ПЫР ТУҘЫШЫУ
пыр туҙҙы. Пыр туҙып йөрөу. ■ Кәбир пыр туҙып китте. Ә. Бикчәнтәев.
ПЫР ТУҘЫШЫУ (пыр туҙыш-) ҡ. урт. ҡар. пыр туҙыу, взаимн. от пыр туҙыу. Пыр туҙышып осоу. Пыр туҙышып йөрөу. Ҡоштар пыр туҙыша. ■ Саҡ ҡына ят тауыш сыҡтымы, ҡоштар шунда уҡ пыр туҙышып урындарын алмаштыралар ҙа, һәр ҡайһыһы уҙ йырын дауам итә. Я. Хамматов.
ПЫРТЫҠ (Р.: обидчивый; И.: touchy; Т.: alıngan, darılgan) с. диал. ҡар. ҡылтым.
Ҡапыл үсегеп, үпкәләп, ҡылтайып барыу-сан. □ Обидчивый. Пыртыҡ ҡыҙыҡай. Пыр-тыҡ холоҡ. Пыртыҡ ҡарсыҡ.
ПЫРХ (Р.: подражание внезапному смеху; И.: onomatopoeic word; T.: ani kahkaha atma taklidi) оҡш.
Тыйыла алмай ҡапыл көлөп ебәргәнде белдергән һүҙ; бырх. □ Подражание внезапному смеху. Пырх итеу. Пырх тигән тауыш сығарыу. ■ Сәлиха пырх итеп көлөп тә ебәрҙе. С. Агиш. Парталар араһында бышырлауҙар ишетелеп ҡалды, арттараҡ кемдер пырх итеп көлөп ебәрҙе. Р. Байбулатов. Секретарша, ҡапыл икенсе ҡиәфәткә инеп, тәуҙә пырх итеп ҡупшылап ауыҙын баҫып торҙо, шунан сылтыратып көлөп ебәрҙе. Д. Бүләков.
ПЫРХ-ПЫРХ (Р.: подражание звукам внезапного смеха; И.: word expressing a burst of laughter; T: ani kahkaha atma taklidi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат пырх иткәнде белдергән һүҙ; бырх-бырх. □ Подражание звукам внезапного смеха. Пырх-пырх килеу. Пырх-пырх көлөу. Пырх-пырх тигән тауыш сығарыу.
ПЫРХЫЛДАТЫУ (пырхылдат-) ҡ. йөкм. пырхылдау, понуд. от пырхылдау. Пырхылдатып ҡуйыу. Пырхылдатып барыу. ■ Ауыл куренһә, Марийкам йөрәкһенеп, танауҙарын пырхылдатып, ҡолаҡтарын ҡайсыландырып юрта торғайны. Р. Низамов.
ПЫРХЫЛДАУ (пырхылда-) (Р: прыскать; И.: burst out laughing; T: kahkaha atmak) ҡ.
1. Пырх-пырх итеү, пырх-пырх килеү; бырхылдау. □ Прыскать. // Прысканье. Пырхылдап йыуыныу. Пырхылдығы килеу.
■ [Амантаев ] һыу курһә, дөйә кеуек ҡылана, ҡулынан килгәнсе мышнай, пырхылдай. Ә. Бикчәнтәев. Ҡудашев пырхылдап көлөп ҡуя. А. Абдуллин. Теге ҡатын, усаҡтан ситкәрәк китеп, әкрен генә пырхылдап илай башланы. Д. Юлтый.
2. Шурылдатып танауҙан ҡапыл өрөү (хайуандар тураһында); бышҡырыу. □ Фыркать. // Фырканье (о животных). Аттар пырхылдай. Пырхылдай башлау. Пырхылдап ебәреу.
3. Бырх итеп ауыҙ-морондан һыу бөркөү (кешегә ҡарата). □ Прыскать. // Прысканье (о человеке). Пырхылдап йыуыныу. Һыу уртлап пырхылдау.
ПЫРХЫЛДАШЫУ (пырхылдаш ) ҡ. урт. ҡар. пырхылдау, взаимн. от пырхылдау. Пырхылдашып осоу. Пырхылдашып ҡуныу. Аттарҙың пырхылдашҡаны ишетелә. ■ Ҡыштың әсе һыуығын татыған һоро турғайҙар, ҡыуаныстарынан пырхылдашып, әле ситән башына, әле ялан кәртәгә ябырылдылар. 3. Биишева. Ҡыҙҙар пырхылдашып көлөп ебәрҙеләр. Һ. Дәүләтшина. Арыған һалдаттар пырхылдашып көлдөләр. А. Таһиров.
ПЫРШАЙЫУ (пыршай-; пыршая) (Р.: обижаться; И.: take offence / umbrage; T: gücenmek) ҡ. диал. ҡар. үпкәләү.
Ҡапыл үсегеү. □ Обижаться. Пыршайып барыу. Пыршайып китеу. Юҡ-бар һуҙгә пыр-шайыу. Пыршайып йөрөу.
ПЫРЫЛДАТЫУ I (пырылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. пыр туҙҙырыу 4. Пырылдатты ғына инәйем. Йәштәрҙе пырылдатыу.
ПЫРЫЛДАТЫУ II (пырылдат ) (Р: поднимать пыль; И.: raise dust; T: toz kaldırmak) ҡ.
Туҙан күтәреү. □ Поднимать пыль. Пырылдатмай ғына һепереу. Пырылдатып утеп китеу. Пырылдатып эшләу.
ПЫРЫЛДАУ (пырылда-) (Р: порхать; И.: flit about; T: uçmak) ҡ.
Пыр-пыр итеү, пыр-пыр килеү; фырылдау. □ Порхать (о птицах). // Порхание. Төнгө ярғанат пырылдап утеп китә. ■ Япраҡ ҡыштырланымы, ҡош-ҡорт пырылдап остомо, ҡолаҡтары тырпайып тик тора
200