Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 212


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАДИОАНТЕННА
[Ҡыҙырас], ниндәйҙер бер балалар журналында бирелгән моделгә ҡарап, детекторлы радиоалғыс яһай ине. 3. Биишева. Шәп эләкте был радиоалғыс, бик йәтеш булды. Үҙе детекторлы ғына булһа ла, Өфөнө лә, Мәскәүҙе лә бик тиҙ тотоп ала. К. Мәргән. Көҙгөләй йылтыр шкафтар, төҫлө телевизор, магнитофон, радиоалғыс һәм башҡа затлы әйберҙәр менән [Файза апайҙың] өй эсе тулған. Р. Байбулатов.
РАДИОАНТЕННА (Р.: радиоантенна; И.: radio antenna; T.: radyo anten) и.
Электромагнит тулҡындарын тотоу һәм таратыу өсөн хеҙмәт иткән, радиойышлыҡ диапазонында эшләүсе ҡулайлама. □ Радиоантенна. Радиоантеннаның эшләу принцибы. Радиоантенна урынлаштырыу. Радиоантенна төҙөлөшө.
РАДИОАППАРАТТАР (Р: радиоаппаратура; И.: radioequipment, T.: radyo donatım ve cihazları) и. йыйн.
Радиотулҡындарҙы тапшыра, бер хәлдән икенсе хәлгә үҙгәртә һәм ҡабул итә торған аппараттар системаһы. □ Радиоаппаратура. Радиоаппараттар урынлаштырыу. Радио-аппараттар тоҡандырыу. М Шул саҡрадиоаппараттар яғынан: «Аҡ бейеу» — ҡыҙҙар егеттәрҙе саҡыра», — тип иғлан иттеләр. Р. Байбулатов.
РАДИОАСТРОНОМ (Р: радиоастроном; И.: radar astronomer; T.: radyoastronom) и.
Радиоастрономия буйынса белгес. □ Радиоастроном. Радиоастроном фекере. Радиоастроном күҙәтеүҙәре.
РАДИОАСТРОНОМИК (Р: радиоастрономический; И.: radioastronomical; T.: radyo-astronomik) c.
Радиоастрономияға бәйле. □ Радиоастрономический. Радиоастрономик обсерватория. Радиоастрономик күҙәтеүҙәр.
РАДИОАСТРОНОМИЯ [рус] (Р: радиоастрономия; И.: radioastronomy; Т: га-dyoastronomi) и.
Күк есемдәренең радиотулҡындар диапазонында электромагнит нурланышын өйрәнеүсе астрономия бүлеге. □ Радиоастрономия. Радиоастрономияның өйрәнеү объекты. Радиоастрономияның тикшереү
ысулдары. Радиоастрономиялағы эксперименттар.
РАДИОАТЕЛЬЕ [рус.] (Р: радиоателье; И.: radiosalon; Т.: radiosalon) и.
Радиоаппараттар йүнәтеү ательеһы, салоны. □ Радиоателье. Радиоательелағы оҫта. Радиоательеға барыу. Радиоательеның адресы.
РАДИОБИОЛОГИЯ [рус ] (Р: радиобиология; И.: radiobiology; T.: radyobiyo-loji) и.
Радиоактив нурҙарҙың организмға булған тәьҫирен өйрәнә торған фән. □ Радиобиология. Космос радиобиологияһы. Радиобиология институты. Радиобиология лабораторияһы.
РАДИОБӘЙЛӘНЕШ (Р: радиосвязь; И.: radiocontact; T.: radyo / telsiz bağlantısı) и.
Радиотулҡындар аша тауышты алыҫ араға сымһыҙ тапшырыуҙы һәм ҡабул итеүҙе ғәмәлләштергән элемтә. □ Радиосвязь. Радиобәйләнеш буйынса аралашыу. Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажы менән радиобәйләнеш. 1895 йылдың 7майында тәүге радиобәйләнеш сеансы булдырылған.
РАДИОВЫШКА [рус.] (Р: радиовышка; И.: radio tower; Т.: pilon) и.
Радио һәм телесигналдар ҡабул итеүсе һәм тапшырыусы ҡоролма, антенна, мачта.
□ Радиовышка. Радиовышка тапшырған сигналдар. Радиовышканың бейеклеге.
РАДИОГРАММА (Р.: радиограмма; И.: radiogramme; T.: radyogram, telsiz (yazısı)) и.
Радиотелеграф аша тапшырылған хәбәр.
□ Радиограмма. Радиограмма алыу. Радиограмма тапшырыу. ■ [Почтальон — Мәрхәбә еңгәгә:] Был радиограмманы Һеҙгә күршегеҙ Ишмырҙа Ишбулдин юлдан ебәргән, — тип аңлатты. Ә. Бикчәнтәев. Үҙәк штабҡа, алдан ҡушылғанса, код менән беренсе радиограмманы ебәрҙек. Д. Исламов. Ә һин, Сираев, радиограммалар тапшырыу буйынса ла, ҡабул итеүҙән дә өлгәшмәйһең. Етмәһә тағы, үҙең взводтың комсоргы. Н. Мусин.
РАДИОГРАФИК (Р: радиографический; И.: radiographic; T.: radiografik) с.
212