РАДИАЦИЯ БҮЛКӘТЕ
килгән ауырыу. □ Лучевая болезнь. Радиация ауырыуы эҙемтәләре. Радиация ауырыуы менән ауырыу. Радиация ауырыуы хаҡында.
РАДИАЦИЯ БҮЛКӘТЕ (Р.: радиационный пояс; И.: radiation belt; T.: radyasyon kuşağı) и. махе.
Ерҙең магнит майҙанындағы электрондар һәм протондар тупланған әлкәһе. □ Радиационный пояс. Ерҙец радиацион бүлкәте. Радиацион бүлкәтте тикшереү тарихы. Радиацион бүлкәттең нурланышы.
РАДИАЦИЯ ФОНЫ (Р: радиационный фон; И.: radiation background; T.: radyasyon ortamı) и. махе.
Тәбиғи һәм техноген факторҙарҙың уртаҡ эшмәкәрлеге менән бәйле булған ионлашҡан нурланыш. □ Радиационный фон. Радиация фоны кимәле. ■ Хәҙер уйлап ҡарайым да шундай һығымтаға киләм: ябай күҙгә күренмәҫ радиация фоны дәһшәт булып төштәремә ингәндер, тышҡы донъяға үтә һиҙгер күңелем аша ерҙә тиңе булмаған фажиғә шауҡымы саң ҡаҡҡандыр, хәүеф белдергәндер, моғайын. М. Ямалетдинов.
РАДИЙ [рус. < лат. radius ‘нур’] (Р: радий; И.: radium; T.: radyum) и. хим.
Д. И. Менделеевтың периодик системаһындағы II төркөмгә ҡараған радиоактив үҙенсәлекле химик элемент; атом һаны 88; аҡ металл. □ Радий. / Радиевый. Радиоактивлы радий. Таҙа радий. Радий нурҙары. Радийҙың тарҡалышы. Радийҙы 1898 йылда Мария һәм Пьер Кюриҙар асҡан.
РАДИЙЛЫ (Р: радиевый; И.: radium; Т: radyumlu) с.
Радийы булған. □ Радиевый. Радийлы элементтар. Радийлы һыу.
РАДИКАЛ I [рус. < лат. radix, radicis ‘тамыр’] (Р: радикал; И.: radical; T: radikal) и.
Киҫкен сара һәм ҡараш яҡлы кеше. □ Радикал. ■ [Косоротое:] Ҡартлас Ев-ропаның бөтә көстәре, .. француз радикалдары һәм немец полицейскийҙары изге шәүләне һөскөртөү өсөн берләшкән. Н. Мусин.
РАДИКАЛ II [рус. < лат. radix, radicis ‘тамыр’] (Р: радикал; И.: radical; T: kök işareti) и.
1. мат. Тамыр табыу ғәмәлен билдәләгән тамға (V) һәм шул ғәмәлдең һөҙөмтәһе.
□ Радикал. Радикалдың тамғаһы.
2. хим. Молекулала бер химик берләшмәнән икенсеһенә үҙгәрмәй күсә торған тотороҡло атомдар төркөмө. □ Радикал. Радикалдар төркөмө.
РАДИКАЛИЗМ [рус. < лат. radicalis ‘төп’] (Р: радикализм; И.: radicalism; Т: radikalizm, köktencilik) и.
1. Теоретик һәм практик мәсьәләләрҙе хәл итеү эшендәге киҫкен сара һәм ҡараштар йүнәлеше. □ Радикализм. Радикализм тенденцияһы. Революцион радикализм. Сәйәси радикализм. Дини радикализм.
2. Ниндәйҙер ҡараштарға, концепцияларға сиктән тыш, ысын күңелдән ышанғанлыҡ, бирелгәнлек. □ Радикализм. Радикализм идеялары.
РАДИКАЛЛЕК (радикаллеге) (Р: радикальность; И.: radicalism; T: kökten olma, radikallik) и.
Киҫкенлек, тәүәкәллек. □ Радикальность. Ҡараштар радикаллеге. Сараларҙың радикаллеге.
РАДИКАЛЬ [рус. < лат. radicalis] (Р: радикальный; И.: radical; T: radikal, kökten) с.
1. Төп нигеҙгә ҡағылышлы; тәрән, төп, хәл иткес. □ Радикальный. Радикаль үҙгәрештәр.
2. Радикалдарға (I) хас, радикалдарҙың ҡарашын сағылдырған. □ Радикальный. Радикаль сәйәсәт.
3. Киҫкен саралар ҡулланыуҙы яҡлаған.
□ Радикальный. Радикаль эшмәкәр. Радикаль сәйәсмән. Радикаль кеше.
РАДИКУЛИТ [рус. < лат. radicula ‘тамырса’] (Р: радикулит; И.: radiculitis; Т: radikülit) и. мед. ҡар. биртек.
Арҡа мейеһендәге нервы тамырҙарының шешеүе. □ Радикулит. Радикулит менән ауырыу. ■ Үҙем дә йөрөр инем... Бынау һалҡын алдырып, радикулит менән йонсойом. Д. Бүләков. Радикулит .. һыуыҡ тейгәс кенә беленә. В. Ғүмәров. Радикулит менән
210