Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 204


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПӘЙҒӘМБӘР
ПӘЙҒӘМБӘР [фарс. (Р.: пророк; И.: prophet; T.: peygamber) и. дини.
Алланың теләген, шартын башҡарып торған әҙәми зат; Алланың илсеһе. □ Пророк. / Пророческий. Пәйғәмбәрҙең исеме. Пәйғәмбәребеҙ рәхмәте. Исмәғил пәйғәмбәр заманында. ■ Ҡарабай батыр .. ихлас күңелдән ярлы-ябағаны һыйлай, арыҫлан тиклем арыҫланды үлтерергә ярҙам биргән өсөн Алла менән уның пәйғәмбәренә рәхмәт уҡый. Ҡобайырҙан.
ПӘЙҒӘМБӘР ТЫРНАҒЫ (Р.: календу ла; И.: calendula; T.: aynısafa) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, оҙонса япраҡлы, һары сәскәле, тырнаҡ һымаҡ кәкре орлоҡло гөл. □ Календула (лат. Calendula). Пәйғәмбәр тырнағы сәскәһе. Пәйғәмбәр тырнағы үҫтереү.
ПӘЙҘӘ БУЛЫУ (пәйҙә бул-) (Р: возникать; И.: appear; T.: ortaya çıkmak) ҡ.
Барлыҡҡа килеү. □ Возникать, появляться, показываться. Ҡара шәүлә пәйҙә булды. ■ Сүллектәрҙә селлә томраһында боронғо ҡалалар, хозур баҡсалар пәйҙә була ла, каруандар шунда боролоп аҙашып та ҡуя, ти. Г. Яҡупова. Ниһәйәт, милиционер пәйҙә булды, йыбанып ҡына ҡулын козырёк тәңгәленә тейҙерҙе лә йөҙөнә уҫаллыҡ сығарып һораны: «Ниндәй тауыш ул, ә?» Т. Ғиниәтуллин. Ҡапыл тон пәрҙәһенең бер генә сите күтәрелде лә унда осҡондар һикергеләгән зәп-зәңгәр күҙле бер ҡыҙ пәйҙә булды. Н. Мусин.
ПӘЛӘК I (пәләге) (Р: таракан; И.: cockroach; T.: hamamböceği) и. диал. ҡар. тараҡан.
Кеше торлағында йәшәгән ерән төҫтәге оҙон мыйыҡлы бөжәк. □ Таракан. Пәләк мыйығы. Пәләкте бөтөрөү. Ҡара пәләк.
ПӘЛӘК II (пәләге) (Р: колотушка; И.: beetle; T.: tokmak) и. диал. ҡар. туҡмаҡ.
Ниҙелер һуғып ҡаға, йомшарта, иҙә торған һәлмәк ҡорал. □ Колотушка. Пәләк менән туҡмау. Пәләк саҡлы ғына. Ҡиндер пәләге. Кер пәләге.
ПӘНШИШӘМБЕ (Р: четверг; И.: Thursday; T.: perşembe) и. диал. ҡар. кесаҙна.
Аҙнаның дүртенсе көнө. □ Четверг. Пән-шишәмбелә осрашыу. Пәншишәмбе ял итеү.
ПӘРҘӘ I [фарс. öJjj] (Р: занавеска; И.: curtain; T.: perde) и.
1. Нимәнелер ҡаплап, ҡороп ҡуйған туҡыма; ҡорма. □ Занавеска, занавес, штора. / Занавесочный, шторный. Селтәр пәрҙә. Ишек пәрҙәһе. Нәрҙә ҡороу. ■ Ҡолас йәйә көлөп йөртом. Үҙем элгән пәрҙәләр ҙә, нурҙар сәсеп, һибә ҡотон. Г. Ҡотоева. Урамға ҡараған бер нисә тәҙрәгә эстән күкһел пәрҙә ҡоролған. Ә күтәрмәһе таштан. К. Мәргән. Байморат ҡарт .. тәҙрә янына килде. Пәрҙә асып тышҡа ҡараны. Ф. Янышев.
2. күсм. Нимәнелер ҡаплап, томалап торған нәмә. □ Занавес, завеса. Тотон пәрҙәһе. Төман пәрҙәһе. ■ [Йырҙың] һүҙҙәре асыҡ ишетелмәй. Ә моң, ҡараңғылыҡ пәрҙәһен тишеп, аға ла аға. Н. Мусин. Аҡһыл кейемдәге берәү, төн пәрҙәһен йыртып ашыға-ашыға, мал ихатаһы яғына китеп бара. М. Хужин. Күк йөҙөндә төркөм-төркөм ҡара болот ил өҫтөн ҡаплаған пәрҙә булып. Ғ. Хәйри.
3. күсм. Нимәнелер йәшереп, баҫырып торған шарт. □ Маскировка. И Мин донъяға туранан-тура, пәрҙәһеҙ ҡарай башланым. И. Насыри. Сәйәр әфәнде менән асыҡ рәүештә, һис пәрҙәһеҙ әңгәмәләштек, эҫтәребеҙҙе бушаттыҡ. Р. Фәхретдинов.
4. театр. Сәхнә әҫәренең бер бүлеге; шаршау. □ Акт, действие. Бер пәрҙәле пьеса. Ике пәрҙәле спектакль.
5. миф. Һаҡлау функцияһына эйә булған ҡорған. □ Занавес. Ен-шайтанға ҡаршы ҡоролған пәрҙә. ■ Мәйетте йыуғанда, убыр инмәһен тип, пәрҙә ҡоралар. «Башҡорт мифологияһы »нан. Беләҙекте пәрҙә өсөн, күләгә өсөн, күҙ тейеүҙән ҡаплау өсөн тағалар. Йола фольклорынан. • Балдаҡ, беләҙек — ҡулға пәрҙә, алҡа (һырға) — биткә пәрҙә. Әйтем.
ПӘРҘӘ II (Р: плацента; И.: placenta; Т.: placenta, dölyatağı) и. диал. ҡар. йөҙлөк.
Ҡарындағы баланы уратып ҡаплаған яры. □ Плацента. Пәрҙә менән тыуыу. Пәрҙәләге бала.
ПӘРҘӘ III (Р: пенка; И.: milk skin; T: kaymak) и. диал. ҡар. шекәрә.
Ҡайнаған һөттөң ярыланған өҫтө; һөт-ҡатыҡ өҫтөнә ултырған яры һымаҡ нәмә;
204