Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 213


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАДИОКОММЕНТАРИЙ
Радиографияға мөнәсәбәтле, радиографияға нигеҙләнгән. □ Радиографический. Радиографик тикшеренеуҙәр. Радиографик куҙәтеуҙәр. Радиографик ысул.
РАДИОГРАФИЯ (Р.: радиография; И.: radiography; T.: radyografi) и.
Радиацияны, радиоактив элементтарҙы табыу өсөн ҡулланылған фотографик ысул. □ Радиография. Радиография ысулын ҡулланыу. Радиография приборҙары.
РАДИОДИАПАЗОН (Р: радиодиапазон; И.: radio band; T.: radyo dalgalarının diyapazonu) u.
Нурланыш диапазоны аша тапшырылған радиотулҡындар. □ Радиодиапазон. Профессиональ бәйләнеш өсөн радиодиапазон-дар. ҒМ тулҡындарындасы радиодиапазон.
РАДИОЖУРНАЛ (Р: радиожурнал; И.: radiojournal; T.: radyo dergisi) и.
Журнал материалын хәтерләткән радио тапшырыуы. □ Радиожурнал. Радиожурналдың формаһы. Тематик радиожурнал. Студенттар ойошторған радиожурнал.
РАДИОЖУРНАЛИСТ (Р: радиожурналист; И.: radio journalist; T.: radyo gazetecici) и.
Радиола журналистик тапшырыуҙар әҙерләүсе. □ Радиожурналист. Танылған радиожурналист. Радиожурналистар йыйыны. Радиожурналистар ярышы. ■ Байрамда Өфөнән Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, яҙыусы, радиожурналист Фәрзәнә Аҡбулатова, тележурналист Рәйсә Абдуллина ҡатнашты. «Ағиҙел», № 3, 2010.
РАДИОЗОНД (Р: радиозонд; И.: radiosonde; T.: radyosonda) и.
Һауа шары менән күтәртелеп, төрлө бейеклектәге баҫым, температура һәм дымлылыҡты үлсәй, һөҙөмтәһен автоматик рәүештә радио аша Ергә тапшыра торған метеорологик прибор. □ Радиозонд. Рус ғалимы Павел Молчанов уйлап тапҡан радио -зонд. Аэростатлы радиозонд. Атмосфераны радиозонд ярҙамында тикшереу.
РАДИОИДАРА (Р: радиоуправление; И.: radio control; T.: radyo kumandası) и.
Радиосигналдар аша төрлө объекттар менән идара итеү. □ Радиоуправление. Радиоидара аппараттары. Төҙөлөш краны менән радиоидара итеу. Радиоидара системалары.
РАДИОИНЖЕНЕР (Р: радиоинженер; И.: radio engineer; T.: radyo mühendisi) и.
Радиоаппаратураларҙың функциональ үҙенсәлектәре, технологияһы, уларҙы йүнәтеү, һынау буйынса техник белемле белгес. □ Радиоинженер. Радиоинженер һәнәре. Радиоинженерға уҡыу. Радиоинженерҙар ярышы.
РАДИОИНФОРМАЦИЯ и. ҡар. радио-мәғлүмәт. Радиоинформацияны әҙерләу. Радиоинформация булеге.
РАДИОЙЫШЛЫҠ (радиойышлығы) (Р: радиочастота; И.: radio frequency; T.: frekans) и.
Радио селтәрҙәре аша мәғлүмәттәр тапшырыу өсөн ҡулланылған билдәле бер йышлыҡ һәм тулҡындар оҙонлоғондағы электромагнит нурланыш. □ Радиочастота. Радиойышлыҡ диапазондары. Радиойышлыҡ спектрҙары. Радиойышлыҡ тулҡындары.
РАДИОКАНАЛ (Р: радиоканал; И.: radio channel; T.: radyo kanalı) и.
Радиотулҡындар ярҙамында мәғлүмәт тапшырылған бәйләнеш каналы. □ Радиоканал. Радиоканалдыц техник характеристикаһы. «Юлдаш» радиоканалы.
РАДИОКЛУБ (Р: радиоклуб; И.: radio club; T.: radyo kulübü) и.
Радио менән ҡыҙыҡһыныусылар, радио эшләүселәр клубы. □ Радиоклуб. Радиоклуб уткәргән саралар. Радиоклубҡа яҙылыу. Радиоклубта шөғөлләнеу.
РАДИОКОМИТЕТ [рус ] (Р: радиокомитет; И.: radio Committee; T.: radyo komitesi) и.
Радио тапшырыуҙарына етәкселек иткән ойошма; радио комитеты. □ Радиокомитет. Радиокомитет ултырышы. Радиокомитет етәкселеге. Радиокомитет белгестәре.
РАДИОКОММЕНТАРИЙ [рус ] (Р: ра диокомментарий; И.: radio commentary; T.: radyo yorumu) и.
Тышҡы сәйәсәт, спорт, иҡтисад, сәнғәт һ. б. мәсьәләләр буйынса радионан алып
213