Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 173


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОГРАММАЛАУ
ды. «Башҡортостан», 20 октябрь 2012. Яҙыусы-фантастар киләсәктә хәл ителәсәк проблемаларға юл ярыу әлкәһендә, фәндең артабанғы үҫешен прогнозлау тәңгәлендә ҙур хеҙмәт күрһәтәләр. К. Әхмәтйәнов.
ПРОГНОЗСЫ (Р.: прогнозист; И.: anticipator; predictionist; T.: tahminci) и.
Прогноз яһаусы. □ Прогнозист. Прогнозсы фаразы. Спорт прогнозсыһы.
ПРОГНОСТИКА [рус. < гр. pro ‘алға’ + gignosko ‘беләм’] (Р.: прогностика; И.: futurology; prognosis; futuristics; T.: prog-noz) u.
Прогноз яһау теорияһы һәм практикаһы. □ Прогностика. // Прогностический. Про-гностиканың төп бурыстары. Демографик прогностика. Иҡтисади прогностика. Прогностика үҙәктәре.
ПРОГРАММА [рус. < гр. programma ‘иғлан’] (Р: программа; И.: programme; Т.: program) и.
1. Алдағы эшмәкәрлектең планы. □ Программа (содержание и план деятельности, работ). / Программный. Дәүләт программаһы. ■ [Басариев:] Беҙҙең өсөн бер закон — дәүләт программаһы. Р. Солтангәрәев.
2. Сәйәси фирҡәнең йәки ижтимағи ойошманың, айырым эш башҡарыусы кешенең төп принциптары һәм маҡсаты яҙылған документ. □ Программа (изложение основных положений и целей деятельности политической партии, организации, отдельного деятеля). / Программный. Фирҡә программаһы. ■ Рухи донъяның ҡая ситенә килеп баҫҡанлығын бик әсенеп һөйләне ул [яҙыусы] һәм үҙенең йөкмәткеле программаһы менән күптәргә оҡшаны. Д. Бүләков.
3. Ниндәйҙер сараны үткәреү, алып барыу планы, тәртибе. □ Программа. Конференция программаһы. ■ [Әхмәт Цаликов:] Саҡырыласаҡ съездың программаһын, уға делегаттар һайлау тәртибен, башҡа кәрәкле ҡағыҙҙарҙы әҙерләү фарыз бит әле, йәмәғәт. Р. Байымов.
4. Концертта, радио, телевидениела тапшырылған номерҙар теҙмәһе. □ Программа (перечень номеров, исполнителей, действу
ющих лиц театрального, концертного и других представлений). Концерт программаһы. Телевидение программаһы. Радиотапшырыуҙар программаһы. ■ Фирҙәүес Хәлилов-на концерт программаһын төҙөргә тотондо. Р. Байбулатов.
5. Уҡытылған фән дәрҙең ҡыҫҡаса эстәлеген һәм методологик йүнәлешен күрһәткән ҡулланма. □ Программа (краткое изложение содержания учебного предмета). / Программный. Уҡыу программаһы. Биология буйынса программа. Программа төҙөү. ■ [Зифа:] Дәрестәр ныҡлы әҙерлек менән ойошҡан рәүештә үтһен, программа материалдары уҡыусылар тарафынан ныҡлап үҙләштерелһен. Н. Мусин. Былар [ауыл йәштәре] алдына бер йыл эсендә тулы булмаған урта мәктәп программаһын үҙләштереү буйынса бурыстар ҡуйыла. Р. Өмөтбаев.
6. Станок, машина һ. б. ҡоролмала автоматик үтәү өсөн булған эш планы. □ Программа. / Программный. Станок өсөн деталдәрҙе эшкәртеү программаһы.
7. инф. Ниндәйҙер мәсьәләне компьютерҙа сисеү өсөн алгоритмик телдә яҙылған үтәлеү процесының тасуирланыуы. □ Программа. / Программный. Компьютер өсөн программа. Идара итеү программаһы. Та-мамланыш программаһы.
ПРОГРАММАЛАУ (программала-) (Р: программировать; И.: program; programme; T.: programlamak) ҡ.
1. инф. Электрон хисаплау машинаһында, компьютерҙа теге йәки был мәсьәләне сисеү өсөн программа төҙөү. □ Программировать. // Программирование (составлять программу решения определённой задачи для вычислительной машины). Мәғлүмәт базаларын программалау. Программалау технологиялары. Паскаль программалау теле.
2. Комплекслы программалар нигеҙендә иҡтисад үҫешенең һәм уны көйләү системаһының планын төҙөү. □ Программировать. // Программирование (составление плана развития экономики чего-л. и системы
173