РАДИОНАВИГАЦИЯ
РАДИОЛОГИК (Р.: радиологический; И.: radiological; T.: radiolojik) с.
Радиологияға мөнәсәбәтле. □ Радиологический. Радиологик тикшеренеуҙәр. Радиологик приборҙар.
РАДИОЛОГИЯ [рус.] (Р: радиология; И.: radiology; T.: radioloji) и.
1. Радий һәм башҡа радиоактив элементтарҙың тәьҫирен һәм уларҙы файҙаланыу юлдарын өйрәнә торған фән. □ Радиология. Радиология өлкәһендәге тикшеренеуҙәр. Радиологиялағы асыштар.
2. Медицинаның диагноз ҡуйыу йәки дауалау маҡсатында радиация һәм радиоактив дарыуҙарҙың биологик тәьҫирен өйрәнә торған бүлеге. □ Радиология. Медицина радиологияһы институты.
РАДИОЛОКАТОР [рус.] (Р: радиолокатор; И.: radiolocator; T.: radar) и.
Радиолокация өсөн хеҙмәт иткән ҡоролма; радар. □ Радиолокатор. Эҙәрләусе радиолокатор. Әйләнмәле радиолокатор. ■ Ысынлап та, ер өҫтөндәге радиолокаторҙар һәм башҡа ҡорамалдар, команда пункттары ғәҙәти куренешкә әуерелгән. А. Мағазов. Радиолокатор .. радио тулҡындары ярҙамында бер нисә йөҙ километр алыҫлыҡта осҡан самолеттың урынын, бейеклеген, хатта ниндәй тиҙлек менән осҡанын билдәләй. Ф. Мәҡсүтов.
РАДИОЛОКАЦИЯ [рус. < лат. radio + locatio ‘урынлаштырыу’] (Р: радиолокация; И.: radiolocation; T.: radyolokasyon) и.
Радио тулҡындарының сағылыш характерынан йәки үҙенең нурланышынан алыҫтағы күҙгә күренмәгән нәмәне табып, ни икәнен белеү, урынын билдәләү ысулы һәм фән менән техниканың шул ысулды өйрәнә торған бүлеге. П Радиолокация. Радиолокация антеннаһы. Радиолокация станцияһы.
РАДИОМАЯҠ (радиомаяғы) [рус.] (Р: радиомаяк; И.: radio beacon; T.: radyofar) и.
Самолёт һәм караптарға үҙ урынын билдәләргә ярҙам итеү өсөн сигнал биреп торған ҡоро ер радиостанцияһы. □ Радиомаяк. Навигация радиомаяғы. Йунәлеш радиомаяғы.
РАДИОМЕТР I лат. radio + гр. metron ‘үлсәү’] (Р: радиометр; И.: radiometer; Т.: radyometre) и.
1. Электромагнит нурланышы ҡеүәтен бүленгән йылыға ҡарап үлсәй торған прибор. □ Радиометр. Радиометр төҙөлөшө. Радиометр менән улсәу. М Радиометр, магнитометр кеуек әйберҙәрҙе мәмерйәгә индереп йөрөп булмай ине. Н. Мусин.
2. Радиотелескоптың радионурланышты ҡабул итә торған приборы. □ Радиометр. Радиометр ҡулланыу. Радиометрҙы эшләтеу.
3. Радиоактив матдәләрҙең әүҙемлеген үлсәй торған прибор. □ Радиометр. Радиометр шкалаһы. Акустик радиометр.
4. Таралған тауыштың баҫымын үлсәй торған прибор. □ Радиометр. Радиометр курһәткән тауыш баҫымы.
РАДИОМЕТРИК (Р. : радиометрический; И.: radiometric; T: radyometrik) с.
1. Радиометрия ысулын файҙаланған.
□ Радиометрический. Радиометрик карта. Радиометрик тикшеренеуҙәр. ■ Радиометрик карта буйынса айырым осраҡта ер аҫтындағы нефтле структураларҙы билдәләп була. Д. Бураҡаев.
2. Радиометрия ысулына, уның мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән. □ Радиометрический. Радиометрик анализ.
РАДИОМЕТРИЯ (Р: радиометрия; И.: radiometry; T: radyometri) и.
1. Радиоактив сығанаҡтарҙа радионук-лидтарҙың әүҙемлеген (билдәле ваҡыт берәмегендә тарҡалыу һанын) дөйөм үлсәү.
□ Радиометрия.
2. Физиканың радиоактив матдәләрҙе үлсәү ысулын өйрәнгән бүлеге. □ Радиометрия. Радиометрия булеге.
РАДИОНАВИГАЦИЯ (Р: радионавигация; И.: radionavigation / guidance; T.: radyo seyrüseferi) и.
Радиотехник приборҙар системаһының караптарҙы, самолёттарҙы һ. б. бирелгән йүнәлеш буйынса йөрөтөү өсөн ҡулланы-лыуы. □ Радионавигация. Радионавигация аппаратуралары заводы. Радионавигация ҡоролмаһы. Радионавигация системаһы.
215