Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 223


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАЙОН
1. Уй, фекер; ҡараш. □ Мнение. Рай тотоу.
2. Нимәлер булдырырға, эшләргә тигән күңел ынтылышы; теләк. □ Желание (стремление к чему). Кешенең райын ҡайтараһың. ■ Батша ҡаҙаҡ иленә, башҡорт сиктәренә ғәскәр килтереп туплай. Быны кургәс, Әбелхәйер хан уҙ райынан ҡайта. Легенданан.
РАЙБАШҠАРМА КОМИТЕТЫ (Р.: райисполком; И.: district executive committee; T.: mıntaka icra komitesi) и. map.
СССР-ҙа: ҡарарҙарҙы үтәү, туранан-тура етәкселек итеү эшен тормошҡа ашырған район ойошмаһы; райисполком. □ Райисполком (районный исполнительный комитет). / Райисполкомовский. Райбашҡарма етәкселәре. Райбашҡарма ҡарары. Я Ғәбделхәкимов, райбашҡарма комитеты председателенең туҙемһеҙләнеуен һиҙмәгәнгә һалышып, блокнотын яй ғына аҡта-рыуын белде. Яр. Вәлиев. Шамил Әфтә-хетдинов Тимербайҙы партия райкомының, райбашҡарма комитетының Почёт грамотаһы һәм транзисторлы радиоалғыс менән буләкләне. Б. Рафиҡов.
РАЙВОЕНКОМ [рус. районный военный комиссар]. (Р: райвоенком; И.: district military commissar; T.: mıntaka askerî komite) и. хәрби.
Район хәрби комиссары. □ Райвоенком. Фронтта ҡатнашҡан райвоенком. Райвоенком итеп тәғәйенләу.
РАЙВОЕНКОМАТ [рус. районный военный комиссариат] (Р: райвоенкомат; И.: district military registration and enlistment office; T: mıntaka askerlik dairesi) и. хәрби.
Район хәрби комиссариаты. □ Райвоенкомат. Кирбес йортта урынлашҡан райвоенкомат. Райвоенкоматтан килгән саҡырыу.
РАЙЗО [рус. районный земельный отдел] (Р: райзо; И.: district land office; T.: mıntaka toprak yönetimi dairesi) и. map.
Район ер бүлеге. □ Райзо. Райзола эшләу. Райзо кешеләре. Райзоға барыу. ■ Фронттан ҡайтҡас, Туғанов тәуҙә райзола агроном булып эшләне. Ә. Вәли. Бәләбәй ауыл хужалығы
техникумын тамамлағас, [«Инеш» колхозы ҡыҙы] бер аҙ райзола эшләне. X. Ғиләжев.
РАЙКОМ [рус. районный комитет] (Р: райком; И.: district Committee; T.: mıntaka komitesi) и.
Район комитеты. □ Райком. / Райкомовский. Профсоюздар райкомы. Райком хеҙмәткәрҙәре. Райкомда эшләу. ■ Райком секретары Багаев менән совхоз директоры Карпов килеп туҡтаны. А. Абдуллин. Партия райкомының беренсе секретары Айытҡолов Илғужа Ғиниәтович, ғәҙәттә, уҫал, ҡырыҫ кеше, уҙе башлап ҡул сабып ебәрҙе. Д. Бүләков. Райком секретары ярҙамсыһының тыныс ҡына тауышы ишетелде. Яр. Вәлиев.
РАЙМАН (Р.: название башкирского рода; И.: name of a Bashkir clan; T: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Табын ҡәбиләһенең ҡара табын, табын ырыуы аймағы. □ Райман (названиеродового подразделения башкир родов кара-табын, табын племени табын). Раймандар заты. Раймандар нәҫеле.
РАЙОН I [рус. < фр. rayon ‘радиус, нур’] (Р: район; И.: district; T: mıntaka; bölge) и.
1. Географик, иҡтисади һ. б. билдәләре менән айырылып торған урын. □ Район. / Районный (часть территории или пространства, выделенная в качестве ориентира). Көнбайыш райондар. Үҙәк район. Сәнәғәт районы. ■ Башҡортостандың көнсығыш райондарында, таулы яҡтарҙа походтарҙа йөрөп, .. бер ҡатлы урамын, бурәнә өйөн һағынып, ул юҡта әллә ниҙәр булған шикелле ярһып ҡайта торғайны [Камалова]. И. Абдуллин. Береһенән икенсеһе көслөрәк һөжумдәр алыҫ төньяҡта, уҙәк райондарҙа һәм көньяҡта ҡабатланды. Ә. Байрамов. Арҡаюл районы кеуек ялан райондарында йәшәгән халыҡтар өсөн иң ауыр мәсьәлә булған яғыулыҡ мәсьәләһен бик төплө хәл итеу юлын курһәтте ул [Валя]. Ә. Вәли.
2. Ауылдың, ҡаланың ниндәйҙер яғы менән айырылып торған бер өлөшө. □ Район (часть населённого пункта, выделяемая по каким-то признакам среди соседних). Үҙәк район. Эшселәр районы.
223