ПУРИТАН
Пуризм яҡлы кеше. □ Пурист, пуристка. Пурист булыу. Һауалы пурист.
ПУРИТАН [рус. < лат. puritas ‘таҙалыҡ’] (Р.: пуританин; И.: Puritan; T.: püriten) и.
1. XVI—XVII быуаттарҙа Англия ла таралған дини-сәйәси ағымда ҡатнашыусы. □ Пуританин. Пуритандың сығышы. Пури-тандарҙың этикаһы. Пуритандарҙың дини ышанысы.
2. Тормошта, көнкүрештә үтә тыйнаҡлыҡ яҡлы кеше. □ Пуританин. Пуритан булыу. Пуритан ҡыланышы.
ПУРПУР [рус. purpura] (P.: пурпур; И.: purple; T: erguvan rengi) и. ҡар. ҡарағусҡыл ҡыҙыл.
1. Ҡуйы ҡыҙыл төҫ. □ Пурпур. Пурпур төҫөндә. Шәмәхәне ҡыҙылға ҡушһаң, пурпур килеп сыға.
2. Ҡуйы ҡыҙыл буяу. □ Пурпур. Пурпур менән буяу. Пурпур беҙҙең эраға тиклем 1600 йыл элек ук ҡулланылған. Туҡыма буяуҙа ҡулланылған пурпур.
3. иҫк. Ҡуйы ҡыҙыл туҡыма йәки шундай туҡыманан тегелгән затлы кейем. □ Пурпур. Пурпур тектереу. Пурпур кейеу. Пурпур хакимлыҡ билдәһе тип йөрөтөлгән.
ПУТАССУ [рус. < фр. poutassou] (Р: путассу; И.: blue whiting; T: mezgit) и. зоол.
Треска һымаҡтар төркөмөнә ҡараған диңгеҙ балығы. □ Путассу (лат. Micro-mesistius). Төньяҡ путассуһы. Путассу ыуылдырығы. Путассу селбәрәһе.
ПУТЁВКА [рус.] (Р: путёвка; И.: route sheet; T: yol belgesi, irsaliye) u.
1. Эшкә, уҡырға, ялға тәғәйенләп ебәрелгән кешенең ҡулына бирелә торған рәсми ҡағыҙ. □ Путевка. Путёвка буләк итеу. Путёвка хаҡы. ■ Аҡса барҙа путёвка көтөргә кәрәк, путёвка килеп сыҡһа — аҡса юҡ. Д. Бүләков. Рафаэль йыл да санаторийға путёвка хәстәрләне. М. Ғиләжев. Рәмзиә .. берәй «янған путёвка» хаҡында ишетеугә, отпускыһын ала һалып, бығаса һис уйламаған бер яҡҡа китә лә бара. М. Садиҡова. [Мөбәрәк ағай — Кәбиргә:] Ҡайтыуыңа берәй яҡҡа путёвка әҙерләп ҡуйырмын, һаулығыңды нығытып ҡайтырһың. Р. Кинйәбаев.
2. махс. Маршруты һәм тейешле эше күрһәтелеп, транспорт йөрөтөүсенең ҡулына бирелә торған рәсми ҡағыҙ.
□ Путёвка. Путёвка яҙҙыртып алыу. Путёвкала билдәләнгән маршрут. Путёвкалағы мөһөр. ■ Азамат егеттәрҙең йыш ҡына ике путёвка алып йөрөуҙәрен белә ине. Р. Солтангәрәев. Ул [Тайса], путёвка алыу өсөн, диспетчерҙар өйөнә керҙе. Н. Мусин.
3. Һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙы, лицензия. □ Путёвка. Өйрәк атыуға путёвка. ■ [Айыу ҡоҙа:] Өфө яғында путёвка менән өйрәк-маҙарға, ҡуянға [һунар бар]. С. Шәрипов.
♦ Тормош путёвкаһы эшкә, тормошҡа йүнәлеш биргән белем, күнекмә. □ Путёвка в жизнь. ■ [Сөйөмбикә:] «Бына ул, Гулечка йәнем, тормошҡа путёвка», — тип иҙәнгә, Гөлсинәнең аяҡ аҫтына, ырғытты. Диплом ине был. Ф. Әсәнов.
ПУТЕВОЙ ЛИСТ (лисы) и. һөйл. ҡар. путёвка 2. Путевой лист яҙҙырыу. Путевой листағы маршрут. Путевой лисҡа мөһөр баҫтырыу.
ПУТСЫЗ (Р: бестолковый; И.: muddleheaded; T.: anlayışsız) с. диал. ҡар. мәғәнәһеҙ.
Мәғәнәһе булмаған, эске йөкмәткеһеҙ.
□ Бестолковый. Путсыз егет. Путсыз ҡылыҡ.
ПУТЧ [рус. < нем. Putsch ‘этәреү, хәрәкәткә килтереү’] (Р: путч; И.: putsh; Т.: darbe, devlet darbesi) и. сәйәси, ҡар. фетнә.
Ҡораллы фетнә йәки дәүләт түңкәрелеше.
□ Путч. Хәрби путч. Йәш офицерҙар путчы. Август путчы.
ПУФ I (Р: подражание звуку, шуму выпускаемого воздуха; И.: imitation of sound, noise, produced from HP air; T.: püf) оҡш.
Атылып сыҡҡан боҫ, һауа һ. б. тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, шуму выпускаемого воздуха. Пуф итеу. Пуф тигән тауыш сығарыу. ■ Бесәй кеуек татлы йоҡоға сумған Сәрбиямалдың бер өҙлөкһөҙ уф, пуф иткән тауышында ла ниндәйҙер асыулы янау ишетелә һымаҡ. 3. Биишева. «Бер ҙә сырхау кешегә оҡшамағанһың да ул, — тип атаһының һуҙҙәрен элеп алды
196