ПРИНТЕР
уҡырға ултырғайны, тышҡы ишекте шар асып, Нуждин ҡайтып керҙе. Ә. Хәкимов. Ишек артында примус шаулай. И. Абдуллин.
ПРИНТЕР [рус. < ингл. printer] (Р.: принтер; И.: printer; T.: yazıcı) и.
Компьютерға тоташтырылып, текст һәм график мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙға баҫып сығарыусы ҡоролма. □ Принтер. Лазерлы принтер. Матрицалы принтер. Принтер көйләү. ■ Информатика бүлмәһендә 8 өр-яцы компьютер урын алған, принтер, күсермә машиналары ла сафта. «Йәншишмә», 25 апрель 2012.
ПРИНЦ [рус. < нем. Prinz < лат. princeps ‘беренсе, баш’] (Р.: принц; И.: prince; Т.: prens) и.
Көнбайыш Европала батша ғаиләһенең ағзаһына йәки күренекле кенәзгә бирелә торған титул һәм шул титулдағы кеше. □ Принц. Принц титулы. Принцҡа кейәүгә сығыу. ■ Яңы батша шул төндө үк сабый император Брауншвейг принцы Иван VI Антоновичты һәм уның урынына хакимлыҡ итеүсе әсәһе Анна Леопольдовнаны таш казематҡа яптырып ҡуйған. Ғ. Ибраһимов.
ПРИНЦЕССА [рус. < нем. Phnzesse] (Р: принцесса; И.: princess; T.: prenses) и.
Принцтың ҡатыны йәки ҡыҙы. □ Принцесса. Принцессаны ҡабул итеү. ■ Эре эшҡыуар ҡыҙы, Токио университетын тамамлаусы Митико Седа ла 1959 йылдың бер иртәһендә принцесса булып уяна. «Ағиҙел», №4, 2010.
ПРИНЦИП (принцибы) [рус. < лат. principium] (Р: принцип; И.: principle; Т.: prensip) и.
1. Билдәле бер тәғлимәттең, фәнни ҡараштың асылын тәшкил иткән төп фекер. □ Принцип. Сәнғәттең дөйөм принциптары. Һалым һалыу принцибы. Сағыштыр-малыҡ принцибы. Тормошсанлыҡ принцибы. ■ [Ғәли Соҡорой] ижадында реалистик принциптарға нығыраҡ таяна башлаған, яңылыҡты тойомлаған заманса әҙип. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ниндәйҙер эштең йүнәлешен билдәләгән төп күрһәтмә, ҡағиҙә. □ Принцип. Төп принцип. Яҙыуҙағы фонетик принцип.
■ Башҡорт теленең диалекттарын автор ике төрлө принциптан сығып классификациялай. Р. Шәкүр.
3. Нимәгәлер ҡарата алған юл, ҡараш; эш-тормош ҡағиҙәһе. □ Принцип. ■ Улар [йәштәр] үҙҙәренең принциптарында ныҡ торалар. С. Агиш. [Ҡоросбаев:] Беҙҙең халыҡта «Йығылғанды түбәләмә» тигән һәйбәт мәҡәл бар. Мин үҙем дә ошо принципта торам. 3. Биишева.
ПРИНЦИПИАЛЛЕК (принципиаллеге) (Р: принципиальность; И.: fidelity to one’s principles; T: ilkesellik) и.
Билдәле бер принциптарҙың ғәмәлдә эҙмә-эҙ үткәрелеше. □ Принципиальность. Принципиаллек күрһәтеү. Мәсьәләнең принципиаллеге. ■ [Катыморонов:] Рухығыҙҙы төшөрмәгеҙ, коммунистик принципиаллек һәм ҡорос ныҡлыҡ һаҡлағыҙ! Й. Солтанов. Принципиаллек етешмәй кешеләрҙә. И. Ғиззәтуллин.
ПРИНЦИПИАЛЬ (Р: принципиальный; И.: of principle; T.: prensipli) с.
1. Төп принципҡа бәйле, төп фекергә ҡағылышлы. □ Принципиальный. Принципиаль мәсьәлә. Принципиаль һорау. Принципиаль ризалыҡ. ■ [Насиров:] Мин бит Әхтәмдең докторлыҡ эшенең ҡайһы бер принципиаль урындарын яҡшы иҫләйем. Д. Бүләков. Ниндәй ҙә булһа принципиаль мәсьәләләрҙе хәл иткән саҡта рота командиры алдында йомшара ла төшә. Н. Мусин.
2. Билдәле принциптарҙы ныҡ һаҡлаған, шуларға таянып эш иткән. □ Принципиальный. Принципиаль ҡатын. Принципиаль сәйәсмән. Принципиаль тәнҡит. ■ Ер байлығының ҡәҙерен аңлаған принципиаль кеше ғүмеренең аҙағынаса ергә тоғро ҡалды. Р. Солтангәрәев.
ПРИНЦИПҺЫҘ (Р: беспринципный; И.: unprincipled; T: ilkesiz) с.
Билдәле принцибы, ныҡлы ҡарашы һәм йүнәлеше булмаған. □ Беспринципный. Принципһыҙ ир. Принципһыҙ ҡылыҡ. Принципһыҙ ҡарар. ■ [Баранов:] Һеҙҙең директорҙы бик принципһыҙ, үтә йомшаҡ кеше, тиҙәр, шул дөрөҫмө? И. Ғиззәтуллин.
168