РАЗМЕТКА
мөғжизә эшләне: илле икенсе размер гимнастёрка ҡырҡ дуртенсе размерға әйләнде. И. Абдуллин. [Әсәһе — Нурышҡа:] Аяҡ кейемеңде бер размерға олораҡты һора, аяғың өшөмәҫкә арыу булыр. Ш. Бикҡол.
РАЗМЕТКА [рус.] (Р.: разметка; И.: formatting; T.: işaret) и. һөйл. ҡар. билге.
Бер нәмәне башҡаһынан айырыу өсөн ҡуйылған билге; тамға. □ Разметка. Разметка билдәләу. Разметка буйынса ҡырҡыу. Разметка ҡуйыу.
РАЗНАРЯДКА [рус.] (Р: разнарядка; И.: job sheet; T.: teslim emri) и. һөйл.
Нимәлер алыу, ебәреү өсөн бирелгән ҡағыҙ. □ Разнарядка. Разнарядка яҙыу. Разнарядка биреу.
РАЗНОЧИН [рус. разночинец] (Р: разночинец; И.: commoner; T.: halk tabakasından olan aydın) и. тар.
XVIII—XIX быуаттаарҙа Рәсәйҙә сығышы менән дворян булмаған, сауҙагәр, мещан, крәҫтиән һ. б. ҡатламдарҙан сыҡҡан интеллигент. □ Разночинец. / Разночинный. Разночин уҡытыусы. Разночин булыу.
РАЗРЕЗ [рус.] (Р: разрез; И.: open-pit mine; T.: ocak) и. геол.
Асыҡ ысул менән файҙалы ҡаҙылдыҡ сығарған урын һәм шул эш менән шөғөлләнгән предприятие. □ Разрез. Разрез асыу. Ҡаҙылма байлыҡтар разрезы. И [Таңғатар — Ғимранға:] Беләһеңдер, Шахтауҙа разрез асылды, кумер сығаралар. Тикразрезға техника менән эшләй белгән кешеләрҙе кубе-рәк алалар. Ғ. Хисамов.
РАЗРЯД [рус.] (Р: разряд; И.: category; T.: derece) и.
Ниндәйҙер эш, спорт өлкәһендәге оҫталыҡ дәрәжәһе. □ Разряд. / Разрядный. Беренсе разряд. Спорт разряды. Разряд нормалары. Н [Ҡолоев — Раяға:[ Оператор ғына булып кусәһеңме әллә миңә ? Бишенсе разряд бирәбеҙ. Р. Солтангәрәев. Иван Плотников, Александр Соловьёв, Николай Крашенинниковтар бишенсе разрядҡа экзамендар тапшырҙы. Ә. Байрамов.
РАЗРЯДКА [рус.] (Р: разрядка; И.: tracking; T.: geniş espas) и. типогр.
Яҙылған йәки баҫылған һүҙҙәге хәрефтәрҙе айырған киң аралыҡ. □ Разрядка. Разрядка менән баҫыу.
РАЗРЯДЛЫ (Р: разрядный; И.: category; T.: derecesi olan) с.
Оҫталыҡ дәрәжәһе, разряды булған.
□ Разрядный. Разрядлы шофёр. Беренсе разрядлы спортсмен. ■ Ул [Бикмөхәмәтов] хәҙер штангы буйынса еңел ауырлыҡта гарнизон чемпионы, беренсе разрядлы спортсмен. Н. Мусин. Бишенсе разрядлы слесарь башың менән кил дә бында разрядһыҙ-ниһеҙ эшлә, имеш. Ә. Вәли.
РАЗРЯДСЫ (Р: разрядник; И.: competitive sportsman; T.: derecesi olan sporcu) u. спорт.
Оҫталыҡ дәрәжәһе, разряды булған спортсмен. □ Разрядник. Спортсмендар араһында хәҙер разрядсылар һаны кубәйҙе.
РАЗЪЕЗД [рус.] (Р: разъезд; И.: passing place, siding; T.: evitman; küçük istasyon) u.
1. m. юл. Бер яҡлы тимер юлда ҡаршы килгән поездарҙы үткәреү өсөн эшләнгән юл айырсаһы һәм шундағы туҡтау урыны.
□ Разъезд. / Разъездной. Разъезд аша утеу. ■ Разъезд юлы таборға ят ҡунаҡ алып килде. М. Кәрим. Зәңгәр поездразъездарҙы шаулатып уҙа,.. тик ҙур станцияларҙа ғына бер нисә минутҡа туҡталып ял итә. Ә. Бикчәнтәев. Алдағы разъезда.. Ғәлиәхмәт төшөп ҡалды ла ҡаршыла тау башында ятҡан ҡалаға ҡарай йунәлде. Р. Байымов.
2. хәрби. Разведкаға йәки һаҡҡа ебәрелгән атлы ғәскәр төркөмө. □ Разъезд. ■ Ун бишләп һыбайлы килә. Был, һис шикһеҙ, разведка, беҙҙең ут нөктәләрен билдәләу өсөн ебәрелгән разъезд ине. Ф. Иҫәнғолов. Ҡояш байығас, ҡараңғылы-яҡтылы саҡта казачий разъездары ике рәт Билал отрядына уҡталып ҡаранылар. А. Таһиров.
РАЗЫЙ р. диал. ҡар. риза. Ҡуйылған шартҡа разый.
РАИХӘ [ғәр. <^Ь] (Р: благовоние; И.: fragrance; T: güzel koku, rayiha) и. иҫк. кит.
Тәмле еҫ. □ Благовоние. Раихә аңҡытыу.
РАЙ [ғәр. с$Ь] (Р: мнение; И.: opinion; T: fikir) и. иҫк.
222