ПӘЗЕЙ
1. Шым ғына һөйләшкәндә сыҡҡан тоноҡ тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шёпоту, тихой речи. Пыш-пыш итеу. ■ Апайым менән иптәштәре пыш-пыш килеп әллә нәмәләр һөйләшә башланылар. А. Таһиров. Мейес эргәһендә оялып, йөҙҙәрен йәшереп торған килендәр .. ирҙәргә ишеттермәйенсә генә пыш-пыш һөйләшәләр. Д. Юлтый.
2. Ҡабат-ҡабат пыш иткәнде белдергән һүҙ. □ Подражание шуму многократно выходящего воздуха, пара. Пыш-пыш килеу. Пыш-пыш тигән тауыш сығарыу. Паровоз пыш-пыш итеп ултыра.
ПЫШТЫЙ (Р.: пинетка; И.: baby-shoes; T: patik) и. диал.
1. Атлай башламаған балалар өсөн йомшаҡ табанлы, бәкәлдән бәйләмәле аяҡ кейеме. □ Пинетка. Бәйләнгән пыштый. Пыштый табаны.
2. Күндән тегелгән, йомшаҡ табанлы еңел спорт аяҡ кейеме; гимнастика тапочкаһы. □ Чешки. Пыштый буләк итеу. Пыштыйҙың хаҡы.
ПЫШТЫР (Р.: неразговорчивый; И.: taciturn; T.: suskun) с. диал. ҡар. мыштым I, 1.
Күп һөйләшмәҫ, өндәшмәҫ. □ Неразговорчивый. Пыштыр бала. Пыштыр булыу.
ПЫШЫЙ (Р: вид обуви с матерчатым верхом; И.: type of shoes with a cloth top; T: kumaş kaplama ayakkabı çeşidi) и. диал.
Өҫкә яғы туҡыманан, түбән яғы күндән тегелгән аяҡ кейеме. □ Вид обуви с матерчатым верхом. Пышый тегеу. Пышый табаны. Пышыйҙың уксәһе.
ПЬЕДЕСТАЛ [рус. < фр. < ит. piede ‘аяҡ’ + stallo ‘урын’] (Р: пьедестал; И.: pedestal; Т: kaide, taban, esas) и.
1. Статуя, обелиск кеүек нәмәнең нигеҙе. □ Пьедестал. Пьедестал формаһы. Пьедестал төбө. Гранит пьедестал.
2. Ярышта өлгәшкән дәрәжәләренә ҡарап, еңеүселәрҙе баҫтырып, тантаналы рәүештә бүләкләү өсөн эшләнгән махсус ҡалҡыу урын. □ Пьедестал. Пьедесталға бер илдең дә спортсылары беҙҙекеләр кеуек йыш кутәрелмәне. «Йәшлек», 23 март 2010.
ПЬЕСА [рус. < фр. piece ‘өҙөк, өлөш’] (Р: пьеса; И.: play; T: piyes) и.
1. Сәхнәлә ҡуйыу өсөн яҙылған драма әҫәре. □ Пьеса. Пьеса ҡуйыу. Пьесалағы ваҡиғалар. Пьесалағы конфликт. ■ Был пьеса [К. Мәргәндең «Шомбай» комедияһы] тулыһынса халыҡ ижадынан, атап әйткәндә, көләмәстәргә, юмористик әкиәттәргә хас сюжет һәм тематик мотивтарҙан туҡылған. Ә. Сөләймәнов. Пьесаларҙа .. персонаждарҙың фекерҙәре ҡыҫҡа әйтемдәр менән һөйләмдәр ярҙамында белдерелергә тейеш. Ғ. Сәйетбатталов.
2. Ҙур булмаған музыка әҫәре. □ Пьеса. Пьеса тыңлау. Пьеса ижад итеу.
ПЭР [рус. < фр. pair ‘тиң’] (Р: пэр; И.: peer; T: akran) и. сәйәси.
Юғары дворян титулы. □ Пэр. Лордтар палатаһындасы пэрҙар.
ПӘБӘЙТӘК (пәбәйтәге) (Р: оборка; И.: frill; T: farbala) и. диал. ҡар. ҡатмар I.
Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең итәгенә үҙ ишенән уратып һалған тар буй; бала итәк. □ Оборка. Төҫлө пәбәйтәк. Пәбәйтәк ҡуйып тегеу.
ПӘДӘР [фарс. j^] и. иҫк. кит. ҡар. атай. Баланың пәдәре. Пәдәр булыу. ■ Ҡыпсаҡ уҙе Лоҡман Хәким нәҫеленән, уның пәдәре Уғыҙхан урҙаһында сәрғәскәр булған. «Башҡорт шәжәрәләре»нән.
ПӘЖЕ и. диал. ҡар. пәзей. Пәже сәсеу. Ҡырҙа уҫкән пәже. Пәже орлоғо.
ПӘЖЕЙ и. диал. ҡар. пәзей. Пәжей тылҡыу. Икмәккә ҡушылған пәжей. Пәжей төйөу.
ПӘЖЕҮ (пәже-) (Р: становиться вялым; И.: become sleepy; T: gevşemek) ҡ. диал. ҡар. быжыу.
Йылыла оҙаҡ ятҡандан йомшап бөршәйеү (йәшелсә тураһында). □ Становиться вялым (об овощах). Картуф пәжегән. Ҡыяр пәжегән.
ПӘЗЕЙ (Р: конопля; И.: hemp; T.: kenevir) и. диал. ҡар. киндер.
Һабағынан сүс, орлоғонан май алына торған тарбаҡай ботаҡлы бейек үлән; тарма. □ Конопля. Ҡырағай пәзей. Пәзей баҫыуы. Пәзей орлоғо. Пәзей майы.
203