Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 208


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАБФАК
ҡыҙға хас мөләйемлекте, нескәлекте, һөйкөмлөлөктө ғүмеренең буйына һаҡлап ҡалған яуаплы работник ҡатындар аҙмы ни беҙҙә?
3. Биишева. Ул [Хөрмәт Сафич] аппараттағы байтаҡ работниктар менән һөйләшеп сыҡты. Д. Бүләков.
РАБФАК (рабфагы) [рус. рабочий факультет] (Р.: рабфак; И.: workers’ faculty; T.: işçi fakül) и. тар.
1. 1919—1940 йылдарҙа СССР-ҙа урта белеме булмаған йәштәрҙе вузға әҙерләгән дөйөм белем биреү мәктәбе. □ Рабфак. Рабфакта уҡыу. Рабфакты бөтөрөү. ■ Ишбулды быйыл башлап ҡалаға барһа ла, рабфакҡа инә алмай кире ҡайтты. Һ. Дәүләтшина.
2. 70-се йылдарҙан башлап СССР-ҙа эш стажы булған йәштәрҙе вузға әҙерләгән юғары уҡыу йорто эргәһендәге бер йыллыҡ курс. □ Рабфак. Рабфакта уҡыу. Рабфакта әҙерлек алыу. Рабфактан һуң институтҡа инеү. ■ 1926 йылда, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, [профессор Б. М. Йосопов] Ҡазан дәүләт университеты эргәһендәге рабфакҡа уҡырға ебәрелә. Р. Шәкүр. Йылдар үтеп, тәүҙә рабфак, унан институт тамамлап, фән-ғилем үрҙәрен артылғас, Искәндәр Мораҙым үҙенең йәшлек хыялдарын, донъя айышын аңларға тырышып һуғылыуҙарын эстән генә көлөп хәтерләй торғайны. Ә. Хәкимов.
РАВВИН [йәһүд рабби ‘уҡытыусым’] (Р: раввин; И.: rabbi; T.: haham) и.
Йәһүд динендә дин әһеле. □ Раввин. / Раввинский. Раввиндың нәсихәте. Раввин һайлау. Раввиндың рөхсәтен алыу. Н Беҙҙең раввин .. ҡомһоҙ булырға ҡушмай бит, тип, кире боролоп инеп китә [Абрам]. А. Таһиров. Уның [ҡарттың] урынын шунда уҡ ялтас башлы, көрәк һаҡаллы, тулы кәүҙәле йәһүд — раввин алды. Б. Рафиҡов.
РАВИОЛИ [рус. < ит. ravioli] (Р: равиоли; И.: ravioli; Т: ravioli) и. кул.
1. Төрлө эслектәр менән әҙерләнгән итальян макарон аҙыҡтары. □ Равиоли. Равиоли рецебы. Менюлағы равиоли.
2. Ваҡ билмән. □ Равиоли. Равиоли әҙерләү. Равиоли бешереү.
РАГУ [рус. < фр. ragûter ‘аппетит ҡуҙғытыу’] (Р: рагу; И.: ragout, T: yahni) и.
Итте һөйәкле көйө турап, ярма йәки йәшелсә менән бергә быҡтырып бешерелгән ашамлыҡ. □ Рагу. Йәшелсә рагуһы. Аҡ ит рагуһы. Рагу бешереү. Өй шарттарында әҙерләнгән рагу.
РАҒАЯҺЫҘ (Р: жестокий; И.: cruel; Т: katı yürekli) с. диал.
Ҡаты күңелле. □ Жестокий. Рағаяһыҙ әҙәм. Рағаяһыҙ булыу.
РАДА [рус. < пол. rada ‘совет’] (Р: рада; И.: Rada; Т: Rada) и.
Украинала, Полыпала, Литвала, Бело-руссияла халыҡ йыйыны, совет, парламент; дәүләт органы. □ Рада. Казактарҙың радаһы. Украиналағы Юғары рада. Тарихи осорҙарҙағы радалар.
РАДАР [рус. < ингл. radar radio detection and ranging ‘радиобилдәләү һәм алыҫлыҡты үлсәү’] и. ҡар. радиолокатор. Акустик радар. Метеорологик радар. Радар ҡоролмаһы. И Тиңләшәһе ине заманымдың һағындағы һиҙгер радарға. Р. Бикбаев. Рәсәйҙең Ҡосовола, Чехияла һәм Польшала ракеталар һәм радарҙар урынлаштырыу, ҡоралһыҙланыу буйынса .. ҡәтғи, олпат фекере Көнбайышты беҙҙе тыңларға һәм ишетергә мәжбүр итте. М. Ҡотлоғәлләмов.
РАДАРЛЫ (Р: радарный; И.: radar; Т: radar) с.
Радары булған. □ Радарный, с радаром (радарами). Радарлы траулер. Радарлы антенна. Радарлы тәүге кораблдәр Англияла 1930 йылдарҙа барлыҡҡа килә.
РАДАРСЫ (Р: оператор радиолокационной станции; И.: operator of a radar station; T: radarcı) и.
Радиолокацион станцияның операторы. □ Оператор радиолокационной станции. Радарсыларҙың эш тәртибе. Радарсыларҙың хеҙмәте. Радарсыларҙың тәжрибәһе.
РАДЖА [рус. < санскр. raja ‘хаким’] (Р: раджа; И.: raja(h); T: raca) и.
һиндостанда кенәзлек титулы һәм шул титулдағы кеше. □ Раджа. Оло йәштәге раджа. Раджа нәҫеле. ■ Беҙҙең тиҙ генә риза булмағаныбыҙҙы күреп, иң бәләкәй
208