ПРИМУС
■ Прилавка янында ҡатын-ҡыҙ өйөлөшкән: һорайҙар, ҡарайҙар, һайлайҙар, алалар. Т. Ғиниәтуллин. Прилавка артында, туфлиҙар янында, шаҡ ҡатып бик һылыу бер ҡыҙ тора. 3. Биишева.
ПРИМА [рус. < лат.prima\ (Р.: прима; И.: primo; prime; generator; unison; T.: prima) и.
1. муз. Гаммала беренсе төп тауыш.
□ Прима.
2. Ҡыллы музыка инструментының беренсе нескә ҡылы. □ Прима.
3. Оркестрҙа, хорҙа беренсе партияны башҡарыусы музыка ҡоралы йәки йырсы.
□ Прима. Опера примаһы. Хор примаһы.
4. му з. Аккордтың иң түбәнге тауышы.
□ Прима.
5. кусм. Сағыштырғыһыҙ матур ҡатын-ҡыҙ. □ Прима.
6. иҡт. Почта аша ебәрелә торған векселдең беренсе нөсхәһе. □ Прима. Прима алыу. Прима ебәреу.
ПРИМА-БАЛЕРИНА [рус. < лат. prima + ballerina] (P.: прима-балерина; И.: prima ballerina; first dancer; T.: prima balerin) и.
Төп ролдәрҙе башҡарыусы балерина. □ Прима-балерина. Театрҙың прима-балеринаһы. Прима-балерина сығышы.
ПРИМАДОННА [рус. < ит. primadonna] (Р.: примадонна; И.: diva; prima donna; T: primadonna) и.
1. Операла беренсе ролдәрҙе башҡарыусы йырсы. □ Примадонна. Примадонна партияһы.
2. Конкуренты булмаған ҡатын-ҡыҙ йырсы. □ Примадонна. Примадонна концерты.
ПРИМАТ [рус. < лат. primates] (Р: приматы; И.: the primates; T.: primatlar) и. зоол.
һөтимәрҙәр төркөмөнөң иң юғары отряды. □ Приматы (лат. Primates). Примат төрҙәре. Приматтарға ярым маймылдар, маймылдар һәм кешеләр ҡарай. ■ Уларҙың [ут һәм аңдың] приматтарҙан кеше яралыу ы процесындағы ғәйәт ҙур ролен фәҡәт хәҙер генә иҫбатлай алдылар. «Башҡортостан», 21 май 2013.
ПРИМИТИВ [рус. примитивный < лат. primitivus] (Р: примитивный; И.: primitive; rude; T: primitif) с.
1. Кешелек йәмғиәтенең тәүге үҫеш дәүеренә мөнәсәбәтле; тәүтормоштағы.
□ Примитивный. Примитив ижтимағи баҫҡыс. Примитив йәмғиәт.
2. Төҙөлөшө ябай; камиллашмаған.
□ Примитивный. Примитив яйланма. Примитив уйынсыҡ. ■ Иҫке примитив эш һәм һуғыш ҡоралдарын, йорт эсе, кейем-һалым, хужалыҡ әйберҙәрен һурәтләусе ҡайһы бер боронғо йомаҡтарға хәҙерге көндә йәшәу өсөн ерлек юҡ. Ф. Нәҙершина.
3. Үтә ябайлаштырылған; һай. □ Примитивный. Примитив әҫәр. Примитив фекер. Примитив ысул.
ПРИМИТИВИЗМ [рус. < лат.ршт^шз] и. ҡар. примитивлыҡ. Примитивизм курене-ше. Сәнғәттәге примитивизм.
ПРИМИТИВЛЫҠ (примитивлығы) (Р: примитивизм; И.: primitivism; T: primitiflik) и.
1. Ҡатмарлы күренештәргә ҡарата ябайлаштырылған ҡараш. □ Примитивизм. Примитивлыҡ аптырата.
2. XIX—XX быуат аҙағында һынлы сәнғәттә барлыҡҡа килгән, кешелек донъяһының башланғыс дәүерендәге сәнғәт әҫәрҙәренә эйәреп, һүрәтләү сараларын артыҡ ябайлаштырыуға ынтылған йүнәлеш.
□ Примитивизм. Сәнғәттәге примитивлыҡ.
ПРИМУЛА [рус. < лат. primula] (Р: примула; И.: primrope; T: çuhaçiçeği) и. бот. ҡар. кәзә һаҡалы.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡыҫҡа ғына шыр һабаҡлы, һары суҡ сәскәле ашай торған үлән. □ Примула, первоцвет весенний (лат. Primula). Примула сәскәһе. Примула ашау.
ПРИМУС [рус. < лат. primus] (Р: примус; И.: kerosene stove; primus; oil stove; T.: pompalı gaz ocağı) и.
Шыйыҡ яғыулыҡ менән эшләгән филтәһеҙ йылытҡыс прибор. □ Примус. / Примусный. Примуста бутҡа бешереу. Примуста сәй йылытыу. Примусты һундереу. Н [Мәҙинә] примусҡа сәйнук ҡуйып, китап
167