Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 214


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАДИОКОММЕНТАТОР
барылған күҙәтеүҙәр, сығыштар, аңлатмалар биреү. □ Радиокомментарий. Футбол ярыштары буйынса радиокомментарий. Радио -комментарий ойоштороу.
РАДИОКОММЕНТАТОР [рус ] (Р: ра диокомментатор; И.: radio commentator; T.: radyo yorumcusu) и.
Тышҡы сәйәсәт, спорт, иҡтисад, сәнғәт һ. б. мәсьәләләр буйынса күҙәтеүҙәр менән сығыш яһаған, шулай уҡ радионан репортаж алып барған кеше. □ Радиокомментатор. Данлыҡлы радиокомментатор. Спорт буйынса радиокомментатор.
РАДИОКОМПАНИЯ [рус ] (Р: радиокомпания; И.: radio company; T: radyo şirketi) и.
Радиотапшырыуҙар ойошмаһы. □ Радиокомпания. Дәуләт радиокомпанияһы. Шәхси радиокомпания. Радиокомпания ойоштороу.
РАДИОКОМПАС [рус.] (Р: радиокомпас; И.: automatic direction finder; T: radyo pusulası) u.
Ерҙән тапшырыусы радиостанцияларға йүнәлеште автоматик рәүештә билдәләүсе самолёт ҡорамалы. □ Радиокомпас. Радиокомпас ҡулланыу. Радиокомпасты һынау. Өс режимда ҡулланылған радиокомпас.
РАДИОКОМПОЗИЦИЯ [рус ] (Р: радиокомпозиция; И.: radio composition; T.: (radyo) kompozisyon) и.
Радио аша тапшырылған тема һәм йөкмәтке яғынан бәйләнгән әҙәби һәм музыкаль әҫәрҙәр йыйылмаһы. □ Радиокомпозиция. Әҙәби-музыкаль радиокомпозиция.
РАДИОКОНЦЕРТ [рус.] (Р: радиоконцерт; И.: radio concert; T.: radyo konseri) и.
Төрлө музыкаль номерҙарҙан тороп, радиоканал буйынса алып барылған тамаша. □ Радиоконцерт. Радиоконцерт тыңлау. Радиоконцерт әҙерләу.
РАДИОКОРРЕСПОНДЕНЦИЯ (Р: ра диокорреспонденция; И.: radiocorrespondence; T: radiohaberleşme) и.
Билдәле бер мәсьәлә буйынса теүәл факттарға ҡоролған радиотапшырыу. □ Радиокорреспонденция. Аналитик радиокор-
респонденция. Радиокорреспонденция ойоштороу. Мәғлумәтле радиокорреспонденция.
РАДИОЛА [рус.] (Р: радиола; И.: radiola; T: pikap) и.
Радиоалғысы һәм грампластинкалар уй-натҡысы булған аппарат. □ Радиола. Радиоланы тоҡандырыу. И Ринат, тумбочка өҫтөндәге радиоланы асып, пластинка ҡуйып ебәрҙе. М. Садиҡова. Тәуге эш хаҡынан бу леп радиола ла алып ебәргәс, өй эсе тағы ла матурлана төштө. Ғ. Аллаяров. Клубтыц асыҡ ишегенән радиола тауышы урам буйлап әллә ҡайҙарға тарала. Р. Низамов.
РАДИОЛАМПА [рус.] (Р: радиолампа; И.: electron tube; T: radyo ampulü) и. техн.
Радиоаппараттар өсөн тәғәйенләнгән махсус лампа. □ Радиолампа. Рәсәйҙә етештерелгән радиолампалар. Радиолампа алыштырыу. Радиолампалар буйынса мәғлумәт. ■ [Ҡәнзәфәров] ниҙер иретеп йәбештерә, радиолампалар һайлай, конденсаторҙы, индуктив катушкаларҙы изоляцияланған нәҙек кенә уткәргестәргә тоташтыра. Н. Мусин.
РАДИОЛАШТЫРЫЛЫУ (радиолаш-тырыл-) ҡ. төш. ҡар. радиолаштырыу. страд, от радиолаштырыу. Радиолаштырылған ауыл. Радиолаштырылған завод.
РАДИОЛАШТЫРЫУ (радиолаштыр-) (Р: радиофицировать; И.: equip with radio; T: radyo tesisi koymak) ҡ.
Радио селтәре менән тәьмин итеү; радио үткәреү. □ Радиофицировать. Илде радиолаштырыу. Ауылды радиолаштырыу. Мәктәпте радиолаштырыу. Н Майҙанды радиолаштырғандар. Кемдер скрипкала һуҙып «Ашҡаҙар» көйөн уйнап ебәрә. К. Мәргән.
РАДИОЛОГ [рус.] (Р: радиолог; И.: radiologist; Т: radiolog) и.
1. Радиология буйынса белгес. □ Радиолог. Радиологтар симпозиумы. Рәсәй радиологтары.
2. Дауалауҙа радиоактив матдәләрҙе файҙаланыусы табип. □ Радиолог. Радиологта дауаланыу. Радиологтың кәңәштәре. Куренекле радиолог.
214