Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 219


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАДИУС
РАДИОФИЗИКА [рус.] (Р.: радиофизика; И.: radio physics; T.: radyofizik) и.
Физикала радиодиапазондың электромагнит тирбәлешен һәм тулҡындарын өйрәнә торған бүлек. □ Радиофизика. Радиофизика ысулдары. Радиофизика факультеты.
РАДИОФИКАЦИЯ [рус.] (Р: радиофикация; И.: development of broadcast networks; 'Г.: radyo tesisi koyma) u.
Биналарҙы, йорттарҙы, төбәктәрҙе радиотапшырыу үҙәктәре, селтәре менән тәьмин итеү. □ Радиофикация. Радиофикация эштәре.
РАДИОФИКАЦИЯЛАУ (радиофика-цияла-) ҡ. ҡар. радиолаштырыу. Торлаҡ йорттарҙы радиофикациялау. Радиофи-кациялау барышы.
РАДИОХИМИЯ [рус.] (Р: радиохимия; И.: radiochemistry; T.: radyokimya) и.
Химияның радиоактив элементтарҙың үҙенсәлеген, төрлө фән һәм техника өлкәһендәге ҡулланылышын өйрәнә торған бүлеге. □ Радиохимия. Радиохимия булеге. Радиохимия буйынса лекциялар.
РАДИОХИРУРГИЯ [рус.] (Р: радиохирургия; И.: radiosurgery; T.: radyocerrahi) и. мед.
Ауырыған урынды юғары дозалы ионлаштырылған нурҙар ярҙамында дауалауға нигеҙләнгән нур терапияһының бер төрө. □ Радиохирургия. Радиохирургия ысулдары. Радиохирургия белгесе.
РАДИОХӘБЭРСЕ (Р: радиокорреспондент; И.: radio journalist, correspondent; T.: muhabir) и.
Радиотапшырыуҙар өсөн мәғлүмәт әҙерләүсе. □ Радиокорреспондент. Радиохәбэрсе әҙерләгән яңылыҡтар. Штаттан тыш радиохәбэрсе.
РАДИОҺӘҮӘҪКӘР (Р: радиолюбитель; И.: radio ham; T.: amatör radyocu) и.
Радиотехника менән һәүәҫкәр булараҡ шөғөлләнгән (радиоалғыстар, телевизорҙар төҙөгән һәм йыйған, радиоэлемтә буйынса тәжрибәләр уткәргән) кеше. □ Радиолюбитель. Радиоһәуәҫкәрҙәр осрашыуы. Ра-диоһәуәҫкәрҙәр туцәрәге.
РАДИОЭКОЛОГИЯ [рус.] (Р: радиоэкология; И.: radioecology; T: radyoekoloji) и.
Биосферала радиоактив нуклидтарҙың концентрацияһын, күсешен, уларҙың организмдарға тәьҫирен өйрәнеүсе экология бүлеге. □ Радиоэкология. Радиоэкологияныц бурыстары. Радиоэкология белгестәре.
РАДИОЭЛЕКТРОНИКА [рус ] (Р: ра диоэлектроника; И.: radio electronics; T.: radyoelektronik) и.
Физика менән техниканың радио элемтәһенә бәйләнгән ҡайһы бер тармаҡтарының дөйөм атамаһы. □ Радиоэлектроника. Радиоэлектроника дәрестәре. Радиоэлектроника менән мауығыу, ü Компьютерҙы урамдан инеп алмағандары көн кеуек асыҡ. Әгәр улай булһа, бөтәһен дә алып сығып китерҙәр ине бөгөнгө радиоэлектроника бумы заманында. Р. Байбулатов.
РАДИОЭЛЕМТӘ (Р: радиосвязь; И.: radio communication; T.: radyo bağlantısı) и.
Радиотулҡындар ярҙамында булдырылған бәйләнеш. □ Радиосвязь. Космос радиоэлемтәһе. Радиоэлемтә тотоу.
РАДИОЭФИР (Р: радиоэфир; И.: airplay; T.: radyo akışı) и.
Билдәле бер каналдар һаны менән сикләнгән радиотапшырыу йышлығы. □ Радиоэфир. Радиоэфирҙа осрашыу. Радиоэфир тулҡындары.
РАДИСТ [рус.] (Р: радист; И.: radio operator; T.: radyotelgrafçı) и.
Радио аша хәбәр тапшырыусы һәм ҡабул итеүсе белгес. □ Радист. Радист хеҙмәте. Радистар курсы. Б Аҙаҡтан лейтенант экипаж ағзаларын яцы радист менән таныштырҙы. Ғ. Аллаяров. Бер аҙ барғас, янына радисты саҡырып алды ла: «Ана, алдағы убала төшөрөп ҡалдырығыҙ!» — тине [Азамат]. Р. Солтангәрәев. Радистар — армияныц интеллигенцияһы. И. Абдуллин.
РАДИУС [рус. < лат. radius ‘тәгәрмәс арасаһы; нур’] (Р: радиус; И.: radius; Т.: yarıçap) и.
1. мат. Түңәрәк йәки шар әйләнәһенең бер нөктәһен үҙәге менән тоташтырған һыҙыҡ һәм шул һыҙыҡтың оҙонлоғо.
219