РАДИОТЕЛЕСКОП
1. Радиотапшырыуҙар алып барыла торған махсус бүлмә. □ Радиостудия. Радиостудияла осрашыу. Радиостудиянан һөйләү.
2. Радиотапшырыуҙар алып барған ойошма. □ Радиостудия. Өфө радиостудияһы. Радиостудия хеҙмәткәрҙәре.
РАДИОСӘНӘҒӘТ (Р: радиопромышленность; И.: radio industry; T.: radyo sanayisi) и.
Телефон, телеграф, радиобәйләнеш, радиолокация, радионавигация һ. б. өсөн ҡорамалдар, аппаратуралар етештереүсе сәнәғәт. □ Радиопромышленность. Радиосә-нәғәт үҫеше. Радиосәнәғәт үҙенсәлеге.
РАДИОТАПШЫРҒЫС (Р: радиопередатчик; И.: radiotransmitter; T: radyo vericici)
Тауышты электромагнит тулҡындарына өйләндереп тарата торған аппарат. □ Радиопередатчик. Радиотапшырғыс ҡоролмаһы. ■ Стеналарға радиоалғыс, радиотапшырғыс аппараттарҙың схемалары, радиолампаларҙың, генератор, аккумулятор, ҡоро батареяларҙың макеттары эленгән. Н. Мусин. [Сәғит] кәрәге тейер әле, тип, радиоалғысты, радиотапшырғысты бирелеп өйрәнде. И. Ғиззәтуллин. «Әлбиттә, беҙ уны [Уралбаевты] ишетәбеҙ бит», — тине радист, улай ҙа радиотапшырғыстың реостаттарын борғолап алды. А. Мағазов.
РАДИОТАПШЫРЫУ (Р: радиопередача; И.: radio broadcast; T: radyo yayını) и.
Радио аша бирелгән хәбәр, һүрәтләмә һ. б. □ Радиопередача. Күңелгә ятышлы радиотапшырыу. Радиотапшырыу яңылыҡтары. Башҡорт телендә алып барылған радиотапшырыу. Радиотапшырыу мөхәррире. Н Бәхеткә ҡаршы, Әлфиә-Жужаның тәүге радиотапшырыуҙары хәүефһеҙ үтте. И. Абдуллин.
РАДИОТЕЛЕГРАФ [рус.] (Р: радиотелеграф; И.: wireless; T: radyotelgraf) и.
1. Радио аша телеграф элемтәһе алып барған тапшырыусы һәм ҡабул итеүсе аппараттар йәки аппараттар системаһы. □ Радиотелеграф. Радиотелеграф элемтәһе.
2. Шул элемтәне тәьмин иткән ойошма, станция. □ Радиотелеграф. Радиотелеграф белгестәре.
РАДИОТЕЛЕГРАФИСТ [рус ] (Р: радиотелеграфист; И.: radio telegraphist; T.: radyotelgrafçı) и.
Радиотелеграф аша мәғлүмәт тапшырыусы һәм ҡабул итеүсе хеҙмәткәр. □ Радиотелеграфист. Радиотелеграфист һәнәре. Радиотелеграфистар хәрби мәктәбе. ■ Фәхретдин Мырҙағоловты Грузияның баш ҡалаһы Тбилисиға радиотелеграфистар әҙерләү мәктәбенә ебәрәләр. Ф. Иҫәнбаева. Әле иптәштәре радиограмманы минутына биш-алты ғына группа ҡабул иткәндә, ул өсөнсө класлы радиотелеграфистар нормаһы менән эшләй ине инде. Н. Мусин.
РАДИОТЕЛЕГРАФИЯ [рус. < фр. < гр. tele ‘йыраҡ’ + graphö ‘яҙам’] (Р: радиотелеграфия; И.: radiotelegraphy; T.: radyotelegrafi) и.
Радио тулҡындары аша текст мәғлүмәте биреү сараһы. □ Радиотелеграфия. Радиотелеграфия хәбәрҙәре.
РАДИОТЕЛЕМЕТРИК (Р: радио телеметрический; И.: radiotelemetering, radiotelemetric; T.: radyotelemetrik) с.
Радиотелеметрияға нигеҙле. □ Радио-телеметрический. Радиотелеметрик мәғлүмәт. ■ Спутникта фәнни аппаратураның эше тураһында Ергә мәғлүмәттәр тапшырыу өсөн радиотелеметрик система бар. Картотека фондынан.
РАДИОТЕЛЕМЕТРИЯ (Р: радиотелеметрия; И.: radiotelemetry; T.: radyotelemet-ri) и.
Физик дәүмәлде алыҫ аранан үлсәп, һөҙөмтәһен радиобәйләнеш аша тапшырыу ысулы. □ Радиотелеметрия. Медицина әлкәһендә ҡулланылған радиотелеметрия.
РАДИОТЕЛЕМЕХАНИКА [рус ] (Р: радиотелемеханика; И.: radio telemechanics; T.: radyotelemekanik) и.
Телемеханиканың идара итеү һәм контроль мәғлүмәттәрҙе тапшырыу өсөн радио элемтәһен ҡулланған тармағы. □ Радиотелемеханика. Радиотелемеханика системаһы.
РАДИОТЕЛЕСКОП (радиотелескобы) [рус.] (Р: радиотелескоп; И.: radio telescope; T: radyo teleskop) и.
217