ПҮНӘТӘЙ
малай. — Тоҡом угеҙе кеуек «пуф!» итеп тораһың ана!» М. Садиҡова.
ПУФ II [рус. < фр. pouf] (Р.: пуф; И.: pouffe; T.: puf) и.
Артһыҙ йомшаҡ ултырғыс. □ Пуф. Пуфҡа ултырыу. Яңы пуф.
ПУФКА и. диал. ҡар. төймә. Пуфка тағыу. Бәләкәй пуфка. Пуфка тишеге.
ПУФ-ПУФ (Р: подражание многократным звукам тяжёлого дыхания; И.: onomatopoeic word; T.: püf püf) оҡш.
Ҡабат-ҡабат пуф иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным звукам тяжёлого дыхания. Пуф-пуф тигән тауыш ишетелеу. Пуф-пуф килеу.
ПУФЫЛДАУ (пуфылда-) (Р: пыхтеть; И.: puff; T.: oflayıp puflamak) ҡ.
Пуф-пуф итеү, пуф та пуф килеү. □ Пыхтеть. Пуфылдап ҡуйыу. Пуфылдап йөрөу. Пуфылдаған тауыш сығарыу. ■ Төтөн болоттары ғына, пуфылдаған ауыҙҙарҙан сығып, ургә, .. тубә, мөйөштәргә урләнеләр. Һ. Дәүләтшина. Хәкимдең уйҙарын булеп, «пуфылдап», станцияға поезд килеп туҡтаны. М. Багаев.
ПУЧЫМИС и. диал. ҡар. төймә. Салбарҙың пучымисы. Аҡ пучымис. Пучымис төрө.
ПУШКА [рус. < пол. puszka ‘ырғытыу, сөйөү’] (Р: пушка; И.: gun; Т.: top) и.
1. Оҙон кәбәкле артиллерия ҡоралы; туп. □ Пушка. / Пушечный. Пушка гөрһөл-дәуе. Пушканың прототибы X быуатта уҡ барлыҡҡа килгән. Зенит пушкаһы. Танк пушкаһы. ■ Карап командиры лейтенант Подгорный .. пушка көбәгенә уҙе снаряд тыҡты. И. Абдуллин. Пушка, мылтыҡ һәм автоматтарҙан бирелгән салюттың шаңдауы бик йыраҡҡа, тауҙар артына, барып яңғыраны. Ғ. Аллаяров. Куҙгә терәгән ракетница фашисҡа пушка көбәге булып куренгән. И. Ғиззәтуллин.
2. Радиактив нурҙар менән дауалау аппараты. □ Пушка.
ПУШИНКӘ (хутор; И.: isolated farmstead; T.: küçük çiftlik) и. диал. ҡар. утар.
1. Ауылдан күсеп ултырған бер нисә йорт һәм шулар биләгән ер. □ Хутор. Пушинкәгә кусеу. Пушинкәлә йәшәу. Пушинкә халҡы.
2. Ауылдан алыҫҡа сығарып һалынған йорт, ҡаралдылы бәләкәй хужалыҡ берәмеге. □ Хутор, починок. Пушинкәләге ваҡиға. Йыраҡтағы пушинкә.
ПУШТУ (Р: пушту; И.: Pushto; T.: Peştu dili) и.
Көнсығыш фарсы телдәренең береһе (Афғанстандың дәуләт теле). □ Пушту. Пушту диалекттары. Пушту теленең грамматикаһы.
ПУШТУН (Р: пуштун; И.: Pushto(s); Т.: Peştu) и. этн.
Афғанстандың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләт кешеһе (фарсы телдәренең береһендә һөйләшә). □ Пуштун. Пуштундарҙың нәҫеле. Афғанстандың көнсығышында йәшәгән пуштундар. Пешавар пуштундары.
ПҮГӘРӘП (пүгәрәбе) (Р: погреб; И.: cellar; T.: bodrum, mahzen) и. диал. ҡар. мөгәрәп.
Төрлө нәмә һаҡлау өсөн ергә ҡаҙып, өҫтөн ябып яһаған махсус соҡор. □ Погреб. Картуф пугәрәбе. Пугәрәп ҡаҙыу. Пугәрәп-тә һаҡлау. Пугәрәп төҙөу. Пугәрәптең эсе.
ПҮЛӘТӘЙ (Р: овсюг; И.: oat grass; T: yabani yulaf) и. бот. диал. ҡар. ҡара һоло.
Ялбыр башаҡлы, оҙонса орлоҡло, һолоға оҡшаған ҡый үләне. □ Овсюг (лат. Avena fatua). Бейек уҫкән пуләтәй. Пуләтәй орлоғо. Пуләтәй сабыу.
ПҮНӘТӘЙ [рус. понятой] (Р: понятой; И.: witness; T.: tanık) и. һөйл. ҡар. шаһит.
Тентеү яһағанда, мөлкәтте яҙғанда һ. б. осраҡта власть органдары тарафынан ситтән ҡатнаштырылған кеше. □ Понятой, понятая. Пунәтәй булыу. М Итсе Сәләй менән десятник Сәфәрғәли пунәтәй булып килгәндәр. А. Карнай. [Носрай] артынан шомло әҙәм — биленә наган таҡҡан милиционер һәм пунәтәй атланы. Й. Солтанов. [Кыҙрас бай — Солтанға:] Ә һин, оятһыҙ, пунәтәй булып килдеңме? — тип ҡысҡырҙы. А. Таһиров.
197