Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 172


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОВИТАМИН
ғы йылдарҙа Өфө провинцияһын Ҡазан губернаһынан айырып, бөтә башҡорт эштәре Минзәләлә ойошторолған махсус комиссия ҡарамағына ҡалдырылғайны. Ғ. Ибраһимов.
ПРОВИТАМИН [рус. < лат. provitamin} (Р.: провитамин; И.: provitamin; Т.: provitamin) и.
Организмда аш менән ингән матдә, теге йәки был витамин сығанағы. □ Провитамин. А провитамины. В5 провитамины. ■ Каротин (А провитамины) барлыҡ ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙә лә тиерлек (япраҡтарында, тамырҙарында һәм емештәрендә, һирәгерәк — сәскәләрендә) синтезлана. «Башҡорт энциклопедияһы»нан.
ПРОВОДНИК I (проводнигы) [рус.] (Р.: проводник; И.: conductor; T.: iletken) и. ҡар. тех. үткәргес.
Йылыны, тауышты, электрҙы яҡшы үткәрә торған матдә. □ Проводник.
ПРОВОДНИК II (проводнигы) [рус.] (Р: проводник; И.: leader; porter; T.: kılavız) и. ҡар. вагон ҡараусы.
Тимер юлдағы вагон ҡараусы хеҙмәткәр. □ Проводник. Вагон проводнигы. Проводник булып эшләү. ■ Проводник .. ниндәйҙер айырым бер хәрәкәт менән билетты һуҙҙы. Ә. Чаныш. Тауыш вагон аҫтындағы тартмаға инеп барған малайҙы ҡыуа торған проводник тауышы икән. И. Насыри.
ПРОВОКАТОР [рус. < лат. provocator} (Р: провокатор; И.: provocateur, agent provocateur; T.: provokatör) и.
1. Провокация ысулы менән эш иткән йәшерен агент. □ Провокатор. / Провокаторский. Провокатор эшмәкәрлеге. ■ Әхмәт Байышев етәкселегендәгеләре [отряд] Башҡортостан биләмәләрендә хөкүмәт ҡарарҙарын үтәү, тәртип-низам урынлаштырыу буйынса провокаторҙарға ҡаршы аяуһыҙ көрәш йәйелдереп ебәрҙе. Р. Байымов.
2. Ҡотҡо таратыу менән шөғөлләнгән кеше; ҡотҡосо. □ Провокатор. Провокаторға иғтибар итмәү.
ПРОВОКАЦИОН [рус. провокационный} (Р: провокационный; И.: provocative; T: provokasyon) с.
Провокацияға мөнәсәбәтле; ҡотҡоға нигеҙләнгән. □ Провокационный. Провокацион һорау. Провокацион эш-ҡылыҡ. Провокацион сығыш.
ПРОВОКАЦИЯ [рус. < лат. provocatio} (Р: провокация; И.: provocation; T: provokasyon) и. ҡар. ҡотортоу.
1. Кемделер ауыр, фажиғәле хәлгә ҡалырлыҡ хата аҙымға баҫтырған яуыз ниәтле эш. □ Провокация. Хәрби провокация. Провокацияға бирелеү. Провокация яһау. ■ Бәҙәр һөйләгән һүҙҙәр тик .. провокация таратыу ғына ине. С. Агиш.
2. тар. Йәшерен полиция агенттарының, революцион ойошмаларға үтеп инеп, шымсылыҡ итеү, уларҙы туҙҙырыу ниәтендә алып барған эшмәкәрлеге. □ Провокация. һуғыш провокацияһы. ■ Заставала бик тынғыһыҙ, дошман көн дә провокация яһай. И. Ғиззәтуллин. [Вадим] күптән түгел ошондай провокацияның ҡораллы бәрелешкә килтереүен, унда ҡорбандар ҙа булыуын әйтте. М. Садиҡова.
ПРОВОКАЦИЯЛАУ (провокацияла-) (Р: провоцировать; И.: provoke; T.: kışkırtmak) ҡ. ҡар. ҡотортоу.
Юрый ҡотортоу, ҡотҡо таратыу. □ Провоцировать. Дошманды провокациялау. Күршене провокациялау.
ПРОГНОЗ [рус. < гр. prognosis} (Р: прогноз; И.: prognosis; forecast; T.: tahmin) и. ҡар. фараз.
Төрлө мәғлүмәт нигеҙендә ниндәйҙер эш, торош, хәлдең ағышы, үҫеше һ. б. тураһындағы фараз. □ Прогноз, һауа прогнозы. Прогноз яһау. ■ Рәсәй Гидрометеорология үҙәге йылытыу миҙгеле башланыр алдынан яҙға тиклем прогноз төҙөй. «Башҡортостан», 27 октябрь 2012.
ПРОГНОЗЛАУ (прогнозла-) (Р: прогнозировать; И.: predict; forecast; T.: tahmin etmek) ҡ. ҡар. фаразлау.
Прогноз яһау, алдан күҙаллау. □ Прогнозировать. // Прогнозирование. Ситуацияны прогнозлау. ■ 2011 йылда махсус рәүештә метеорологик тәьминәт һәм метеошарттарҙы ҡыҫҡа ваҡытлы прогнозлау системаһы (АСМО) булдырыл
172