РАБОТНИК
[Тайба: ] Я рабби, теңкәгә генә тейеп бөттө лә баһа был һуғыш тигән нәмәләре!
3. Биишева. Асыуҙарҙан имен ит ошо дүрт ағзамды, рабби: береһе — башым, береһе — ҡолаҡ, береһе — күҙем, береһе — телем. Мөнәжәттән.
РАББЫ [ғәр. 4о] (Р.: Бог; И.: God, Lord; Т.: Allah) и. дини. (баш хәреф менән)
1. Алла, Тәңре, Хоҙай. □ Бог, Всевышний, Господь. Йә, Раббым, үҙең һаҡла! Раббыға мөрәжәғәт итеү. Раббынан ярлыҡау һорау. Йә, Раббым, үҙең ярлыҡа! Эй, Раббым, тип өҙгөләнеү. ■ Был тарихи ваҡиғаны ул [Вәлиди]: «Йә, Раббым, ошоноң менән минең милләтемә лә бер ҡотолоу юлы ас», — тип Аллаға ялбарыу һүҙҙәрен әйтеп ҡаршылай. Р. Шәкүр. Өс кешене һис яратмаҫ һинең Раббың: емерек өйөндә ҡул ҡаушырып ултырғанды, ауыҙын асып, юл уртаһында торғанды, малдарын сығарып ебәреп, туҡтат шуларҙы, Аллам, тип, доға ҡылыуҙан уҙмағанды. Р. Бикбаев. Иман әйтә, ти: «Миңә Раббым аҡылды ташламаҫҡа ҡушты, аҡыл булған ерҙә ҡалырға бойорҙо!» Оят та: «Миңә лә Раббым аҡыл һәм иман булған ерҙә йәшәргә ҡушты!» — тигән. Т. Гарипова.
2. Хужа, эйә. □ Хозяин, глава. Раббы әмере. ■ [Иблис:] Орлоғом һиптем уларҙың кәлбенә, ҡаршы килһендәр өсөн Раббы әмеренә. Ш. Бабич.
РАББЫ ӘЛ-ҒАЛӘМИН (Р: Бог; И.: God, the Lord; T.: Allah) и. дини.
Ғаләм хужаһы; Алла. □ Бог. Раббы әл-ғаләмин тип мөрәжәғәт итеү. ■ Минең [Әбелхайырҙың] һуңғы һүҙем: әлхәмдүллил-ләһираббы әл-ғаләмин. Ғ. Хөсәйенов. Күрәҙә, туйып кикереүенә шөкөр итеп: «Әлхәм-дүлилләһи раббы әл-ғаләмин», — тине лә мыйығын, һаҡалын һыйпаштырғыланы. Я. Хамматов.
РАББЫ ӘЛ-ФӘЛӘҠ [ғәр. mj] (Р: Бог; И.: God, the Lord; T.: Allah) и. дини.
Күк хужаһы; Алла. □ Бог. Ислам динендә раббы әл-фәләҡ. Илаһи раббы әл-фәләҡ. ■ Азат итһә берәүҙе раббы әл-фәләҡ, ҡалыр тау аҫтында, унан сығыр пак. М. Ғафури.
РАБИҒ [ғәр. ‘дүртенсе’] (Р: весенний сезон; И.: spring season; T: ilkbahar) и. иҫк.
Яҙ миҙгеле. □ Весенний сезон. Рабиғ етте. Рабиғта ҡоштар ҡайта. Рабиғтың хозурлығы.
РАБИҒЕЛ АХЫР [ғәр. (Р:
четвёртый месяц лунного календаря; И.: the fourth month of the lunar calendar; T: Rebiiilahir) u.
Ай календарының дүртенсе айы. □ Четвёртый месяц лунного календаря. Рабиғел ахырҙағы көслө елдәр. Рабиғел ахырҙа юлға сығыу.
РАБИҒЕЛ САНИ [ғәр. (Р: осень; И.: autumn; T.: rebii sani) и. иҫк.
Көҙ миҙгеле. □ Осень. Рабиғел сани башы.
РАБИҒЕЛ ӘҮҮӘЛ [ғәр. JjS/l ^j] (Р: третий месяц лунного календаря; И.: the third month of the lunar calendar; T: Rebiülevvel) и.
Ай календарының өсөнсө айы. □ Третий месяц лунного календаря. Рабиғел әүүәл айында. Рабиғел әүүәлдә башланған ваҡиғалар. Рабиғел әүүәлдән һуң килгән ай.
РАБКООП (рабкообы) [рус. рабочая кооперация] (Р: рабкооп; И.: labor cooperation; T: emekçi kooperatifleri) и. иҫк.
Эшсе ҡулланыусылар кооперацияһы. □ Рабкооп. Үҙәк рабкооп. Рабкооп йыйылышы. Рабкооп ҡарары.
РАБКОР [рус. рабочий корреспондент] (Р: рабкор; И.: working reporter; T: gazeteye yazı yazan işçi) и. иҫк.
Штаттан тыш эшсе хәбәрсе. □ Рабкор. Рабкор яҙмалары. Рабкорҙар йыйылышы. Рабкорҙар менән бәйләнеш булдырыу. ■ «Известия» газетаһы үҙенә байтаҡ ҡына подписчиктар йыйып, беренсе рабкор, селькорҙар менән бәйләнеш башланы. Т. Йәнәби.
РАБОТНИК (работнигы) [рус.] (Р: сотрудник; И.: worker; T: işçi, görevli) и. иҫк. ҡар. хеҙмәткәр.
Ниндәйҙер учреждениела, ойошмала эшләгән кеше. □ Сотрудник, работник. Гәзит работниктары. Яуаплы работниктар. Н Начальник булғас, һеҙ үҙ работниктарығыҙҙың шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһынырға тейешһегеҙ. Н. Асанбаев. Ҡатын-
207