РАК
Теге йәки был район шарттарына ҡулайлашыу. □ Районизироваться. Район-лагикан бойҙай. ■ Башҡортостанда ҡурай еләгенең «Кузьмин яңылығы» («Новость Кузьмина»), «Барнаул», «Награда» сорттары районлашҡан. «Йәшлек», 13 апрель 2010.
РАЙОНО [рус. районный отдел народного образования] (Р.: районо; И.: district public education authority; department; T: mıntaka eğitim dairesi) и.
Район халыҡ мәғарифы бүлеге. □ Районо. Районо хеҙмәткәрҙәре. Районо ҡарары.
■ Районо мөдире көрһөнөп ҡуйҙы ла Нурҙың ғаризаһына: «Разрешаю», — тип резолюция һалды. И. Абдуллин. Хәсән .. өҫтәл артына барып ултырғайны, районо мөдире Йосопова килеп инде. Ф. Әсәнов.
РАЙОН ҮҘӘГЕ (Р: районный центр; И.: district center; T: mıntaka merkezi) и.
Райондың административ үҙәге. □ Районный центр. Район үҙәгенә барыу. Район үҙәгендәге мәктәптәр. ■ Мораттың хыялы район үҙәгендәге интернат-мәктәпкә барып уҡыу ине. Р. Солтангәрәев. Секретарь район үҙәгенә барып етергә ниәтләп юлға сыҡҡанда, .. һандуғастар һайрашыуы ғына айырым-асыҡ ишетелә ине. Ә. Байрамов.
РАЙОН ХАКИМИӘТЕ (Р: районная администрация; И.: district administration; T: mıntaka yönetim kurulu) u.
Район менән етәкселек итеү органы. □ Районная администрация. Район хакимиәте ҡарары. Район хакимиәте бүлеге.
■ «Министр урынбаҫарына телмәр тоторға форсат бир», — тип район хакимиәте башлығы ҡартты тыймаҡсы булды. Ә. Әминев.
РАЙПОТРЕБСОЮЗ [рус. районный потребительский союз] (Р: райпотребсоюз; И.: district consumer Union; T: mıntaka istihlâk birliği) u.
Район ҡулланыусылар союзы һәм шул союздың етәксе органы. □ Райпотребсоюз. Райпотребсоюз ағзаһы. Райпотребсоюз магазины. ■ Идаралыҡтан сыҡҡас, уға [Ғилманға] райпотребсоюз рәйесе тап булды. Н. Мусин.
РАЙСОБЕС [рус. районный отдел социального обеспечения] (Р: райсобес; И.: regional Department of social security; T: mıntaka sosyal teminat dairesi) и. һөйл.
Район социаль тәьминәт бүлеге. □ Райсобес. Райсобестың эшләү ваҡыты. ■ [Булат:] Гөләйшә инәй менән Ғәлиә апай [паёк алабыҙ тип] райсобесҡа барған. К. Кинйәбулатова. Зарифа әбей .. аҡрынлап райсобес тупһаһынан күтәрелә башланы, ә уны ултыртып алып килеүсе үҙ юлына йүнәлде. Б. Бикбай.
РАЙСОВЕТ [рус. районный совет] (Р: райсовет; И.: district Council; T: mıntaka şûrası) и.
Райондағы дәүләт власының һайланған органы; халыҡ депутаттарының район советы. □ Райсовет. Ишембай райсоветы. Райсовет ултырышы. Райсовет депутаты. ■ Оҙата килеүсе сестраларҙың береһе райсоветҡа, хәрби комиссариатҡа инеп, .. командировка ҡағыҙҙарына билдә яһатып сыҡты. И. Ғиззәтуллин. Райком секретары Арсланов райсовет председателе Ғүмәровҡа шылтыратты. Д. Исламов.
РАЙҮҘӘК (райүҙәге) (Р.: районный центр; И.: district center; T: mıntaka merkezi) и.
Райондың административ үҙәге. □ Районный центр. Райүҙәккә барыу. Райүҙәктәге ойошмалар. ■ Райүҙәккә Ишембай яҡлап бик матур юл һалалар тигән хәбәр йөрөп ята, әгәр дөрөҫ булһа. Д. Бүләков. Бер тиҫкәрегә китһә, шулай бит ул: Мәжитте был юлы райүҙәктә күңелле хәбәрҙәр көтмәй ине. В. Исхаҡов.
РАЙХАН [ғәр. (Р: базилик; И.: wild grass species, basil; T: reyhan) и. бот.
Быуын-быуын теҙелеп торған зәңгәр суҡ сәскәле, киң оҙонса япраҡлы хуш еҫле үҫемлек. □ Базилик (лат. O cimum). Райхан сәскәһе. Райхан еҫе. Райхан үҫтереү.
РАК (рагы) [рус.] (Р: рак; И.: cancer; Т.: kanser) и. мед.
Эске йәки тышҡы ағзаларҙың тиресәләрендә барлыҡҡа килә торған яман шеш. □ Рак. Ашҡаҙан рагы. Бауыр рагы. Тире рагы. ■ Әммә [Зиада Димскаяның] ашҡа
225