РАДОН
□ Радиус. Тура радиус. Түңәрәктең радиусы. Ерҙең радиусы.
2. күсм. Нимәнецдер таралыу, хәрәкәт итеү әлкәһе (ниндәйҙер үҙәккә карата). □ Радиус. Пулемёт расчётының хәрәкәт итеү радиусы. ■ [Генерал:] Бөтәһен дә тревога менән күтәрергә, биш километр радиуста тирә-яҡты байҡап сығырға! А. Мағазов.
РАДОН [рус.] (Р: радон; И.: radon gas, radon; T.: radon) и.
Радиоактив химик элемент, газ (радийҙың ғәҙәттәге шарттарҙа тарҡалыуынан барлыҡҡа килә). □ Радон. / Радоновый. Радон тарҡалышы. Радон ваннаһы. Радон һыуы.
РАЗБОЙНИК (разбойнигы) [рус ] (Р: разбойник; И.: highwayman; T.: soyguncu) и. һөйл. ҡар. юлбаҫар.
Юлсыларҙың мал-мөлкәтен талау менән шөғөлләнгән кеше. □ Разбойник. Уҫал разбойник. Разбойник булыу. Разбойниктар шөғөлө. ■ [Волость старшинаһы] бола ваҡытында үҙенекеләргә ҡаршы һуғышты, үҙенекеләрҙе тотоп бирҙе — барыбер разбойник. Б. Рафиҡов. Минме разбойник?! Минме донъя болартып йөрөйөм?! Һин ул разбойник! .. Үҫеп ултырған ағасты урлап һатып ятаһың! Р. Солтангәрәев. Һеҙҙән бары жуликтар — хулигандар,разбойниктар сығыр... Уҡып кеше булырға теләмәһәгеҙ, һуҡа артынан да йүгертә белермен әле мин һеҙҙе! Ғ. Хәйри.
РАЗВЕДКА [рус.] (Р: разведка; И.: reconnaissance; T.: araştırma) и.
1. Тикшереп, ҡарап, нимәнеңдер барлы-ғын-юҡлығын асыҡлау эше. □ Разведка. / Разведочный. Разведка ысулы. Геологик разведка. Разведка быраулауы. Разведка яһау. Разведка скважинаһы. М Бикҡолов Баку промыслалары һәм Баку разведкалары материалында диссертация яҙасаҡ. Ә. Вәли. Разведкала эшләй башларҙан алда һәр кем, экзамен тапшырып, ҡулына танытма ала. Ш. Янбаев.
2. хәрби. Дошман тураһында хәрби мәғлүмәт йыйыу өсөн алып барылған эш.
□ Разведка. Артиллерия разведкаһы. Оператив разведка. Разведка авиацияһы. Стра
тегик разведка. М «Яков разведкаға китте», — тип шыбырланы Иван-балыҡсы. Б. Рафиҡов. Калюжный — элекке оҫта разведчик, Ишбулды менән Мөжәһиттең дәразведкала булғандары бар. Ғ. Аллаяров.
3. хәрби. Дошман тураһында хәрби мәғлүмәт йыйыу эшен башҡарған ғәскәри төркөм. □ Разведка. Разведкала хеҙмәт итеү.
■ Һуғыштың тәүге көнөнән үк разведкала йөрөп, Литва сигенән Смоленскиға, унан фашистар ҡоршауын йырып, .. дошмандың холоҡ-фиғелен әҙерәк сырамытып өлгөргәйне инде Рамазан. Ә. Хәкимов. Ысынлап та, Мицлебайҙың фронтта разведкала йөрөүе бөгөн дә уға ныҡ ярҙам итте. В. Исхаҡов.
4. Башҡа дәүләттәрҙең иҡтисади, сәйәси хәле, хәрби ҡеүәте тураһында мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнгән ойошма. □ Разведка. Сит ил разведкаһы.
РАЗВЕДКАЛАНЫУ (разведкалан-) ҡ. төш. ҡар. разведкалау, страд, от разведкалау. Разведкаланған ерҙәр. Разведкаланған файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы. Разведкаланып бөтөү.
РАЗВЕДКАЛАУ (разведкала-) (Р.: разведывать; И.: prospect; explore; T: açınlamak, araştırmak) ҡ.
Разведка (1,2) алып барыу, разведка яһау. □ Разведывать. Нефть ятҡылыҡтарын разведкалау. Разведкалай башлау. Разведкалап бөтөү. ■ Ҡасим боксит ятыштарын разведкалау тураһындағы методик күрһәтмәне уҡып сыҡты. Н. Мусин.
РАЗВЕДЧИК (разведчигы) [рус.] (Р: разведчик; И.: scout; T: araştırıcı) и.
1. Ҡаҙылма байлыҡтар эҙләү менән шөғөлләнгән белгес. □ Разведчик. Ер тикшереүсе разведчик. Тәжрибәле разведчик. Разведчиктар ултыртҡан скважиналар.
■ Азамат буровой тирәһендәге кешеләр янына барып торманы, таныштар юҡтар, бөтөнләй икенсе разведчиктар. Р. Солтангәрәев. Йөҙөнсө скважина эше өсөн иң беренсе сиратта разведчиктар яуаплы ла баһа! Я. Хамматов.
2. хәрби. Разведкаға (2) ебәрелгән, разведкала ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. □ Разведчик. Оҫта разведчик. Батыр разведчик.
220