Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 171


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОВИНЦИЯ
блема. Проблеманы хәл итеу. ■ Уның [Емештең] хыялында тыуған бик «бәхетле донъя», уҙенең ук тынғыһыҙ аҡылы килтереп ҡуйған тормош проблемаларына бәрелеп, шунда уҡ селпәрәмә килә. 3. Биишева. Әҫәрҙең топ проблемаһы — ер. «Ағиҙел», № 4,2010.
2. Ҡапма-ҡаршылыҡлы ситуация. □ Проблема. / Проблемный. Проблема килеп тыуыу. Проблеманы хәл итеу.
ПРОБЛЕМАЛЫ (Р.: проблемный; И.: problematic, problematical; T.: problemli) с.
Ниндәйҙер проблеманы тикшереүгә, хәл итеүгә бағышланған. □ Проблемный. Проблемалы доклад. Проблемалы ситуация. ■ [Арынбаҫаров — Йәғәфәровҡа:] Матбуғаттағы проблемалы мәҡәләләрең оҡшай миңә. Д. Бүләков. «Нисек яҙырға?» тигән проблемалы мәҡәлә менән сығыш яһауы уның [Хоҙайбирҙиндың], әлбиттә, киң ҡарашлығынан һәм мәғлумәтлелегенән килә. Р. Шәкүр.
ПРОБЛЕМАТИК (Р: проблематичный; И.: problematic; T.: problemli) с.
1. Иҫбат ителмәгән, бәхәсле. □ Проблематичный. Проблематик мәсьәлә. Проблематик ҡарар. Проблематик һорау.
2. Проблематикаға бәйле. □ Проблематичный. ■ Ә. Хәкимов повестары — форма, композиция йәһәтенән дә ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр. Был, әлбиттә, яҙыусының ижади маҡсаты, әҫәрҙең проблематик уҙенсәлектәре менән дә бәйле куренеш. Р. Байымов.
ПРОБЛЕМАТИКА [рус.] (Р: проблематика; И.: problematics; T.: problemler) и.
Бер әлкәгә ҡараған проблемалар. □ Проблематика. Әҫәрҙең проблематикаһы. М Идея-эстетик проблематика геройҙар һәм уларҙың уҙ-ара монәсәбәте аша хәл ителә. К. Әхмәтйәнов.
ПРОВАЙДЕР [рус. < ингл. provider] (Р: провайдер; И.: provider; T.: sağlayıcı) и.
Мәғлүмәт һәм элемтә хеҙмәттәре (мәҫәлән, Интернетҡа тоташтырыу) менән тәьмин итеүсе ойошма. □ Провайдер. Өфө провайдерҙары. Интернет провайдерҙары. Провайдер һайлау.
ПРОВАНС [рус. < фр. Provence] (Р: прованс; И.: Provence; Т.: provans) и.
Зәйтүн майының иң сифатлы төрө.
□ Прованс.
ПРОВИАНТ [рус. < нем. proviant < лат. providere] (Р: провиант; И.: provisions; foodstuffs; T.: rızk) и. ҡар. аҙыҡ-түлек.
Аҙыҡ, ашамлыҡ. □ Провиант. Провиант килтереу. Провиант һаҡламы. Юлға провиант һалыу.
ПРОВИЗИЯ [рус. < нем. providere] (Р: провизия; И.: provisions; foodstuffs; victuals; T.: rızk) и. ҡар. аҙыҡ-түлек.
Аҙыҡ, ашамлыҡ. □ Провизия. Юлға провизия. Походҡа провизия әҙерләу.
ПРОВИЗОР [рус. < лат. provisor] (Р: провизор; И.: pharmaceutist; T.: eczacı) и.
Юғары квалификациялы фармацевт.
□ Провизор. Провизор булып эшләу. Провизор һәнәре. Провизорға уҡыу.
ПРОВИНЦИАЛ [рус. Үҙәктән ситтә йәшәүсе. □ Провинциал. Провинциал булыу.
ПРОВИНЦИАЛЬ (Р: провинциальный; И.: provincial; T.: taşralı) с.
1. Үҙәк ҡалаларҙан алыҫ урындағы.
□ Провинциальный. Провинциаль әлкә. ■ Үтә провинциаль әйәҙ мөхите менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡала алмайынса, М. Өмөтбаев .. Өфөгә эшкә кусеу уйына килгән булырға тейеш. Ғ. Хөсәйенов. Шул көндәрҙә генә ҡалаға икенсе бер провинциаль ҡаланан шаҡ ҡатырғыс ят исемле бер циркач килгәйне. А. Карнай.
2. Үҙәк ҡалаларҙан алыҫ урында йәшәгән, эшләгән. □ Провинциальный. Провинциаль артист. Провинциаль ҡыҙ.
ПРОВИНЦИЯ [рус. < лат. provincia] (Р: провинция; И.: province; T.: taşra) и.
1. Ҡайһы бер дәүләттәрҙә административ бүленеш берәмеге. □ Провинция. Испания провинцияһы. Краби провинцияһы.
2. Үҙәк ҡалаларҙан, мәҙәниәт үҙәктәренән ситтә ятҡан төбәктәр. □ Провинция. / Провинциальный. Провинция кешеһе. Провинцияла йәшәу. Провинцияла эшләу. ■ Һуң
171