Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 211


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАДИОАЛҒЫС
ауырыусыны Миҙхәт тәүге тапҡыр күрә ине. Б. Рафиҡов.
РАДИО [рус. < лат. radio ‘нур бөркәм, таратам’] (Р.: радио; И.: radio; T.: radyo) и.
1. Электромагнит тулҡындары ярҙамында тауышты алыҫ араға сымһыҙ тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулы. □ Радио. Радио уйлап табыу. ■ Нур радио менән ҡыҙыҡһына, ә радио частары арзан түгел, ҡулдан алырға тура килә. И. Абдуллин.
2. Шул ысулдағы элемтәне өйрәнгән фән һәм техника әлкәһе. □ Радио. Радионы өйрәнеү.
3. Шундай тапшырыуҙарҙы башҡарған ойошма. □ Радио. Башҡортостан радиоһы. «Юлдаш» радиоһы. Радио журналисы. Радио хеҙмәткәре. ■ Нәҡ шул саҡта, яр ситенә тулҡын һарылғанда, Башҡортостан радиоһы аша талғын ғына булып иҫ китмәле моңло бер йыр ағылды. «Ватандаш», № 8,
2010.
4. Шул ысул менән тапшырылған тауышты ҡабул итеү ҡорамалы; трансляция селтәре. □ Радио. Радионы ҡуйыу. Радионан концерт тыңлау. ■ Радио беҙҙең бүлмәлә ҡысҡырып һөйләп тора, йә Мәскәүҙән, йә Өфөнән музыка гөрләп тора. Р. Ниғмәти. Тәүҙә патефонға һалып уйнатылған пластинкаларҙан яңғыраған тылсымлы моңдар әсир итте күңелемде, һуңынан ауылда радиолар пәйҙә булды. М. Ямалетдинов. Камалетдин уйҙарын бүлеп, баш өҫтөндәге радио тағы телгә килде. Р. Байымов.
РАДИО- [рус. < лат. radio ‘нур бөркәм, таратам’] (Р: радио-; И.: radio; T.: radyo) и.
Ҡушма һүҙҙәр составында килеп, «нурланыш »ҡа һәм «радиотехника»ға мөнәсәбәтле булыуҙы аңлата. □ Радио-. Радиовышка. Радиоалғыс.
РАДИОАКТИВ (Р: радиоактивный, И.: radioactive; T.: radyoaktif) с.
1. Радиоактивлыҡҡа мөнәсәбәтле. □ Радиоактивный. Радиоактив тарҡалыш.
2. Радиоактивлыҡ сифатына эйә булған. □ Радиоактивный. Радиоактив ҡалдыҡтар. Радиоактив газ. Радиоактив битлек. И Эйе, радиоактив нурҙар менән ағыуланған яҡташтарыбыҙҙың барыһы ла был көндәрҙә
тере түгел, атом бомбаһын һынау хаҡында 25 йылға тиклем бер кемгә лә һөйләмәҫкә улар ант биргән. «Юшатыр», 27 август 2009. Ә Фукусима атом станцияһындасы авария меңдәрсә тонна радиоактив матдәнең атмосфераның, диңгеҙ фаунаһының ағыуланырына килтерҙе. «Ағиҙел», № 7, 2011.
РАДИОАКТИВ АҒЫУЛАНЫУ (Р: ра диоактивное загрязнение; И.: radioactive contamination, T.: radyoaktif kirlilik) и.
Тирә-яҡ мөхиттә йәки тере организмдарҙа радиоактив матдәләрҙең тәбиғи кимәленән артыҡ булыуы. □ Радиоактивное загрязнение. Радиоактив ағыуланыу кимәле.
РАДИОАКТИВ БОЛОТ (Р: радиоактивное облако; И.: radioactive cloud; T: radyoaktif bulut) и.
Атом заряды шартлауынан барлыҡҡа килгән радиоактив продукттар өлөшсәләренең атмосферала тупланыуы. □ Радиоактивное облако. Радиоактив болот бейеклеге. Радиоактив болот хәрәкәте. М [Чернобыль аварияһының] тәүге көндәрендә үк радиоактив болот яҡын-тирәгә генә түгел, ә Рәсәйҙең көнбайыш төбәктәренә, хатта көнсығыш һәм төньяҡ Европаға ла таралған. «Йәшлек», 4 май 2012.
РАДИОАКТИВЛЫҠ (радиоактивлығы) (Р: радиоактивность; И.: radioactivity; Т.: radyoaktiflik) и.
Химик элементтағы атом ядроһының радиация менән бергә барған тарҡалышы. □ Радиоактивность. Радиоактивлыҡ зонаһын тикшереү. Юғары радиоактивлыҡ. ■ Мәғлүмәттәр буйынса, байыҡтырылмаған тәбиғи урандың радиоактивлыҡ әүҙемлеге яй булһа ла, ағыулы. «Йәшлек», 10 июль 2008.
РАДИОАЛҒЫС (Р: радиоприёмник; И.: (radio) receiver, radioset; T.: radyo (alıcısı), alıcı) u.
1. Радио тулҡындарын тотоп, уларҙы тауышҡа, хәбәргә әйләндерел тапшыра торған ҡоролма. □ Радиоприёмник. Радиоалғыс төҙөлөшө. Радиоалғысты көйләү.
2. Радио тапшырыуҙарын ҡабул итә торған аппарат. □ Радиоприёмник. Лампалы радиоалғыс. Радиоалғыс бүләк итеү. ■ Ул
8*
211