ПРИЦЕП
тәрҙән ту гел, прицел аша ҡарап таныным. М. Кәрим. Старшина прицел алды. Я. Хамматов.
ПРИЦЕП (прицебы) [рус.] (Р.: прицеп; И.: trailer; T.: römork) и. ҡар. таҡма.
Машина, тракторға тағыла торған арба. □ Прицеп. Автомобиль прицебы. Трактор прицебы. Прицеп тағыу. ■ Прицеп менән ауыр йөктө тау-ташлы юлда йөрөтөуе ҡурҡыныс. Д. Бүләков.
ПРИЦЕПЩИК (прицепщигы) [рус ] (Р: прицепщик; И.: hooker; hooker-on; T.: römork çalışanı) и. ҡар. тағылма 2.
Тағылма техникала эшләгән кеше. □ Прицепщик. Прицепщик булып эшләу. Н [Заһит] ике йыл прицепщик булып йөрөнө. Яр. Вәлиев.
ПРИЧАЛ [рус.] (Р: причал; И.: fast; moorage;jetty; T: rıhtım) и.
Суднолар йәки кәмәләр туҡтау өсөн йәтешләнгән махсус урын. □ Причал. / Причальный. Причалға туҡтау. Паром причалы. ■ Яцы посёлок уҫеп сыҡҡан, таш юлдар һуҙылған, Волгала яцы пристандәр, причалдар эшләнгән. Ғ. Әмири. Причалдарҙа арҡыс-торҡос елкәнле кәмәләр сайҡала, ҡабырғаларына бәуелсәктәр беркетелгән. «Ағиҙел», № 9, 2009.
ПРИЧЁСКА [рус.] (Р: причёска; И.: haircut; hair-style; hair-do; T.: saç modeli) u.
Бер рәүешкә килтереп, рәтләп ҡуйылған сәс. □ Причёска. Матур причёска. Причёска яһатыу. ■ Сәстәр иц матур причёска менән эшләнгән. Д. Юлтый. [Линара]элеккесә толомлап уреп һалмаһа ла, причёскаһы килешле. Л. Яҡшыбаева.
ПРИЮТ [рус.] (Р: приют; И.: orphanage; T: barınak) и.
Ҡарауһыҙ балаларҙы баға, тәрбиәләй торған ойошма. □ Приют. / Приютский. Балалар приюты. Приютҡа алыу. Приют тәрбиәсеһе. ■ Йәнтимер өҫ-башын рәтләне, уҙ байлығында булғаны менән ҡупшыланды ла былтыр уҙе эшләгән приютҡа китте. С. Агиш. Әсәһе кейәугә киткәс, әле бәләкәйерәк саҡта, ул [Вәлетдин] өс аймы, дурт аймы рус ауылында приютта торған. М. Кәрим.
ПРОБА [рус.] (Р: проба; И.: trial; test; assay; T: prova) и. ҡар. өлгө.
1. Нимәнеңдер тикшереү өсөн алынған өлгөһө. □ Проба. / Пробный. Тикшереугә проба ебәреу. Тауарҙыц проба партияһы. Проба иретмәһе. ■ [Ҡыҙ] операторҙыр, проба алырға сыҡҡандыр. Р. Солтангәрәев. Иван Кириллов шул ҡиммәтле таштарҙан, мәғдәндәрҙән батшаға ебәрер өсон проба әҙерләтте. Ғ. Ибраһимов.
2. Ҡиммәтле металдың иретмәләге күләмен күрһәткән һан һәм шундай иретмәләрҙән эшләнгән нәмәләрҙең һанын белдергән келәймә. □ Проба. / Пробный. Алтын-дыц пробаһы юғары. Көмөш пробаһы.
ПРОБИРКА [рус. ] (Р: пробирка; И.: test glass; tube; vial; T: tüp) и.
Лабораторияла ҡулланыла торған бер яғы бөтәш быяла көпшә. □ Пробирка. Пробиркаға кислота һалыу. ■ Кәштә һайын пробирка, әллә нәмәләр. Д. Бүләков. Өҫтәлдәргә орлоҡ тултырылған тоҡсайҙар, пробиркалар һәйбәтләп теҙеп ҡуйылған. Н. Мусин.
ПРОБКА [рус.] (Р: пробка; И.: safety plug; screw-plug; T: sigorta (elektrik) u.
1. Электр тогы ныҡ көсәйеп киткәндә, сымды өҙөп, хәүефте киҫәтә торған ҡулайлама. □ Пробка. Пробка ҡуйыу. Пробка янып сығыу. ■ Лампочка янманы. Пробка яндымы икән? Р. Солтангәрәев. Мансур, электр лампочкаһын бороп алып, пробка эсенә ике-өс ҡара кумер һалып тотҡайны, теге кумерҙәр сытырлап һикерешә башланы. М. Садиҡова.
2. Ҡайһы бер ағастарҙың, үле туҡыманан барлыҡҡа килеп, суғырмаҡланып торған ҡаты ҡабығы; кигермәк. □ Пробка. Имән пробкаһы.
3. Тар ауыҙлы һауытты яба торған нәмә; тығын. □ Пробка. Ағас пробка. Шешәгә пробка тығыу. ■ Теге кеше автолдыц ағып бөткәнен көттө лә пробканы яңынан бороп ҡуйҙы. А. Карнай.
ПРОБЛЕМА [рус. < гр. problema] (Р: проблема; И.: problem; T.: problem) и. ҡар. мәсьәлә.
Хәл ителергә тейеш булған теоретик йәки практик мәсьәлә. □ Проблема. / Проблемный. Мөһим проблема. Беренсел про
170