Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 221


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАЗМЕР
Разведчик күҙәтеүе. ■ Тәжрибәле разведчик күҙенән кескәй генә деталь дә, штрих та ситтә ҡалманы, бөтәһе лә күңел фотоаппараты менән төшөрөлөп, теркәлеп барҙы. И. Абдуллин. «Тел» алып ҡайтыр өсөн ебәрелгән разведчиктарҙан бер төрлө лә хәбәр юҡ. Ғ. Аллаяров. Туҡтауһыҙ ебәрелгән ракеталар разведчиктар ятҡан яланды көндөҙгө кеүек яҡтыртты. И. Ғиззәтуллин.
3. Сит ил разведкаһы (4) агенты. □ Разведчик. ■ [Министр Шәрипов — Хә-йернасҡа: ] Лондондағы разведчиктарыбыҙға рәхмәт. Ғ. Хисамов.
4. Разведка алып барған самолёт йәки карап. □ Разведчик.
РАЗВЁРСТКА [рус.] (Р: развёрстка; И.: allotment; allocation; T.: plana göre tevzi) u. иҫк.
1. Кемдеңдер, нимәнеңдер план буйынса бүленеше. □ Развёрстка. Йәш белгестәрҙе развёрстка менән эшкә ебәреү. Уҡырға развёрстка менән ебәреү.
2. Ошондай бүленеш менән билдәләнгән бойороҡ. □ Развёрстка. Развёрсткаға ярашлы.
3. тар. Һалым органдары тарафынан дөйөм суммаһы алдан билдәләнгән һалым. □ Развёрстка. ■ Мәжбүри һалымдар килә. һис кемдең ай-вайына ҡарамайынса һалынған развёрстканы түләп бөтөртәләр. М. Ғафури. Совет власы иген развёрсткаһын натураль налог менән алмаштырырға уйлай. Яр. Вәлиев. Аҙыҡразвёрсткаһы алыҫ Тамъян-Ҡатай тирәһендәге ҡараңғы ауылдарҙы ла эләктереп алып китте. Ғ. Дәүләтшин.
РАЗВОД I [рус.] (Р: развод; И.: guard mounting; T.: teftiş) и. хәрби. ҡар. тикшереү.
Ҡарауыл хеҙмәтенә әҙерләнгән ғәскәри төркөмдө тикшереп, иҫке ҡарауылды алмаштырырға хоҡуҡ биреү өсөн үткәрелгән смотр. □ Развод. Ҡарауыл разводы. Развод ваҡыты. Развод етәксеһе. ■ Ҡарауыл разводына барғансы, уларҙы [Максимовтың ротаһын ] рота командиры капитан Гетман үҙе бер тапҡыр ҡарап сыға. А. Таһиров.
РАЗВОД II [рус.] (Р: развод; И.: saw gauge; tooth side clearance; T: ayarlama) и. һөйл. ҡар. теш ҡайырыу.
Ике яҡҡа айырылған бысҡы тештәренең буй аралығы. □ Развод. Развод тикшереү.
■ Ҡәбир, тәҙрә яҡтыһына ҡуйып, бысҡыһының разводын ҡараны, тышҡараҡ ҡалтайып торған тештәрен балта төйҙәһе менән тигеҙләп һуҡты. Н. Мусин.
РАЗВОД III [рус.] (Р.: развод; И.: divorce; T.: boşanma) и. һөйл. ҡар. айырылыу 8.
Ғаилә мөнәсәбәтен өҙөп, айырым йәшәү (иргә, ҡатынға ҡарата)’, айырылышыу.
□ Развод. Разводҡа ризалашыу. N [Гариф ҡарт — Йәмилә менән Саимәгә:] Развод һорап, судҡа биреп ҡуймаһын, тим [ҡарсығым]. Д. Исламов.
РАЗВОДКА [рус.] (Р: разводка; И.: set; Т.: testere ayarlayan alet) и. һөйл. ҡар. ҡайырғыс.
Бысҡының тештәрен айыра торған ҡорал; ҡайырғыс. □ Разводка. Разводка алыу. Разводка менән эшләргә өйрәнеү. Разводка һабы.
РАЗВОДКАЛАУ (разводкала-) (Р: разводить; И.: set the saw; T: ayarlamak) ҡ. ҡар. айырыу.
Бысҡы тештәренең буй аралығын киңәйтеү, айырыу, развод (II) яһау. □ Разводить. Бысҡыны разводкалау. Разводкаларға өйрәнеү.
РАЗВОДЯЩИЙ [рус.] (Р: разводящий; И.: disengage; T.: nöbetçi değiştirici) и. хәрби.
Часовойҙарҙы посҡа ҡуя, алмаштыра торған хәрби хеҙмәткәр. □ Разводящий. Разводящийҙың бурыстары. Разводящий бойороғо. ■ Закир биргән бер граната ике һалдатты юҡ итте. Әммә разводящий ҡасып өлгөрҙө. 3. Биишева. Разводящий Демьяновтың ҡалтырауыҡлы нескә тауышы, яңынан яңғырап килеп, ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. М. Кәрим.
РАЗИ [ғәр. cs-^'j] с. иҫк. ҡар. риза. Рази булыу. Рази итеү.
РАЗМЕР [рус.] (Р: размер; И.: size; Т: ölçü) и. һөйл. ҡар. үлсәм.
Нимәнеңдер күләме, дәүмәле, үлсәме.
□ Размер. Ҙур размер. Кәрәкле размер.
■ Кырҡ нисәнсе размерлы итек кейеп йөрөгән Силантий ярҙамында баяр .. аяғына баҫты. М. Хужин. Суфия апайҙың төйөнләнеп торған ябыҡ бармаҡтары
221