Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 180


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОМЫСЛОВИК
промыслаһы. Һунарсылыҡ промыслаһы. Тире промыслаһы. И Геологтар, картографтар, геофизиктар, промысла һунарсылары, егерҙар — ҡайҙа ла таныштары етерлек уның [Седктың]. С. Шәрипов.
ПРОМЫСЛОВИК (промысловигы) [рус.] (Р.: промысловик; И.: field man; T.: zanaatkar) и.
Промыслала (1) эшләгән кеше. □ Промысловик. ■ Амантаев промысловик тугел, быраулаусы. Р. Солтангәрәев.
ПРОМЫШЛЕННИК (промышленни-гы) [рус.] (Р: промышленник; И.: industrialist; industrial; manufacturer; T.: sanayici) и. ҡар. сәнәғәтсе.
Сәнәғәт предприятиеһы хужаһы. □ Промышленник. Эре промышленник. ■ Промышленниктарҙың бирешергә бик самалары юҡ ине. Ғ. Хөсәйенов. [Рыбаков:] Батша ике губерналағы алпауыттарҙы ла, алтын промышленниктарын да яҡлаясағы алдан уҡ мәғлум. Я. Хамматов.
ПРОМЫШЛЕННОСТЬ (промышленносы) [рус.] (Р: промышленность; И.: industry; T.: sanayi) и. ҡар. сәнәғәт.
1. Халыҡ хужалығының етештереү саралары һәм ҡулланыу нәмәләре етештереү, шулай уҡ ҡаҙылма байлыҡ сығарыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән тармағы. □ Промышленность. / Промышленный. Эшкәртеу промышленносы. Промышленность уҙәге. Промышленность тауарҙары. И Йылдан-йыл беҙҙең нефть промышленносы көсәйә. А. Карнай.
2. Шул етештереү тармағының айырым төрө. □ Промышленность. / Промышленный. Ауыр промышленность. Авиация промышленносы. Ағас эшкәртеу промышленносы. Ер аҫты байлыҡтарын табыусы промышленность. Н «Химпром» медицина промышленносына купме сырьё бирә! Д. Бүләков. Ул [Тасимов] хәҙерге заманда Уралда тау промышленносы тиҙ уҫеп барғанда әҙерлекле кадрҙар кәрәклеген .. нигеҙләргә тырышҡайны. Ғ. Хөсәйенов.
ПРООБРАЗ [рус.] и. ҡар. прототип.
ПРОПАГАНДА [рус. < лат. propaganda] (Р: пропаганда; И.: propaganda; propagation; T.: propaganda) и.
Билдәле бер идеяны, ҡарашты, тәғлимәтте халыҡҡа таратыу, аңлатыу эше. □ Пропаганда. / Пропагандистский. Сәйәси пропаганда. Һуғышҡа ҡаршы пропаганда. Пропаганда эше. ■ Сабуров партия Әлкә Комитетының пропаганда булегенә тәғәйенләнде. Ә. Хәкимов. [Хатта] район һәм ҡала комитеттарына пропаганда эшендә һабантуй кеуек халыҡ байрамын да файҙаланырға кәрәк, тиелгәйне. Ғ. Хисамов.
ПРОПАГАНДАЛАНЫУ (пропагандалап-) ҡ. төш. ҡар. пропагандалау, страд, от пропагандалау. К Унда [телевизорҙа] төрлө каналдарҙан көнө-төнө ултереш, атыш, хәйлә, мәкер, секс пропагандалана. Л. Яҡшыбаева.
ПРОПАГАНДАЛАУ (пропагандала-) (Р: пропагандировать; И.: propagandize; Т.: propaganda yapmak) ҡ.
Билдәле бер йүнәлештә идея, ҡараш, тәғлимәт таратыу, аңлатыу. □ Пропагандировать. // Пропагандирование. Яңы уҡытыу ысулдарын пропагандалау. Алдынғы тәжрибәне пропагандалау. М С. Юлаевтың тормошон, эшмәкәрлеген һәм ижадын өйрәнеугә һәм пропагандалауға совет осоронда Әбубәкер Усманов, Әхнәф Харисов, Инга Гвоздикова, Виктор Сидоров, Гайса Хөсәйенов, Мирас Иҙелбаев ҙур өлөш индерҙе. Р. Шәкүр.
ПРОПАГАНДИСТ (пропагандисы)
[рус.] (Р: пропагандист; И.: propagandist; Т.: propagandacı) и.
Пропаганда менән шөғөлләнгән кеше. □ Пропагандист. Ялҡынлы пропагандист. ■ Өлкән пропагандист булып институт уҡытыусыһы К. Мельников тәғәйенләнде. Р. Өмөтбаев. Туңәрәкте совхоздың штаттағы пропагандисы, тәбәнәк һәм яурынтаҡ, тырпаҡ сәсле, купкән ҡорһаҡ Назаров алып бара ине. И. Абдуллин.
ПРОПАГАНДИСТИК (Р: пропаган дистский; И.: propaganda; propagandist; T.: propaganda amaçlı) c.
180