РАДИОТЕЛЕФОН
Күк есемдәре таратҡан тәбиғи радио-нурланышты тотоу һәм теркәү өсөн хеҙмәт иткән ҡорамал. □ Радиотелескоп. Радиотелескоп антеннаһы. Радиотелескоптың эшләу принцибы. Радиотелескоптарҙың классификацияһы.
РАДИОТЕЛЕФОН [рус.] (Р.: радиотелефон; И.: radiotelephone; T.: radyotelefon) и.
Радио тулҡындары аша телефон элемтәһе тотоу өсөн тәғәйенләнгән аппарат. □ Радиотелефон. Радиотелефон аша хә-бәрләшеу. Радиотелефон трубкаһы. Радиотелефон менән бәйләнешкә инеу. ■ Бындағы [һуғыштағы] хәлде куреу менән рота командиры радиотелефон аша вертолёт саҡырырға тотондо. Ә. Хәкимов.
РАДИОТЕРАПИЯ [рус. < фр.] (Р: радиотерапия; И.: radiotherapy; T.: radyoterapi) и.
Радий һәм башҡа радиоактив матдәләрҙең ионлашҡан нурҙары менән дауалау ысулы. □ Радиотерапия. Нур радиотерапияһы.
РАДИОТЕХНИК I [рус.] (Р: радиотехник; И.: radio technician; T.: radyo teknisyeni) и.
Радиотехника буйынса белгес; радио аппараттарын ҡуйыу, йүнәтеү менән шөғөлләнгән техник. □ Радиотехник. Радиотехник һәнәре. Радиотехниктар ярышы. Радиотехниктар туңәрәге. ■ Агроном, зоотехник, электрик, радиотехник булырға хыялланыусылар ҙа барҙыр. Яр. Вәлиев.
РАДИОТЕХНИК II (Р: радиотехнический; И.: radio engineering; T.: radyoteknik) с.
Радиотехникаға мөнәсәбәтле. □ Радиотехнический. Радиотехник ҡоролма. Радиотехник разведка. Радиотехник сигнал.
РАДИОТЕХНИКА [рус. < фр.] (Р: радиотехника; И.: radio engineering; T.: radyoteknik) и.
1. Юғары йышлыҡтағы электромагнит тирбәлеше һәм уны элемтәлә, төрлө тапшырыуҙарҙа, навигацияла, астрономияла һ. б. әлкәлә практик ҡулланыу ысулдары тураһындағы фән. □ Радиотехника. / Радиотехнический. Радиотехника буйынса китаптар. М Һин бит [Йосоп], бер йыл булһа ла, һалдатта радиотехниканы өйрәнгән кеше. Н. Мусин.
2. Техниканың радиоаппаратураны сығарыуға әҙерләү, яһау һәм ҡулланыу эшен башҡарған тармағы. □ Радиотехника. Радиотехника әлкәһе.
РАДИОТРАНСЛЯЦИОН [Р: радиотрансляционный; И.: radio relay; T.: radyo yayımı] c.
Радиотрансляцияға мөнәсәбәтле. □ Радиотрансляционный. Радиотрансляцион элемтә. Радиотрансляцион ҡоролма.
РАДИОТРАНСЛЯЦИЯ [рус ] (Р: радиотрансляция; И.: radio broadcast, radio relay; T.: radyo yayınlaması) и.
Радио программаһының сым аша тапшырыл ыу ы. □ Радиотрансляция. Бер программалы радиотрансляция. Драма театрынан радиотрансляция. Радиотрансляция селтәре. Радиотрансляция узелы.
РАДИОТУЛҠЫН (Р: радиоволна; И.: radio wave; T.: radyo dalgası) и. физ.
Алыҫ араға һауа аша сигналдар биреү өсөн ҡулланылған электромагнит тулҡыны. □ Радиоволна. Радиотулҡындар аша тапшырыу. Радиотулҡындар йышлығы.
РАДИОУЗЕЛ [рус.] (Р: радиоузел; И.: radio centre; T.: radyo merkezi) и.
Радио элемтәһен башҡарыу һәм сым аша радио программаһын тапшырыу өсөн махсус рәүештә йыһазландырылған урын. □ Радиоузел. Трансляцион радиоузел. Н Исҡужин, председателде радио аша ғына саҡырырға булып, радиоузелға инеп китте. Ә. Вәли. [«Волга» колхозында] ғәжәп бай китапханалар, бына тигән радиоузел даими эшләп тора. Ә. Байрамов. Бына, электр станцияһын эшләтә башлағас та, радиоузел тәҙәргә тотонабыҙ. Н. Мусин.
РАДИОФИЗИК I (радиофизигы) [рус ] (Р: радиофизик; И.: radiophysicist; T.: radyo-fizikçi) и.
Радиотехника һәм электрониканың физик нигеҙҙәре буйынса белгес. □ Радиофизик. Радиофизик һәнәрен уҙләштереу.
РАДИОФИЗИК II [рус.] (Р: радиофизический; И.: radiophysical; T.: radyofizik) с.
Физиканың радиотехника һәм электрониканың физик нигеҙҙәренә бәйле. □ Радиофизический. Радиофизик куренештәр.
218