РАЙОН
3. Әлкә, край һәм республикаларҙың билдәле бер өлөшөн тәшкил иткән адми-нистратив-территориаль берәмек. □ Район (административно-территориальная еди -ница). Райондарға булеу. Курше район. ■ Булашов — бөтөнләй икенсе район кешеһе, ләкин ошо районда тәрбиәләп уҫтерелгән кадр. Н. Мусин. Бығаса миңә, уҙ районымдан башҡа, республикабыҙҙың бер генә мөйөшөндә лә булырға тура килмәгәйне. С. Кулибай. [Торатау] бөтә ауылдың куркенә әуерелгән. Улай ғына тиһең, хәҙер ул райондың йөҙөк ҡашы: Торатау ҡайһы районда — шул районда! Ә. Әминев.
4. Шул берәмектең административ үҙәгенә ҡарата әйтелә. □ Район (административный центр). Районға эш сәфәре. Районға барып ҡайтыу. Районда тороу. ■ [Гөлнур — Сәғиҙәгә:] Үҙеңде райондан артыҡ алыҫ булмаған бер ҙур ғына ауылға билдәләп тә ҡуйғанмын. М. Тажи. Зәйнәп яңғыҙ хәҙер. Ул да инде районғамы, ҡайҙа кусенгән. Ғ. Сәләм.
5. Ҙур ҡалалағы административ-терри-ториаль берәмек. □ Район (административно-территориальная единица в крупных городах). Өфө ҡалаһының Дим районы.
РАЙОН II [рус. < фр. rayon ‘радиус, нур’] (Р.: район; И.: area; T.: saha, bölge, dolay) и. һөйл.
Нимәнеңдер яҡынса урынлашҡан ере, тирәһе. □ Район. Ашҡаҙан районындағы ауыртыуҙар, һыу ятҡылыҡтары районындағы ағастар.
РАЙОН-АРА (Р: межрайонный; И.: interdistrict; T.: bölgelerarası) с.
1. Бер нисә районға уртаҡ булған. □ Межрайонный. Район-ара булексә. ■ Атайым фронтҡа киткәнсе уҡытҡан район-ара колхоз мәктәбендә 2-се балалар йорто асылды. М. Ғәфүров.
2. Бер нисә район ҡатнашлығында үткәрелгән. □ Межрайонный. Район-ара кәңәшмә. ■ Медиктарҙың район-ара семинарына йыйылғандар, Әнисә Дамирова шуларҙы «һирәк осрай торған куҙ травмаһын нисек итеп лазер менән дауалауҙы» кур-һәтергә алып ингән. Й. Солтанов. Был ҙур һыуытҡысты уткән йыл район-ара
ярышта еңеусе булғаны өсөн алғайны Фән. М. Садиҡова.
РАЙОН БАШЛЫҒЫ (Р.: глава района; И.: district head; T.: mıntaka başkam) и.
Муниципаль берәмектең етәксеһе. □ Глава района. Район башлығы итеп бил-дәләу. ■ Район башлығы башҡарылырға тейешле эштәрҙе һанай һәм һәр «эш»кә йыуан бармаҡтарын бөгә барҙы. Ә. Әминев. [Яуымбай:] Бына әй, изгелектән яуызлыҡты, ямандан яҡшыны айыра белмәгән әҙәм ..район башлығы булып ултырһын әле. Н. Мусин.
РАЙОНДАШ (Р: земляк; И.: countryman; T: hemşeri) и.
Бер райондан булған кешеләр (бер-бе-реһенә ҡарата). □ Земляк. Райондаштар осрашыуы. Райондашты куреу. Райондаш булыу.
РАЙОНЛАШТЫРЫЛЫУ (районлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. районлаштырыу. страд, от районлаштырыу. Районлаштырылған сорт.
РАЙОНЛАШТЫРЫУ (районлаштыр ) (Р: районировать; И.: zoning; T: mıntakalara bölmek) ҡ.
1. Билдәле бер территорияны райондарға бүлеү. □ Районировать. // Районирование. Районлаштырыу барышы. Районлаштырыу уткәреу. ■ Бөтә Союз кулә-мендә районлаштырыу уткәрелде һәм Башҡортостандың кантондарға буленеше бөтөрөлдө. Р. Ҡузыев.
2. Билдәле бер райои шарттарына ҡулайлаштырыу. □ Районировать. Сәсеу орлоғон районлаштырыу. Бойҙай сорттарын районлаштырыу. ■ [Йәғәфәр — Бу-латовҡа:] Беләһенме, беҙгә орлоҡ кәрәк. Районлаштырырға уйлайбыҙ. Р. Солтангәрәев. Һуңғы биш йылда Хәйрулла Иванович ғилми-тикшеренеу институтында яңы эш менән шөғөлләнде: таулы зоналарҙа бойҙайҙың районлаштырылған яңы сортын уҫтереу, уның уңдырышлылығын ҡырҡа кутәреу. Д. Бүләков.
РАЙОНЛАШЫУ (районлаш-) (Р: рай онизироваться; И.: crop zonate; T: mıntaka şartlarına alışmak) ҡ.
224