РАДИОНУР
РАДИОНУР (Р.: радиолуч; И.: radio beam; T.: radyo ışını) и.
Билдәле бер йүнәлештәге радиотулҡындар шәлкеме. □ Радиолуч. Радионурҙар киңлеге. Радионурҙарҙы киңәйтеү. Антенна ҡабул иткән радионурҙар.
РАДИОПЕЛЕНГАТОР (Р: радиопеленгатор; И.: radio direction finder; T.: radyo-gonyometre) u.
Радионурланыш сығанағын билдәләүсе аппаратура. □ Радиопеленгатор. Радиопеленгатор ҡулланыу. Радиопеленгатор төҙөлөшө.
РАДИОПЕЛЕНГАЦИЯ (Р: радиопеленгация; И.: direction finding; T.: radyo ışınlarının yönünü belirleme) u.
Радионурланыш сығанағы йүнәлешен билдәләү. □ Радиопеленгация. Радиопеленгация үткәреү. Автоматлаштырылған радиопеленгация.
РАДИОПЕРЕДАТЧИК (радиопере-датчигы) [рус.] и. ҡар. радиотапшырғыс. Радиопередатчикты урынлаштырыу. Ра-диопередатчиктың өлөштәре.
РАДИОПИЛОТ (Р: радиопилот; И.: radiopilot; T.: radyopilot) и.
Радио тулҡындарын сағылдырыусы сәбе булған аэрологик прибор. □ Радиопилот. Радиопилот осороу. Радиопилот ярҙамында билдәләү.
РАДИОПОСТАНОВКА [рус ] (Р: радиопостановка; И.: radio show; T: radyoda tiyatro oyunu) u.
Радио аша пьеса, әҙәби әҫәр инсценировкаһын тапшырыу. □ Радиопостановка. Радиопостановка әҙерләү. Радиопостановка тапшырыу.
РАДИОПРИЁМНИК (радиоприёмни-гы) [рус.] и. ҡар. радиоалғыс. Детекторлы радиоприёмник. Радиолокация радиоприём-нигы.
РАДИОРЕПОРТАЖ [рус. < лат. radio + фр. reportage ‘хәбәр итеү’] (Р: радиорепортаж; И.: reportage; T.: radyo röportaj) и.
Ваҡиға барған урындан (стадиондан, эш урынынан һ. б.) башҡарылған радиотапшырыу. □ Радиорепортаж. Футбол матчынан радиорепортаж. Радиорепортаж барышы.
РАДИОРУБКА [рус.] (Р.: радиорубка; И.: radio cabin; T.: radyo kabini) и.
Караптың радиоэлемтә өсөн тәғәйенләнгән махсус бүлмәһе. □ Радиорубка. Диңгеҙ судноһындағы радиорубка. Радиорубка аша хәбәр итеү. Хәрби базалағы радиорубкалар.
РАДИОРУПОР (Р. : радиорупор; И.: radio megaphone; T.: radioağızlık) и.
Радионан сыҡҡан тауышты билдәле бер йүнәлештә көсәйтеп таратыу өсөн ҡулланылған конус формаһындағы торба. □ Радиорупор. Радиорупор урынлаштырыу. Радиорупорҙан ишетелгән тауыш.
РАДИОСЕЛТӘР (Р: радиосеть; И.: radio network; T.: radyo şebekesi) и.
Тапшырыусы һәм ҡабул итеүсе радиостанциялар селтәре. □ Радиосеть. Рәсәй радиоселтәрҙәре. Оҙон тулҡынлы радио-селтәрҙәр.
РАДИОСИГНАЛ (Р: радиосигнал; И.: radio signal; T.: radyo sinyali) и.
Радио аша тапшырылған сигнал. □ Радиосигнал. Радиосигналдар ҡабул итеү. Радиосигналдар йышлығы. ■ [Сәғит менән Гусейензада]радиосигналдарҙы бергә өйрәнделәр. Кодтарҙы бергә уҡынылар. И. Ғиззәтуллин.
РАДИОСТАНЦИЯ [рус.] (Р: радиостанция; И.: radio station; T.: radyo merkezi) и.
Радиотулҡындар ярҙамында төрлө тауыш, хәбәр тапшырыу һәм ҡабул итеү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡорамалдар йыйылмаһы. □ Радиостанция. Ҡабул итеү радиостанцияһы. Тапшырыу радиостанцияһы. ■ Ул [Ҡәнзәфәров] радиостанцияларҙың төҙөлөшөн, схемаларын шул тиклем тиҙ белеп өлгөрҙө, хатта быға тиклем өйрәнгән радиостанцияларҙың схемаларын йоҡоһонан төн уртаһында уятып һораһаң да аңлатып бирер ине. Н. Мусин. Дивизия командиры Белов,'кешеләргә урман эсендә ял бирергә ҡушып,.. радиостанция урынлашҡан автомашинаға инеп ятты. Я. Хамматов.
РАДИОСТУДИЯ [рус. < фр. < лат. radio + studere ‘уҡыу’] (Р: радиостудия; И.: radio studio; T.: radyo stüdyosu) и.
216