Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 205


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПӘРӘҢКЕ
ҡаҫмаҡ (I, 1). □ Пенка (на молоке). Пәрҙә менән ҡапланыу, һотто ҡаплаған пәрҙә.
ПӘРҘӘ IV (Р.: родничок (у ребёнка); И.: fontanel; T.: bıngıldak) и. диал. ҡар. лепкә.
Йәш баланың түбә ҡапҡасындағы ҡатып өлгөрмәгән ере. □ Родничок (у ребёнка). Пәрҙәлә тыумыштан була торған ҡауаҡ. Яңы тыуған баланың пәрҙәһе.
ПӘРҘӘЛӘНЕҮ (пәрҙәләп) ҡ. ҡайт. ҡар. пәрҙәләү, возвр. от пәрҙәләү. Пәрҙәләнеп бөтөү. Пәрҙәләнеп ҡуйыу.
ПӘРҘӘЛӘҮ (пәрҙәлә-) (Р: занавешивать; И.: curtain; T.: perdelemek) ҡ.
1. Нимәнеңдер алдын пәрҙә менән ҡаплау, томалау. □ Занавешивать. Тәҙрәне пәрҙәләү. Пәрҙәләп ҡуйыу. Пәрҙәләп бөтөү. Я Уйсан ерҙең битен пәрҙәләп, ай нурҙарын түгеп һөйөнә. Ә. Ихсан.
2. Бер хәлдең, бер ваҡиғаның аңла-шылыуына ҡаршы булыу, йәшереү. □ Занавешивать. ■ Мөхәббәт һинең күҙеңде пәрҙәләгән шул, ҡалай итәһең. 3. Биишева. Дошманлыҡ итеү хаҡлыҡты пәрҙәләй торған боҙоҡ холоҡтарҙан. Р. Фәхретдинов.
ПӘРЕЙ [фарс. (Р: бес; И.: demon; Т.: cin) и. миф.
1. Сихырға һәләтле яман мифик зат; бәрей. □ Бес, нечистая сила; демон. Пәрей көтөүе. Пәрей кеүек. Пәрей заты. Пәрей оялау. ■ [Ғәлиәхмәт — Камалетдинға:] Баба-а-ай, һин әйткән ендәр, дейеү пәрейҙәре хәҙер ҡайҙа булған һуң? Р. Байымов. Мейес яҡмаһаң, унда сиркәү пәрейҙәре эйәләшә, — тип беҙҙе [малайҙарҙы] шунда уҡ һыртҡа өйләндереп һалды Вәлетдин. М. Кәрим.
2. күсм. Тәртипһеҙ, еңмеш, уҫал, сарға кешегә әрләп әйтелгән һүҙ. □ Бес, дьявол (о своевольном, непослушном злом, взбалмошном человеке). Н [Кемдәрҙеңдер:] Пәрей ҡыҙы ҡайҙа? — тип йән асыуы менән екергәнен ишеттем. Р. Ғабдрахманов.
♦ Пәрей алмаштырған 1) бик ҡыҙыу, ныҡ дыуамал кешегә әйтелә. □ Подменённый нечистой силой (о вспыльчивом, пылком, взбалмошном человеке); 2) миф. бала йәмһеҙ, ҡотһоҙ, илаҡ булғанда әйтелә.
□ Подмёныш, подменённый нечистой силой (говорят о ребёнке, который стал плаксивым). Я Пух бай топко өйҙән, асыуланып: «Тығығыҙ шул пәрей алмаштырғандың [Мырҙагилденең] ауыҙына!» — тип аҡырып ебәрҙе. Ж. Кейекбаев.
ПӘРЕЙ КҮБӘЛӘГЕ и. зоол. диал. ҡар. төп күбәләге. Пәрей күбәләге йомортҡаһы. Пәрей күбәләге ҡарышлауығы. Пәрей күбәләгенең алғы ҡанаттары.
ПӘРҮА [фарс. Ijjj] (Р: воспитание; И.: upbringing; T: eğitim) и. иҫк. кит. ҡар. хәстәр.
Тейешле тәртипкә, әҙәп ҡағиҙәләренә, эш күнекмәләренә өйрәтеүгә, аң-белем биреүгә йүнәлтелгән эш; тәрбиә, хәстәр.
□ Воспитание, забота. Пәруа итеү. Пәруаға алыу. Я Фәҡир меҫкенгә пәруа юҡ, мәҙәлләт берлә зар әйләр. Р. Фәхретдинов.
ПӘРӘЙЕЗ и. диал. ҡар. пирәйәз. Өс пәрәйез ер. Илле пәрәйез ашлыҡ.
ПӘРӘНЖӘ [ғәр. (Р: паранджа; И.: nicab, full Islamic veil; T: ferace) и.
Үҙәк Азиялағы һәм Яҡын Көнсығыштағы мосолман халыҡтарында ҡатын-ҡыҙҙың оҙон ялған еңле һәм йөҙөн ҡаплау өсөн эшләнгән бөркәнсекле халат рәүешендәге кейеме. □ Паранджа. Пәрәнжә кейеү. Пәрәнжәне асыу. Я Биттәренә пәрәнжә япҡан ҡатындарҙың йырҙарында тормоштоң икһеҙ-сикһеҙ ҡайғы-хәсрәттәре яңғырай. Ә. Бикчәнтәев. Үзбәкстанда ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе баштарына сапан ябынып, биттәрен пәрәнжә тигән ҡара селтәр менән ҡаплап йөрөй, ти. Ә. Хәкимов. [Бәпәнәй абыҙ — Ҡараһакалға:] Пәрәнжәне — ҡоллоҡ япмаһын башҡорт иленә яҡын юлатмаҫҡа ата-бабабыҙҙың башы еткән. Б. Рафиҡов.
ПӘРӘНЙӘ и. диал. ҡар. пәрәнжә. Пәрән-йә ябыныу. Пәрәнйә кейеү. Ҡара пәрәнйә. Я Пәрәнйәле ҡатындарҙың аҙ тап булыуҙары, йәштәрҙең .. йыйнаҡ бүрек, фуражка, эшләпәнән булыуҙары Күсәрев менән Ғәлимәгә ҡыуаныс бирәләр ине. А. Таһиров.
ПӘРӘҢКЕ (Р: картофель; И.: potatoe; Т: patates) и. бот. диал. ҡар. картуф.
Эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, тамырында крахмалға бай бүлбеләре
205