ПЫР ТУҘЫУ
ПЫРАУЫЛКА [рус. переулок} (Р.: переулок; И.: side street; T.: ara/yan sokak) и. диал. ҡар. тыҡрыҡ.
Өйҙәр араһынан оло урамға түтә сыҡҡан бәләкәй урам. □ Переулок. Пырауылка буйы. Пырауылка яҡлап. Пырауылка арҡыры.
ПЫРҘАМҪЫҘ (Р.: слабый; И.: weak; Т.: zayıf) с. диал. ҡар. көсһөҙ.
1. Физик көсө аҙ. □ Слабый. Пырҙамҫыҙ ат. Пырҙамҫыҙ егет. Пырҙамҫыҙ булыу.
2. Мәғәнә белмәгән, уйлап эш итмәгән, уйлан һөйләмәгән; мәғәнәһеҙ. □ Бестолковый. Пырҙамҫыҙ, ҡабара ҙа китә. Пырҙамҫыҙ холоҡло.
ПЫРЛАУ (пырла-) (Р: вспорхнуть с шумом; И.: flush with noise; T.: pırlamak) ҡ.
1. Пыр итеү, пыр килеү; фырлау. □ Вспорхнуть с шумом. Пырлап осоу. ■ Аҡҡоштар ҡурҡышып кулдең бер ситенә барып һыйындылар. Һандуғастар пырлап икенсе ергә осоп барып ултырҙылар. Б. Ишемғолов.
2. кусм. Асыуланып, ҡыҙып китеп, әрләргә керешеү. □ Вспыхнуть, обругать. SS Бибиғәйшә ҡарсыҡ .. пырлай, һис тошөрлөк ту-гел көйөнә. Т. Арслан.
ПЫР-ПЫР (Р: подражание многократным звукам, возникающим при порхании птиц, при их взлёте; И.: mrrr; T.: pır pır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат пыр иткән тауышты белдергән һүҙ; быр-быр. □ Подражание многократным звукам, возникающим при порхании птиц, при их взлёте. Пыр-пыр осоу. Пыр-пыр итеу. Пыр-пыр килеу. ■ Ҡоштар пыр-пыр оса, ояны йомортҡа баҫырға әҙерләй, унан, һайғау осона йә ой артындағы ҡараманың иң бейек ботағына ҡунып, һайрарға керешә. Ә. Хәкимов. Ҡош вә ҡорт ҡурҡып оса пыр-пыр килеп. Ш. Бабич.
ПЫРТМАНИТ и. диал. ҡар. портмоне. Ҡун пыртманит. Пыртманиттағы аҡса. Буләк ителгән пыртманит. ■ Ҡорбан ..документтар, кеҫә тарағы, сигарет, мөштөк-фәләнен уртаға һалды, ә уҙе ҙур ғына кун пыртманитты ҡыҙыҡһынып аҡтара башланы. Д. Бүләков.
ПЫР ТУҘҘЫРЫУ (пыр туҙҙыр-) (Р: раскидать; И.: throw about; T.: dağıtmak) ҡ.
1. Еңел нәмәне ойоҡһотоп осороу. □ Раскидать, разбросать. Бесәнде пыр туҙҙырыу. Ҡаҙ мамығын пыр туҙҙырыу. Г Һары һаламдарҙы пыр туҙҙырып, дыуылдатып ашлыҡ һуғалар. Ғ. Мәсғүт.
2. Мауығыу, мәшғүл булыу. □ Работать, заниматься чем-л. увлечённо, с душой. Пыр туҙҙырып эшләу. Пыр туҙҙырып йөҙөу. Пыр туҙҙырып бейеу. ■ Халыҡ баҫыуҙа, иркен яланда пыр туҙҙырып эшләй. С. Агиш. Хаммат уҙ кәбәнен пыр туҙҙырып һалып бөттө. 3. Биишева. Балалар тәнәфес һайын пыр туҙҙырып уйнауҙарын белделәр. И. Ғиззәтуллин.
3. Тырым-тырағай килтереү, пыран-заран итеү. □ Разгромить. Пыр туҙҙырып китеу. Пыр туҙҙырып утеу. Пыр туҙҙырып бөтөу. ■ Бәпәнәй абыз .. әллә купме ҡәлғә, биҫтәләрҙе алып, яндырып, пыр туҙҙырып китте. Ғ. Хөсәйенов. Гата, ҡаҙ өйөрҙәрен пыр туҙҙырып, оло урамды бер итеп әйләнде лә машинаһын ферма яғына ыңғайлатты. Ә. Хәкимов. «Ирең фашист илбаҫарҙарын пыр туҙҙырып тар-мар итергә данлы һуғышҡа китә!» — тип, ниңәлер тирә-яғына ҡаранып һөрәнләне Носрат [Ғәйникамал еңгәйгә]. С. Агиш.
4. Ныҡ итеп әрләү, тетмәһен тетеү. □ Обругать. Пыр туҙҙырып китеу. Пыр туҙҙырып бөтөу. М Хәйреннасов .. пыр туҙҙырып һугеп алып китте. И. Насыри. Ҡормош байҙың кусере килеп сығып, уларҙы [ҡыҙҙарҙы] пыр туҙҙырып ҡыуып ебәрҙе. 3. Биишева. Ҡлуб мөдире Буракановты пыр туҙҙырғандан һуң, алғы рәттән Лоҡман аяғурә баҫты. А. Абдуллин.
ПЫР ТУҘЫУ (пыр туҙ-) (Р: заниматься чем-л. увлечённо; И.: be carried away (by)\ T.: şevkle uğraşmak) ҡ.
1. Зыҡ ҡубып, ниндәйҙер эш менән мәшғүл булыу. □ Заниматься чем-л. увлечённо. Пыр туҙып шаярыу. Пыр туҙып эшләу. ■ Пыр туҙып уйнау, шаярыуҙар онотол-до. Б. Бикбай. Ҡолғаға беркетелгән сыйырсыҡ ояһында пыр туҙып сыйырсыҡ менән турғайҙар даулаша. Т. Ғарипова.
2. Ныҡ асыуланып әрләү; дыулау. □ Вспыхнуть, неистовствовать. Ҡарсыҡ
199