Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 198


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПФЕННИГ
ПФЕННИГ [рус. < нем. Pfand ‘билдә’] (Р.: пфенниг; И.: pfennig; T.: fenik) и.
Германияла евроға тиклем йөрөгән бер марканың йөҙҙән бер өлөшөнә торошло аҡса берәмеге. □ Пфенниг. Егерме пфенниг. Пфенниг менән түләү. Пфенниг VII быуатта һуғыла башлаған.
ПЫЖЫУ (пыжы-) (Р: увядать; И.: fade; T.: solmak) ҡ. диал. ҡар. быжыу.
Йылыла оҙаҡ ятҡандан йомшап бөршәйеү (йәшелсә-емешкә ҡарата). □ Увядать, становиться вялым (об овощах и фруктах). Ҡыяр пыжып китте. Картуф пыжыған.
ПЫЛАНУТ (Р: кипрей; И.: willow-herb; T.: yakı otu) и. бот. диал. ҡар. боланут.
Оҙон һабаҡлы, ҡусҡыл ҡыҙыл йәки ал төҫтәге һепертке сәскәле урман үләне.
□ Кипрей, иван-чай (лат. Epilobium). Пыла-нутты сәй итеп әсәләр. Пыланут балы. Пыланут менән дауалау.
ПЫЛСЫМАҠ (Р: недопечённый; И.: half-baked; T.: yarı pişmiş, hamur) с. диал. ҡар. бысый.
Бешеп етмәүҙән йәбешкәкләнеп, лысҡылдап торған (икмәккә ҡарата). □ Недопечённый, неудавшийся, сырой (о хлебе). Пылсымаҡ булыу. Пылсымаҡ икмәк.
ПЫЛТ (Р: подражание внезапному, неожиданному мерцанию; И.: imitation of а sudden, unexpected flicker; T.: ani, beklenmedik titreme taklidi) оҡш.
Яҡтылыҡ сығанағы (шәм, фонарь һ. б.) балҡыуына оҡшатыу. □ Подражание внезапному, неожиданному мерцанию. Шәм пылт итеп ҡалды. Пылт итеп янып һүнеү.
ПЫЛТЫРАУ I (пылтыра-) (Р: поссориться; И.: quarrel (with); T.: arası açılmak, bozuşmak) ҡ. диал.
1. Үҙ-ара мөнәсәбәтте боҙоу; боҙолошоу.
□ Поссориться. Күрше менән пылтырау. Пылтырап бөтәү. Ҡатыны менән пылтырап китеп айырылыштылар.
2. күсм. Урынлы-урынһыҙ эш, һүҙ араһына тығылыу, һүҙгә ҡыҫылыу. □ Вмешиваться. Кәрәкмәгән ергә пылтырау. Йылтырарға ярата. Пылтырап йөрөү.
ПЫЛТЫРАУ II (пылтыра-) (Р: изнашиваться; И.: fray; T.: yıpranmak) ҡ. ҡар. туҙыу.
Тотоноу, ваҡыт үтеү арҡаһында алама, иҫке, яраҡһыҙ хәлгә килеү; иҫкереү.
□ Изнашиваться. Бумала пылтыраған. Ойоҡ пылтыраған. Пылтырай башлау.
ПЫР, пырр (Р: подражание звуку, возникающему при порхании птиц; И.: опо-matopoe(t)ic word; T.: pır pır) оҡш.
Ҡапыл осҡан ваҡ ҡоштоң ҡанат елпегән тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему при порхании птиц. Пыр тигән тауыш сығарыу. Пыр тауышын ишетеү. М Ҡыҙҙар, күбәләк һымаҡ пыр осоп, оҫтәл янынан тороп китте. Р. Байбулатов. Турғай пыр итеп осоп китә. Әкиәттән.
ПЫРАН-ЗАРАН КИЛЕҮ (пыран-зыран кил-) (Р: приходить в беспорядочное состояние; И.: come in a chaotic state; T.: düzensiz duruma gelmek) ҡ.
1. Аҫты-өҫкә килеп туҙыу; боларыу.
□ Приходить в беспорядочное состояние. Пыран-заран килеп бөтөү.
2. Аҫты-өҫкә килеп юҡҡа сығыу. □ В пух и прах. Пыран-заран килгән хыял. ■ Комиссияны үтә алмаған егермеләп егет, пыран-заран килгән йәшлек хыялдарыбыҙ менән хушлашып, ҡайтып киттек. Ш. Бикҡол.
ПЫРАН-ЗАРАН КИЛТЕРЕҮ (пыран-заран килтер-) (Р: разбросать; И.: throw about; T.: dağıtmak, atmak) ҡ.
1. Аҫтын өҫкә килтереп туҙҙырыу; болартыу. □ Разбросать, раскидать. Йортто пыран-заран килтереү. М Файҙаның «Мин ҡотҡарып алып ҡалмаһам...» тигән һүҙҙәре егеттең күңелен пыран-заран килтергәйне инде. Р. Байбулатов. Айыу инеп, умарталыҡты пыран-заран килтергән. Әкиәттән.
2. Туҙҙырып юҡҡа сығарыу; тар-мар итеү. □ Разгромить. Пыран-заран килтереп бөтөү. ■ Утыҙынсы йылдарҙа .. тирә-яҡҡа йәннәт йәме балҡытып торған ике ҡатлы был аҫыл йортто пыран-зыран килтереп һүтеп ташлайҙар. С. Поварисов. Бейеш батыр, үҙенең дошмандарын пыран-заран килтереп, ҡасып китер булған, ти йыр тарихы. С. Галин. Урт һалыу, мосолман зыяраттарын пыран-заран килтереү, мөьминдәрҙе мыҫҡыл итеү губернаторҙың күҙ алдында барҙы. Ғ. Ибраһимов.
198