Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 206


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПӘРӘСТ
булған баҡса үҫемлеге. □ Картофель (лат. Solanum tuberosum). Пәрәңке бешереу. Пәрәңке сәсеу. Пәрәңке орлоғо.
ПӘРӘСТ [фарс. ^] (Р.: фанат; И.: fan; T.: hasta, aşırı düşkün) и. иҫк. кит.
Бер нәмәне ныҡ яратҡан, табынған кеше. □ Фанат. Пәрәстәрҙең ҡыланышы. Пәрәст булыу. ■ Хисмәтуллин — шалтырауыҡ, ялтырауыҡ дан пәрәст. Йә Илаһи, беҙҙе әйлә дан пәрәстәрҙән хәләс. Ш. Бабич.
ПӘРӘҮЕЗ (Р.: паутина; И.: web; T.: örümcek, örümcek ağı) и. диал. ҡар. үрмәксе ауы.
Үрмәксе үргән еп. □ Паутина. Пәрәуезгә эләккән себен. Пәрәуез ҡороу. ■ Иренеп кенә пәрәуездәр йөҙгән кук йөҙө әле ҡасан ғына асыҡ зәңгәр төпһөҙ тәрәнлеге менән һоҡландыра ине. Д. Исламов.
ПӘСТ [фарс. (Р.: грязный; И.: uncleanly; T.: pis) с. иҫк. кит. ҡар. әшәке.
1. Таҙа булмаған, бысраҡ. □ Грязный, нечистоплотный. Пәст булыу.
2. кусм. Түбән, хурлыҡлы. □ Низкий, подлый. Пәст холоҡло. Пәст булыу. Пәст бәндә.
ПӘҺЛЕУАН [фарс. (Р: бога-
тырь; И.: bogatyr; T.: bahadır) и. диал. ҡар. бәһлеүән.
Сиктән тыш көслө, ғәйрәтле кеше. □ Богатырь. Кулде кутәрерлек пәһлеуан. Пәһлеуан булыу. Яурынтыҡ пәһлеуан.
ПӘШИМАН [фарс. (Р: кающийся; И.: repent; T.: pişman) и. иҫк. кит. ҡар. үкенеүсе.
Үткән нәмәгә ҡайғырыусы. □ Кающийся. Пәшиман булыу. ■ Сират купере бөтә донъяға фаш был, Хоҙай индермәһен инде уны төшкә, пәшимандар ошо көнгә төшкән эшкә. М. Ғафури.
ПЮПИТР [рус. < фр. pupitre < лат. риТ pitum ‘ағас нығытма’] (Р: пюпитр; И.: reading desk; T.: nota sehpası) и.
Нота, китап һ. б. нәмә ҡуйыу өсөн таяуға ултыртылған ауыш терәткес. □ Пюпитр. Тимер пюпитр. Бейек пюпитр. Тәпәш пюпитр. Нота пюпитры. ■ Музыканттар уҙ-ара һөйләшәләр, инструменттарын тикшереп, өрөп ҡарайҙар, пюпитрҙағы ноталарын аҡтарғылайҙар. И. Абдуллин.
ПЮРЕ [рус. < фр. puree] (Р: пюре; И.: puree; T.: ezme) и.
Иҙелгән, ваҡланған аҙыҡ төрө. □ Пюре. Картуф пюреһы. Пюре иҙеу. Алма пюреһы.
р
Р [эр] (Р: двадцать третья буква башкирского алфавита; И.: the twenty-third letter of the Bashkir alphabet; T: Başkurt alfabesinin yirmi üçüncü harfi)
Башҡорт алфавитының егерме өсөнсө хәрефе, ҡалтыраулы, тел алды — алғы аңҡау, талғын тартынҡы өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — Р, бәләкәй — р формаһында яҙыла. □ Двадцать третья буква башкирского алфавита. Р хәрефенең яҙылышы.
РА (Р: Ра; И.: Ra deity; T.: Ra) и. миф.
(баш хәреф менән) Египет мифологияһында ҡояш тәңреһе. □ Ра. Ра культы. Раның улдары.
РАБАТКА [рус. < нем. Rabatte ‘грядка’] (Р: рабатка; И.: border bed; T.: evlek) и. иҫк.
Стена йәки юл буйлатып яһалған оҙон сәскә түтәле. □ Рабатка (цветник вдоль забора, ограды или дорожки с одним или несколькими видами растений). Рабаткалар яһау. Ландшафт архитектураһындағы рабатка элементы. Сәскәләрҙе рабаткала уҫтереу.
РАББАНИ [ғәр. чо] (Р: божественный; И.: divine; T.: rabbanî) с. дини.
Аллаға бәйләнешле, Аллаға мөнәсәбәтле; илаһи. □ Божественный, божий, святой. Раббани төш. Раббани донья. Раббани матурлыҡ.
РАББИ [ғәр. чо] и. дини. ҡар. раббы. Имен ит, рабби! Рабби, ярлыҡа! ■ Алла хаҡына, балаларым хаҡына ярлыҡасы, батыр! Гумерем буйы хеҙмәт итермен, иҙән булырмын! Я, рабби, ярлыҡаң! Ғ. Хөсәйенов.
206