ПЫТЫРЫЙ
тыр-пытыр атыу. Пытыр-пытыр килеу. ■ Мин иртук, ҡояш сыҡмаҫ борон уҡ, атты ҡарарға сыҡҡайным, әй, мин һиңә әйтәйем, ҡапыл пытыр-пытыр ата башланылар. А. Таһиров.
ПЫТЫРЫЙ (Р.: малёк; И.: fry; T: balık yavrusu) и. диал. ҡар. селбәрә.
Ваҡ балыҡ. □ Малёк. Пытырый һөҙөу. Пытырый өйөрө. Болғансыҡ һыуҙа пыты-рыйҙар мыжғый.
ПЫТЫРЫҠ (пытыр ығы) (Р: неряшливый; И.: sloven; T: çapaçul, şapşal) с. диал. ҡар. әрпеш.
Үҙен тотоуҙа, эш башҡарыуҙа йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек етешмәгән, тейешле тәртипте, таҙалыҡты һаҡламаған. □ Неряшливый. Үтә пытырыҡ. Пытырыҡ кеше.
ПЫТЫШ (Р: медлительный; И.: sluggish; T: ağır, yavaş) с. диал. ҡар. мыштым.
1. Күп һөйләшмәҫ, өндәшмәҫ, яй. □ Медлительный. Пытыш бала. Пытыш булыу. Пытыш кешеләр.
2. Кеше әңгәмәһенә тығылған, ҡыҫылған. □ Встревающий в разговор. Пытыш ҡатын.
ПЫФ (Р: подражание шипению выпускаемого пара; И.: sound imitation word; T: püf püf) оҡш.
Ҡыҫылып сыҡҡан боҫ, һауа һ. б. тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание шипению выпускаемого пара, воздуха. Пыф итеу. ■ Рауза «пыф» тине. Ҡыҙыл буяулы ирендәре менән усекләне. А. Таһиров.
ПЫФЛАУ (пыфла-) (Р: шипеть; И.: hiss; T: cızırdamak) ҡ.
Пыф итеү. □ Шипеть. Пыфлап ҡуйыу. Пыфлап ебәреу. ■ Сестра, ауыҙын торба-ландырып, пыфланы ла бер һуҙ өндәшмәне. А. Таһиров.
ПЫФ-ПЫФ (Р: подражание многократным звукам тяжёлого дыхания; И.: whoo; Т: ağır nefes alırken çıkan ses) оҡш.
Ҡабат-ҡабат пыф иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным звукам тяжёлого дыхания. Пыф-пыф итеу. Пыф-пыф килеу. Пыф-пыф тигән тауыш сығарыу.
ПЫФЫЛДАУ (пыфылда-) (Р: шипеть; И.: hiss; T: cızırdamak) ҡ.
Пыф-пыф итеү, пыф-пыф килеү. □ Шипеть. Пыфылдап ултыра. Пыфылдап ҡуйыу. Пыфылдап өрөу.
ПЫХ (Р: подражание шуму выстрела, воздуха; И.: plums!, bums!; T: pat) оҡш.
Атылып сыҡҡан пуля, һауа тауыштарын белдергән һүҙ. □ Бух (подражание шуму выстрела, воздуха). Пых тип атыу. Пых итеу.
ПЫХ-ПЫХ (Р: подражание многократному пыхтению; И.: imitation of puffing; T: pofurdarken çıkarılan ses) оҡш.
Ҡабат-ҡабат пых тигән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному пыхтению. Пых-пых итеп йөрөу. Пых-пых тигән тауыш сығарыу. Н Ул [паровоз] пых-пых итеп беҙҙең яндан уҙғанда, мин ҡурҡып та киттем. М. Кәрим.
ПЫХЫЛДАУ (пыхылда-) (Р: пыхтеть; И.: puff; pant; T: pofurdamak) ҡ.
1. Боҫ, газ бөрккәндә өҙөк-өҙөк тоноҡ тауыш сығарыу (машинаға ҡарата). □ Пыхтеть; попыхивать. // Пыхтение. Пыхылдап утеп китеу. Пыхылдап тороу. ■ Ниндәйҙер сиғандың көймәле арбаһы һымаҡ шөкәтһеҙ автомашиналар һирәк-ара пыхылдап утеп киткән булалар шунда. Б. Бикбай.
2. диал. Пых-пых итеү, пых-пых килеү; быхылдау. □ Пыхтеть. Н Ул арала баяғы йыуан управляющий бик ашығып, пыхылдап конторға килеп инде. һ. Дәүләтшина. Боролоп ҡараһа, тирмән янына, ул вәғәҙә иткән молотилканы һөйрәп, пыхылдап бөткән аттар килеп туҡтағайны. X. Ғиләжев.
ПЫШ (Р: подражание шуму выходящего воздуха, пара; И.: puff!; T.: püf) оҡш.
Ҡыҫылып сыҡҡан боҫ, һауа һ. б. тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание шуму выходящего воздуха, пара. Пыш тигән тауыш сығарыу. Пыш итеу.
ПЫШЛАУ (пышла-) (Р: шипеть; И.: hiss; T.: cızırdamak) ҡ. диал.
Пыш-пыш итеү, пыш та пыш килеү. □ Шипеть. Табала май пышлай. Пышлаған тауыш сығарыу.
ПЫШ-ПЫШ (Р: подражание шёпоту; И.: imitation of whisper; T.: fısıl fısıl) оҡш.
202