Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 181


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОПУСК
Пропагандаға мөнәсәбәтле. □ Пропагандистский. Пропагандистик эш. Пропагандистик шиғыр. Пропагандистик плакат.
ПРОПАН [рус. < нем. Propan] (Р.: пропан; И.: propane; Т.: ргорап) и.
Төҫһөҙ газ (тәбиғи хәлдә һәм нефть газдарында булып, нефть продукттарын эшкәрткәндә барлыҡҡа килә). □ Пропан. Пропан формулаһы. Баллондағы пропан.
ПРОПЕДЕВТИКА [рус. < гр. propaideuo ‘алдан өйрәтәм’] (Р: пропедевтика; И.: propaedeutics; preliminary study; T: yeni bir ilme başlangıç olan) u.
1. Ниндәйҙер фәндең ҡыҫҡаса башланғысы, кереш курсы. □ Пропедевтика (введение в науку). Пропедевтика курсы. Педагогикала пропедевтика.
2. мед. Клиник дисциплинала ауырыу кешене ҡарау, сирҙе асыҡлау буйынса бүлек. □ Пропедевтика. Эске ауырыуҙар про-педевтикаһы. Балалар ауырыуҙары про-педевтикаһы.
ПРОПЕЛЛЕР [рус. < ингл. propeller < лат. propello] (Р: пропеллер; И.: propeller; Т.: pervane) и.
Двигатель ярҙамында хәрәкәткә килеп, тартыу көсөн барлыҡҡа килтерә торған бер нисә башлы өйрөлтмәк. □ Пропеллер. Самолёт пропеллеры. Вертолёт пропеллеры. ■ Пропеллер һаман яй ғына әйләнә. Ә. Хәкимов. Аэропландың алдындағы пропеллеры зырылдап әйләнә башланы. М. Садиҡова.
ПРОПИЛЕН [рус.] (Р: пропилен; И.: propylene; propene; T.: propilen) и. хим.
Нефть эшкәрткәндә сыға һәм техникала файҙалана торған органик ҡушылма, газ. □ Пропилен. Пропилен формулаһы.
ПРОПИСКА [рус.] (Р: прописка; И.: registration; T.: ikamet kaydı) и. һойл. теркәү.
Кешенең йәшәгән ерендә рәсми рәүештә теркәлеше һәм шул теркәлеште күрһәтеп паспортҡа ҡуйылған билдә. □ Прописка. / Прописной. Ваҡытлы прописка. Прописканан төшөү. Прописка ҡағыҙы. ■ [Сәмиғҡа] Мәскәүгә барып, прописканан төшөргә лә пенсияһын бында күсерергә кәрәк. Т. Ғиниәтуллин. [Нәғимә:] Ҡалала
балаларҙы мәктәпкә, йәслегә урынлаштырыу, үҙебеҙгә эш табыу, пропискаға инеү, башҡа мәсьәләләр тыуасаҡ. Ә. Әминев.
ПРОПОЛИС [рус. < гр. propolis] (Р: прополис; И.: propolis; bee-glue; bee glue; T: ап reçinesi) и. ҡар. умарта елеме.
Ҡорттар ағас бөрөләренән, япраҡтарынан йыйылған ыҫмалалы еҫемдәрҙе эшкәртеп яһаған ҡарағусҡыл йәшел төҫтәге йәбешкәк матдә. □ Прополис. Прополистың дауалау үҙенсәлеге. Прополис ҡушып яһалған препараттар. И Сауҙа рәттәрендә бал ғына түгел, башҡа төрлө умартасылыҡ тауарҙарын да күрергә була ине: прополис, балауыҙ, һитә, инә ҡорт homo, косметика һәм башҡалар. «Башҡортостан», 27 декабрь 2012.
ПРОПОРЦИОНАЛЬ (Р: пропорциональный; И.: proportional; T.: orantılı) с.
1. Сағыштырма үлсәме, дәүмәле тейешле самаға тап килешле; нисбәтле. □ Пропорциональный. Пропорциональ вәкиллек системаһы. Пропорциональ киҫәктәр. Эш хаҡының пропорциональ бүленеүе.
2. мат. Нимәгәлер нисбәтән арта йәки кәмей торған; нисбәтле. □ Пропорциональный. Пропорциональ киҫектәр. Пропорциональ өлоштәр. Тура пропорциональ дәүмәлдәр. Пропорциональ бүлеү.
ПРОПОРЦИЯ [рус. < лат. proportio] (Р: пропорция; И.: proportion; T.: oran) и. ҡар. нисбәт.
1. Өлөштәрҙең үҙ-ара билдәле бер дәүмәлдә айырыл ыуы. □ Пропорция. Композицияның пропорциялары. Әҙәби композицияның пропорциялары. ■ Халыҡ орнаментының ҡоролошонда ғәжәп бер йыйнаҡлыҡ һыр-биҙәктәрҙең симметрия ҡанундарына буйһоноп килеүе, пропорцияларҙың .. теүәл булыуы, айырым элементтарҙың үҙ-ара килешеүе менән олгәшә. Н. Бикбулатов.
2. мат. Мөнәсәбәтле ике һандың тигеҙлеге. □ Пропорция. Геометрик пропорция. Математикала пропорция.
ПРОПОРЦИЯЛЫ с. ҡар. пропорциональ.
ПРОПУСК [рус.] (Р: пропуск; И.: pass; Т.: giriş kartı) и.
181