Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 178


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОКАТЛАНЫУ
ваҡиғаһына әүерелде. «Йәшлек», 12 март
2009.
ПРОКАТЛАНЫУ (прокатлай-) ҡ. төш. ҡар. прокатлау, страд, от прокатлау. Прокатланған ҡара металл, ҡорос торбалар, радиатор һәм йылытыу конвектор-ҙары ҡайтарыла.
ПРОКАТЛАУ (прокатла-) (Р.: прокатывать; И.: roll; mill; T.: haddeden geçirmek) ҡ. тех.
Прокаттан (I, 1) үткәреү (металды).
□ Прокатывать. // Прокатка; прокатывание. Торба прокатлау, в Белорет комбинатының металлургия өлөшөн япҡас, Тукан руднигы ла бөлдө, Тирлән ҡалай тимер прокатлау цехы ла болванкаларһыҙ ҡалды. «Йәшлек», 18 июль 2009.
ПРОКАТСЫ (Р.: прокатчик; И.: millman; rollerman; roller; T.: haddeci) и.
Прокат цехында эшләгән эшсе. □ Прокатчик. ■ Бөгөн уларҙың [ауыл йәштәренең] береһе — прокатсы, икенсеһе — канат һуҙыусы, өсөнсөһө — йә суйын ҡойоусы, йә ҡорос бешереүсе. М. Тажи.
ПРОКЛАМАЦИЯ [рус. < лат. procla-matio] (Р.: прокламация; И.: leaflet; proclamation; T: bildiri) и. тар.
Сәйәси йөкмәткеле агитация ҡағыҙы.
□ Прокламация. / Прокламационный. Прокламация ҡағыҙы. Прокламация яҙыу. Прокламациялар баҫыу. М [Гриша] Айбулатка «Искра»лағы бик күп мәғәнәләрҙе эсенә алған бер прокламация буләк итте. Һ. Дәүләтшина. [Баһау] Силәбе эшселәре араһына барып, прокламациялар таратыуҙа ғәйепләнеп, бер ни тиклем ваҡыт төрмәлә булып сыҡҡанлығын да һөйләне. Ғ. Хәйри.
ПРОКЛИТИКА [рус. < гр.proklitikos] (Р: проклитика; И.: proclitic; T: sonraki kelime ile söylenen sözcük) и. лингв.
Бер такт эсендәге баҫымһыҙ һүҙҙең баҫымлы һүҙ алдында килеүе. □ Проклитика. Ярҙамсы һуҙҙәр проклитика сифатында киләләр.
ПРОКУРАТУРА [рус. < лат. procure] (Р: прокуратура; И.: government attorney; procuratorship; T.: savcılık) и.
Ҡанундарҙың үтәлешен күҙәтеү һәм уларҙы боҙоусыларҙы судҡа тартыу өсөн ойошторолған дәүләт власы органы. □ Прокуратура. Прокуратура хеҙмәткәре. ■ Хәрби прокуратура эште йылдам, егәрле алып барҙы. М. Кәрим. Урман-ерҙәребеҙ именлеге өсөн урындағы уҙидара ла, прокуратура ла яуаплы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2010.
ПРОКУРОР [рус. < лат. procurare] (Р: прокурор; И.: procurator; counsel for the prosecution; T.: savcı) и.
1. Закондың дөрөҫ үтәлешен күҙәтеп торған дәүләт кешеһе. □ Прокурор. / Прокурорский. Ҡала прокуроры. Прокурор вазифаһы. Прокурор итеп тәғәйенләү. ■ Прокурорҙың хәле кискә табан яҡшырҙы. С. Агиш. Ауыл советы тулы кеше: прокурор, милиция начальнигы, милиция кейемендәге йәнә икәү. Н. Мусин.
2. Судта дәүләт исеменән сығыш яһаған ғәйепләүсе. □ Прокурор. / Прокурорский. Прокурор сығышы. Н Ҡалын кәүҙәле прокурор күҙлеге өҫтөнән бер Барсынбикәгә, бер Мәҙинәгә ҡараны. Т. Ғарипова.
ПРОЛЕТАР I [рус. пролетарий] (Р: пролетарий; И.: proletarian; proletary; T.: proletarya) и. тар.
Капиталистик йәмғиәттәге етештереү ҡоралына эйә булмаған ялланма эшсе; пролетарий. □ Пролетарий. Пролетарҙар власы.
ПРОЛЕТАР II (Р: пролетарский; И.: proletarian; proletary; T.: proletarya) с. map.
1. Пролетариатҡа мөнәсәбәтле, пролетариат принцибына нигеҙле. □ Пролетарский. Пролетар фирҡә. Пролетар шағир. ■ Ҡайтҡас, уны [Ҡорбанды], ауылдың иң пролетар кешеһенә һанап, рәйес итеп ҡуйғандар. М. Хужин. Башҡортостан менән Ленинградты күптәнге пролетар дуҫлыҡ бәйләй. Ш. Янбаев.
2. Пролетариат принцибына ярашлы, пролетариатҡа хас. □ Пролетарский. Пролетар интернационализм.
ПРОЛЕТАРИАТ [рус. < лат. proletarius] (Р: пролетариат; И.: proletariat; T.: proletarya) и. тар.
Ялланып хеҙмәт иткән эшселәр (пролетарҙар) синыфы. □ Пролетариат. Проле
178