РАДИАЦИЯ АУЫРЫУЫ
раджа: «Минең гаражда ҡырҡ төрлө машина бар», — тип шапырынып һөйләп китте. Ә. Бикчәнтәев.
РАДИАЛЬ I [рус. < лат. radius ‘нур’] (Р.: радиальный, И.: radial, T.: radiyal) с.
Радиус буйлап ятҡан, радиус буйлап йүнәлгән. □ Радиальный. Радиаль симметрия. Радиаль тыҡрыҡ.
РАДИАЛЬ II (Р: радиально, И.: radially, Т.: radiyal) р.
Радиус буйынса. □ Радиально, по радиусу. Радиаль урынлаштырыу. Ағастың радиаль киҫелеше.
РАДИАТОР [рус. < лат. radiator ‘бөркөүсе, таратыусы’] (Р: радиатор, И.: radiator; Т.: radyatör) и.
1. Эске яныулы двигателдәрҙә һыуҙы йәки майҙы һыуыта торған ҡорамал. □ Радиатор. / Радиаторный. Самолёт радиаторы. ■ [Таштимер] көндөҙ ук, радиатор прокладкаһын ғына алмаштырам тип, Кәләшкуҙе шишмәһенә китте лә батты. Д. Бүләков. Шофёр соҡсондо-соҡсондо ла, эш сығырҙай булмағас, радиаторының һыуын ағыҙып, кире инеп ултырҙы. Р. Солтангәрәев. Унда [фермала] йылы урын барлығын, радиатор һыуын тугеп мәшәҡәтләнмәҫкә мөмкин икәнен Абдуллин белә ине инде. Б. Рафиҡов.
2. Эсендә эҫе һыу йәки пар йөрөгән торбалар системаһынан торған йылытҡыс ҡорамал. □ Радиатор, батарея. Пар йылытҡыслы радиатор, һыу йылытҡыслы радиатор. ■ Ринат бер көндө аҫҡы ҡаттағы радиатор янында ят малайҙарҙың йылынып тороуына иғтибар итте. Р. Байбулатов.
РАДИАЦИОН (Р: радиационный; И.: radiological; T.: radyasyon) с.
Радиацияға бәйле. □ Радиационный. Радиацион хәуеф. Радиацион тикшереуҙәр. ■ Радиацион бысраныу урандың тарҡалы-уына нигеҙләнгән атом энергетикаһының фаталь етешһеҙлеге булып тора. «Йәшлек», 7 октябрь 2008.
РАДИАЦИОН-ХИМИК ПРОЦЕСТАР (Р: радиационно-химические процессы; И.: radiation-chemical processes, T.: radyasyon kimyasal işlemler) u.
Системаның химик һәм физик үҙенсәлеген үҙгәртеү өсөн ионлашҡан нурланыш ҡулланылған технологик процесс. □ Радиационно-химические процессы. Радиа-цион-химик процестар барышы. Радиацион-химик процестарҙы өйрәнеу. Есемдең уҙенсәлеген уҙгәрткән радиацион-химик процестар.
РАДИАЦИОН ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК (хәүефһеҙлеге) (Р: радиационная безопасность; И.: radiation safety; T.: radyasyon güvenliği) и. хим.
Кешеләргә һәм тирә-яҡ мөхиткә нурланыш сығанағы тәьҫирен сикләү һәм бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар системаһы. □ Радиационная безопасность. Радиацион хәуефһеҙлек саралары. Халыҡтың радиацион хәуефһеҙлеге. Медицинала радиацион хәуефһеҙлек. Радиацион хәуефһеҙлек буйынса тикшеренеуҙәр.
РАДИАЦИЯ [рус. < лат. radiâtiö ‘нур һибеү, нурланыш’] (Р: радиация, И.: radiation, T.: radyasyon) и. физ.
1. Ниндәйҙер есемдән таралған электромагнит һәм тауыш тулҡындары, шулай уҡ элементар өлөшсәләр йәки атом ядролары ағымы. □ Радиация. Ҡояш радиацияһы. Радиация тәьҫире. Радиация килтергән фажиғәләр. Радиация тикшеренеуҙәре. И Ҡатламдарҙағы эсәр һыу хаҡында һис кем ҡайғыртмай, радиация ниндәй фажиғәләргә килтерер, һис кем уйламай. Д. Бүләков. Ошо көнгә тиклем йәнһеҙ ятҡан, радиация ағыуынан ҡатҡан кубәләктәр, бөжәктәр, турғайҙар, ҡоралайҙар, мышылар, буреләр, терелеп, килер ине телгә, һөйләр ине илгә. Ф. Туғыҙбаева. Бында [ҡаланың көнбайышында] радиация кимәле улсәнәме, бушлыҡ тулғанмы — яуап юҡ.«Ағиҙел», № 10,
2010.
2. Ниҙеңдер үҙәктән радиус йүнәлешендә таралыуы. □ Радиация. Радиотехникалағы радиация. Йылылыҡ радиацияһы.
РАДИАЦИЯ АУЫРЫУЫ (Р: лучевая болезнь; И.: radiation sickness; T.: radyasyon hastalığı) и. мед. ҡар. нур ауырыуы.
Организмға 100 радтан күберәк дозала радиоактив энергия тәьҫиренән барлыҡҡа
8 - 1.0072.15
209