ПРОГРАММАЛЫ
её регулирования на основе комплексных программ).
ПРОГРАММАЛЫ (Р: программный; И.: program; programmatic; T.: programlı) с.
1. Программаһы булған. □ Программный. Программалы компьютер.
2. Программаға бәйле, билдәле бер программаға ярашлы төҙөлгән. Өр-яңы программалы концерт.
ПРОГРЕСС [рус. < лат. progressus] (Р.: прогресс; И.: progress; T.: ilerleme) и. кар. үҫеш.
Алға китеш. □ Прогресс. Фәнни прогресс. ■ Егерме биш йыл инде ул [Юламан], мөйөш ҡыйып, Ҡуштирәктә техник прогресс ҡаҙаныштарына юл яра. Ә. Хәкимов. [Кыуа-тов] прогресҡа өлгәшеү өсөн аң-белемгә эйә булыуҙың мөһимлеген билдәләй, төрлө иҫке ғөрөф-ғәҙәт, хөрәфәт, ыҙан-йолаларҙан тиҙерәк ҡотолорға саҡыра. Ғ. Хөсәйенов.
ПРОГРЕССИВ (Р: прогрессивный; И.: progressive; T.: ilerici) с.
1. Үҫә, арта, көсәйә барған. □ Прогрессивный. Прогрессив хаҡтар. Прогрессив һалым.
2. Алға, яңылыҡҡа барған; алдынғы.
□ Прогрессивный. Прогрессив яҙыусы. Прогрессив аҙым. Прогрессив йүнәлеш. Прогрессив идеялар авторы. Прогрессив ысулдар ҡулланыу. И Ишмөхәмәт .. фән һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған, Мартиниан Иванов кеуек прогрессив ҡарашлы эшмәкәрҙәр менән бәйләнеш тотҡан. Ғ. Ҡунафин. [Янов:] Ваҡ хужалыҡтарҙы эреләтеу — прогрессив башланғыс. Яр. Вәлиев.
ПРОГРЕССИЯ [рус. < лах.progression] (Р: прогрессия; И.: progression; T.: dizi) и.
Арта йәки кәмей барыусы һандар рәте.
□ Прогрессия. Геометрик прогрессия. Арифметик прогрессия.
ПРОГУЛ [рус.] (Р: прогул; И.: truancy; absence; T.: işe izinsiz ara verme) u.
Хеҙмәткәрҙең сәбәпһеҙ эш ҡалдырыуы.
□ Прогул. / Прогульный. Прогулға юл ҡуймау. Прогул өсөн яза биреу. Прогул яһаусы. ■ Бер прогул арҡаһында ғәйәт куп зыян килеүе мөмкин. Ә. Бикчәнтәев. Ике сәғәт
прогул өсөн Остапчукка шелтә биргәндәр. Д. Исламов.
ПРОГУЛКА [рус.] (Р: прогулка; И.: walk; stroll; outing; T.: yürüyüş) и.
Саф һауала үткәрелгән бәләкәй ял сәйәхәте. □ Прогулка. Ҡала ситенә прогулка. Прогулкаға сығыу. ■ Елена Васильевна уға [Фәриткә] прогулкаға — тышҡа, саф һауаға сыға башларға рөхсәт итте. Ф. Әсәнов. «Тигр», һаҡсыларын эйәртеп, иртәнге прогулкаға сыҡҡан, һауа алыштырырға. Ә. Чаныш.
ПРОГУЛСЫ (Р: прогульщик; И.: truant; shirker; T.: kaytarıcı) и.
Прогул яһаған кеше. □ Прогульщик; прогульщица. Прогулсыларға карата сара куреу. ■ Вера .. Шаранскийҙың прогулсылар тураһында эште йомшаҡ ҡу йыу ын, прогул яһаусы эшсе, эшкә һалҡын ҡараусы геолог, техниктарҙы иркәләуен тәнҡитләуе менән бәйләп ҡараны. А. Таһиров.
ПРОДУКТ [рус. < лат. productus] (Р: продукт; И.: product; produce; T.: mahsul) и.
1. Кеше хеҙмәте менән эшләнгән нәмә.
□ Продукт. Хеҙмәт продукты.
2. Етештереүҙең ниндәйҙер өлкәһендәге эш, хеҙмәт һөҙөмтәһе булған нәмә, матдә һ. б. □ Продукт. / Продуктовый. Ауыл хужалығы продукттары. Продукттар етештереү. ■ Малсылыҡ продукттары әҙерләү, халыҡтан һалым менән заём йыйыу эштәре уңышлы тамамланды. Н. Мусин.
3. Химик йәки башҡа юл менән бүтән матдәнән барлыҡҡа килгән матдә.
□ Продукт. / Продуктовый. Яғыулыҡтың яныу продукттары. ■ [Вася:] Мазут, кәрәсин, бензин һәм башҡа нефть продукттары куп кәрәк беҙгә. А. Карнай.
4. Ашарға, туҡланырға яраған бөтә нәмә; аҙыҡ-түлек. □ Продукт. / Продуктовый. Туңдырылған продукттар. Тиҙ боҙолоусан продукттар. Төшкө ашҡа продукттар һатып алыу. ■ [Фазлетдин:] Дәүләтте икмәк, ит, һөт, май продукттары менән тәьмин итеу өсөн ҡайһы культураны ҡайҙа, күпме сәсергә .. кәрәклекте юғарынан сәйнәп ҡаптырыу бер ҙә мотлаҡ түгел тиелгән унда [ҡарарҙа]. Р. Байымов. Тәжрибәле ҡортсолар
174