ПРИЦЕЛ
ПРИОРИТЕТ [рус. < нем. Prioritât < лат. prior] (Р.: приоритет; И.: priority; T.: öncelik) и.
1. Ғилми асыш, табыштағы беренселек. □ Приоритет. / Приоритетный. Фәндең приоритет йунәлештәре.
2. Көс-хоҡуҡ йәһәтенән башҡаларҙан өҫтөн булған хәл; өҫтөнлөк. □ Приоритет. / Приоритетный. Приоритетты нығытыу.
ПРИПАС [рус. припасы] (Р.: припасы; И.: provision; store; supply; T.: levazım) и.
1. Туп-мылтыҡтың снаряд, патрон кеүек ата торған яһағы; һуғыш припасы. □ Припасы. Припас әҙерләу. ■ Тора-бара ауыл өсөн һуғыш һурәнләнә төшә, хәрби припастар ҙа һанаулы ғына ҡала. Р. Өмөтбаев. Беҙҙең бөтә припасты тултырҙылар ун атҡа. Мылтыҡ менән ҡаршы алдыҡ ниместәрҙе ҡунаҡҡа! Бәйеттән.
2. Әҙерләнгән аҙыҡ, аҙыҡ-түлек. □ Припасы. Аҙыҡ припасы.
3. Нимәгәлер кәрәк-яраҡтар. □ Припасы. Һунар припасы.
ПРИПОЙ [рус.] (Р: припой; И.: solder; Т.: lehim) и.
Йәбештереү өсөн ҡулланылған металл иретмәһе. □ Припой. Алюмин припой. Йомшаҡ припой. Еҙ торбаларҙы йәбештереусе припой.
ПРИПУЩЕННИК (припущеннигы) [рус.] (Р: припущенник; И.: arrival peasant; T.: Başkurt yerlerine yerleşen kimse, göçmen) и. тар. ҡар. әтәмбай.
Ситтән килеп, башҡорт еренә урынлашҡан кеше; керҙәш. □ Припущенник. ■ Татар ырыу-ҡәбиләләренән булған припущенник-тар араһында улар [башҡорт тархандары] аҫаба тип йөрөтөлгәндәр. М. Өмөтбаев.
ПРИСТАВ [рус.] (Р: пристав; И.: police officer; tipstaff; T.: polis memuru) u.
1. Нимәнелер ҡарарға, тикшерергә ҡуйылған вазифалы кеше. Пристав. Суд приставы. ■ Саньярса ун ике кеше килеп төштө: суд приставы, өйәҙ идараһы вәкиле, ер улсәусе, стражниктар... 3. Ураҡсин.
2. тар. Октябрь революцияһына тиклемге Рәсәйҙә: урындағы полиция башлығы. □ Пристав. ■ Алып китте пристав
төрткөләп, яурынына терәп наганын. М. Хәй. Мең баштары, пристав, полицейскийҙар, өйҙән өйгә йөрөп, исемлек буйынса ир-егеттәрҙе эҙләп йөрөй башланылар. Р. Байымов.
ПРИСТАНЬ [рус.] (Р: пристань; И.: landing-stage; landing pier; T.: iskele) и. ҡар. туҡталҡа 1.
Караптар, кәмәләр туҡтап бушатына, тейәнә һәм пассажирҙарҙы төшөрә, ултырта торған махсус урын. □ Пристань. Пристандә туҡтау. Пассажирҙар пристане. Диңгеҙ пристане. Пристандә тороу. Пристань хужалығы. ■ Ҡыҙ пристандең бер ситендә ҡояш нурына ҡыҙғылтланған диңгеҙгә ҡарап тора һәм моңая. С. Агиш. Пристандә халыҡ куп — свейҙар ҙа, арестанттар ҙа. Б. Рафиҡов.
ПРИСТУП (пристубы) [рус.] (Р: приступ; И.: invasion; spell of illness; attack of disease; T.: kriz) и. һөйл. ҡар. өйәнәк.
Билдәле бер ауырыуҙың ҡабатланған мәле. □ Приступ. Баш ауырыуы пристубы. Приступ башланыу. ■ Профессор килгәндә, ауырыуҙың йөрәгенә тағы приступ башланғайны. Ф. Әсәнов.
ПРИСЯЖНЫЙ [рус.] (Р: присяжный; И.: excused juror; jury man; T.: jüri üyesi) и.
Суд эштәрен ҡарауҙа ҡатнашлыҡ итеү өсөн билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған кеше. □ Присяжный. Присяжныйҙар суды. Присяжныйҙар һайлау. Присяжныйҙар хөкөмө. ■ Судья присяжныйҙар менән кәңәшкә сығып китте. Ж. Кейекбаев. [Мөхәммәт-сәлим] эре турәләрен, чиновниктарын, мировой посредниктарын, присяжныйҙарын да ярайһы курҙе, мөғәмәлә ҡылды. Ғ. Хөсәйенов.
ПРИТОН [рус.] (Р: притон; И.: den; nest; dive; T.: yatak) и.
Енәйәтселәр һ. б. боҙоҡ кешеләр йыйыла торған йорт, ер. □ Притон. Притон асыу. Притонға йыйылыу. Притонға эләгеу.
ПРИЦЕЛ [рус.] (Р: прицел; И.: aim; hindsight; T.: nişangah) и. ҡар. тоҫҡаулыҡ.
Атыу ҡоралының тоҫҡай торған ҡулайламаһы; мәрәйлек. □ Прицел. / Прицельный. Балдаҡлы прицел. Телескопик прицел. Прицел планкаһы. ■ Дошман йөҙөн һурәт-
169