РАК БАЛЫҠ
ҙанын асҡас, шул асыҡланды: һуңғы стадияһына еткән яман шеш, рак барлығы беленде. Д. Исламов. [Сәмәрә — Асияға:] Үлеп бөткән, дуртенсе стадия рак сирле кешеләрҙең, ҡабат аяҡҡа баҫып, элеккенән дә дәртләнеберәк йәшәп китеуен аҙ курҙекме?!. Т. Ғарипова.
РАК БАЛЫҠ (балығы) (Р.: рак; И.: crawfish; T.: yengeç) и. зоол. диал.
Йоҡа ҡабырсаҡ менән ҡапланған оҙон быуынтыҡ кәүҙәле, йөҙгөс ҡойроҡло, ике ҡыҫҡыс аяҡлы сөсө һыу йәнлеге; ҡыҫала.
□ Рак. Рак балыҡ тотоу. Рак балыҡ аяғы.
РАКЕТА [рус. < нем. Rakete < ит. rocchetta ‘бәләкәй орсоҡ’] (Р: ракета; И.: rocket; Т.: füze) и.
1. Эсендәге ҡаты яғыулыҡтың тоҡаныуы менән һауаға атыла торған снаряд (фейерверк осороу һәм хәрби эштә сигнал биреу, ерҙе яҡтыртыу өсөн ҡулланыла). □ Ракета (снаряд из гильзы, наполненный воспламеняющимся составом, применяется для фейерверков, для военных сигналов). Йәшел ракета. Ракета яҡтыһы. Сигнал ракетаһы. ■ Өҙлөкһөҙ юғары кутәрелгән ракеталар бәйләме ваҡ-ваҡ утлы осҡондар сәсеп һибелә. Я. Хамматов. Ҡараңғы төшөу менән алда бөтә фронт буйлап туҡтауһыҙ ракета аттыра башланылар. А. Таһиров. Контратакаға әҙерләнәбеҙ, йәшел ракетаның һауаға осҡанын ғына ҡарайбыҙ. 3. Ураҡсин. Ҡара, шомло куктә бер юлы ике ракета ҡабынды. И. Абдуллин.
2. Янған яғыулыҡ атылып сыҡҡанда барлыҡҡа килгән реактив көс арҡаһында хәрәкәткә килә торған осоу аппараты.
□ Ракета (летательный аппарат). / Ракетный. Йөрөткөс ракета. Орбиталь ракета. Баллистик ракета. Космос ракетаһы. Ракета яғыулығы. ■ Бөгөнгө гәзиттәрҙә беҙҙең ракетаның айҙы уратып осоп, уның бығаса бер кемгә куренмәгән «оялсан» йөҙөн фотоға төшөрөп алыуы тураһында иҫ киткес ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр баҫылған. 3. Биишева. Ҡытай кешеһе Ван Гу — 1500 йылда, төрөк Хәсән Сәләби — 1632 йылда, американ Лок 1913 йылда ракета ярҙамында осорға маташып ҡараған. Р. Низамов.
3. хәрби. Атылған газ ағымының әтеү көсө менән хәрәкәткә килтерелгән һуғыш снаряды. □ Ракета (военный снаряд). / Ракетный. Стратегик ракета. Ракета ғәскәрҙәре. Ракета ҡоралы. Ракета системаһы. «Катюша» ракетаһы. ■ Полигондағы осоу етәксеһе уға [Ғайсаға]: «Ышаныс һиндә генә, шул ракета установкаһының макетына һал әле снарядтарыңды», — тип әйтмәһә икән. А. Мағазов. [«Катюша»ның] ҡара һауыты тиклем генә кнопкаһына баҫһаң, ун алты ракета, ҡойроғонан ут көлтәһе сорғолтоп, бөтәһе бер юлы жыйт-жыйт итеп оса ла китә, ти. Й. Солтанов.
4. Ҡанаты һыу аҫтында булған тиҙ йөрөшлө бәләкәй пассажир катеры (карабы). □ Ракета (быстроходное судно на подводных крыльях). Йылға аша ракета менән сығыу. Ракетала ял итеу. ■ Ҡанаттарына таянып, ракета елдереп уҙып китте. X. Ғиләжев.
РАКЕТА БЫУЫНЫ (Р: ступень ракеты; И.: rocket stage; T.: roket kademesi) и.
Күп быуынлы ракетаның, бер-бер артлы бүленеп ҡалып, траекторияның билдәле бер ерендә актив осошто тәьмин итә торған өлөшө. □ Ступень ракеты. Ракета быуыны ысҡыныуы. Ракета быуыны двигателе.
РАКЕТА ЙӨРӨТКӨС (Р: ракетоноситель; И.: booster; T.: taşıyıcı roket) и.
Стратегик йәки оператив тактик ракета менән ҡоралланған хәрби самолёт йәки карап. □ Ракетоноситель. Баллистик ракета йөрөткөс. Тактик ракета йөрөткөс. Ракета йөрөткөс һыу аҫты кәмәһе. П Тағы ла арыраҡ, офоҡ ситендә тиерлек, ракета йөрөткөскә оҡшаған юлһалғыстың ҡыҙыл шәуләһе тимгелләнә. Й. Мостафин.
РАКЕТАСЫ (Р: ракетчик; И.: missileman; T.: füze uzmanı; işaret fişeği atan asker) u.
1. Ракета (2) двигателдәре буйынса белгес. □ Ракетчик. Ракетасыға уҡыу.
2. Ракета (1) менән сигнал бирә торған кеше. □ Ракетчик. Ракетасы биргән сигнал.
3. Ракета (3) ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәр. □ Ракетчик. Ракетасы һалдат. ■ «Һин бәхетлеһең, иптәш Закиров, ракетасылар часынан туп-тура ҙур химия
226