСК [рус.] (Р: прииск; И.: allotment; T.: maden ocağı) и.
Ҡиммәтле мәғдән ҡаҙылған урын. □ Прииск. / Приисковый. Алмас приискыһы. Прииск эшселәре. Прииск ҡаласығы. ■ Каникул мәлендә Фәһим Учалы районындағы алтын приискыһында йәшәүсе еҙнәләренә ҡунаҡҡа килде. И. Ғиззәтуллин. Алтын приискылары эшләмәй. Ә. Чанышев.
ПРИКАЗ [рус.] (Р: приказ; И.: order; command; T.: emir) и. һөйл. ҡар. бойороҡ.
1. Нимәлер эшләргә, башҡарырға ҡушҡан ҡәтғи күрһәтмә; әмер. □ Приказ. Приказ биреү. Приказ буйынса. Приказды үтәү. Эшкә алыу тураһында приказ. ■ Дивизия командиры приказына ярашлы рәүештә, полковник Голенев етәкселегендәге штаб мөһим документтарҙы әҙерләне. Я. Хамматов. Батальон приказ алды ҡайынлыҡта, юл сатында: дошман яуын ошо ерҙә кискә тиклем туҡтатырға. М. Кәрим.
2. тар. XVI—XVII быуаттарҙа Рәсәйҙә ҡайһы бер идара эштәрен алып барыусы ойошма. □ Приказ. Приказға инеп сығыу. Ҡазан приказы.
ПРИКАЗЧИК (приказчигы) [рус.] (Р: приказчик; И.: steward; seller; clerk; T.: tezgâhtar) и. иҫк. ҡар. һатыусы.
1. Магазин хужаһына ялланып һатыу иткән кеше. □ Приказчик. ■ Тауар хаҡын, нимәгә ярап, нимәгә ярамау ын приказчиктар урынына башҡалар ҙа әйтеп ебәрәләр. С. Агиш. [Закир] байҙарҙың үҙҙәренә оҡшатмағанда ла, һис юғы, приказчиктарына оҡшатырға тырышып, бормас баҫып, урамға сығып китте. 3. Биишева.
2. Алпауыттың хужалығын алып барған хеҙмәткәр. □ Приказчик. / Приказчичий; приказчицкий. Приказчик булып эшләү. ■ Приказчик, кенәгәләрен аҡтарып, ҡайһы делянкала ҡанса ағас ҡырҡылғанын, күпмеһе ҡайын, күпмеһе ҡарағай, уҫаҡ, йүкә булып сыҡҡанын оҙаҡ итеп һанай башланы.
3. Ураҡсин.
ПРИКЛАД [рус.] (Р: приклад; И.: club; T.: dipçik) и. ҡар. төйҙә.
Мылтыҡ, автомат кеүек нәмәнең атҡанда яурынға терәй торған яҫы осо. □ Приклад. Мылтыҡ приклады. ■ Ерән мыйыҡлы, оло сырайлы бер һалдат винтовкаһының прикладын ергә терәгән дә затворы менән булаша. М. Хужин. Суминов .. приклады менән ергә баҫтырып тотҡан мылтығын ҡабаланып ике ҡулына алды. Ә. Хәкимов.
ПРИЛАВКА [рус. прилавок} (Р: прилавок; И.: counter; T.: tezgah) и. һөйл. ҡар. өҫтәл.
Магазинда, баҙарҙа һатыусы алдына ҡуйылған оҙон, алды ябыҡ тар өҫтәл. □ Прилавок. Тауарҙы прилавкаға ҡуйыу.
166