Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 176


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОЕКТЛАШТЫРТЫУ
проектлаусылар һәм хужалыҡ етәкселәре менән осрашырға һуҙ ҡуйышҡайнылар. Ғ. Хисамов.
ПРОЕКТЛАШТЫРТЫУ (проектлаш-тырт-) ҡ. йөкм. ҡар. проектлаштырыу, понуд. от проектлаштырыу.
ПРОЕКТЛАШТЫРЫЛЫУ (проект-лаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. проектлаштырыу. страд, от проектлаштырыу. ■ Йылға аша һалынырға тейешле куперҙе ағас свайҙар ултыртып, шуға урҙа һалырға ла таҡта тушәп төҙөу проектлаштырылған. Н. Мусин.
ПРОЕКТЛАШТЫРЫУ (проектлаштыр-) (Р.: проектировать; И.: project; T.: projelendirmek) ҡ.
Ниҙеңдер проектын (1) төҙөү; проектлау. □ Проектировать. // Проектирование, проектировка. Бинаны проектлаштырыу. Мәктәпте проектлаштырыу. Проектлаштырыу ойошмаһы. Проектлаштырыу экспедицияһы. ■ Ҡеше яңынан-яңы энергия сығанаҡтарын эҙләй, бик ҙур дәумәлдәрҙәге электр станциялары ҡороуҙы проектлаштыра. Ш. Янбаев.
ПРОЕКТОР [рус. < лат. projector] (Р.: проектор; И.: projecting camera; projection apparatus; projection device; T.: projektör) и.
Берәй нәмәнең ҙурайтылған һүрәтен экранға төшөрөү өсөн ҡулланылған яҡтылыҡ приборы; проекцион аппарат. □ Проектор. Дәрестә проектор ҡулланыу. Йорт кинотеатры проекторы.
ПРОЕКТСЫ (Р: проектировщик; И.: projector; designer; T.: projeci) и.
Проект (1) төҙөүсе; проектлаусы. □ Проектировщик; проектировщица. Проектсы вазифаһы. Идара проектсылары.
ПРОЕКЦИОН (Р: проекционный; И.: projection; projection type; T.: projeksiyon) c.
Проекцияға (1) мөнәсәбәтле. □ Проекционный. Проекцион телевизор. Проекцион аппарат. Проекцион калькулятор.
ПРОЕКЦИОН ФОНАРЬ (Р: проекционный фонарь; И.: projector; magic lantern; T.: projektör) и.
Һүрәтте ҙурайтып экранға төшөрә торған оптик аппарат. □ Проекционный фонарь. Проекцион фонарь ҡулланыу.
ПРОЕКЦИЯ [рус. < лат. projectio] (Р: проекция; И.: projection; T.: projeksiyon) и.
1. мат. Арауыҡтағы фигураларҙың яҫылыҡтағы һүрәтләнеше. □ Проекция. / Проекционный. Нөктәнең проекцияһы. Киҫектең тура һыҙыҡҡа проекцияһы. Фигураның проекцияһы.
2. махс. Хәрәкәтһеҙ объекттарҙың экранға проектор аша төшөрөлөшө. □ Проекция. / Проекционный. Стереографик проекция. Проекция ысулы.
ПРОЖЕКТ [рус. < фр. projet < лат. projectus] (Р: прожект; И.: pipe dream; T.: tasarı) и.
Тормошҡа ашмаҫ хыял, нигеҙһеҙ проект.
□ Прожект. Прожект төҙөу. Прожекттар менән янып йөрөу. Бөткөһөҙ прожекттар менән ҡаңғыртыу.
ПРОЖЕКТОР [рус. < фр. projecteur < лат. projectus] (Р: прожектор; И.: projector; T: projektör) и.
Көслө яҡтылыҡ нурын бер йүнәлешкә төбәп ебәрә торған ҡорамал. □ Прожектор. / Прожекторный. Электрон прожектор. Прожекторҙар менән яҡтыртыу. ■ Ҡапыл прожектор яҡтыһында ниҙер ялт итеп ҡалғандай булды. Р. Солтангәрәев. Ҡара төндө яҡты итә прожектор шәуләһе. Бәйеттән.
ПРОЖЕКТОРСЫ (Р: прожекторист; И.: operator; T: projektörcü) и.
Прожекторҙы хеҙмәтләндергән кеше.
□ Прожекторист. Прожекторсы булып эшләу.
ПРОЗА [рус. < лат. prosa] (Р: проза; И.: prose; T: nesir) и. ҡар. сәсмә әҫәр.
1. Көйгә, үлсәмгә һалмай яҙылған, шиғри булмаған әҙәби әҫәр. □ Проза. / Прозаический. Тарихи проза. Проза яҙыусы. ■ Яҙыусы романында башҡорт прозаһы алдында торған куп кенә идея-эстетик принциптарҙы хәл итеугә лә һәйбәт өлөш индерҙе. Ә. Вахитов. Тәнҡитсе һәм ғалим булып әҙәбиәткә килгән Әхиәр Хәкимов тиҙ арала проза оҫтаһы булып та танылып өлгөрҙө. Р. Байымов.
2. Көндәлек, ябай, күңелһеҙ бер төрлөлөк.
□ Проза. ■ Туйҙан һуң ҡәйнә йортонда Ел-
176