Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 227


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАМ
республикаһына ҡайтаһың», — тигәйне ул [командиры — Нәүфәлгә]. Ә. Байрамов.
РАКЕТКА [рус. < фр. < raquette] (Р.: ракетка; И.: racket; T.: raket) и. спорт.
Теннис, бадминтон уйнағанда туп һуға торған оҙонса ағас йәки сетка тартҡан ҡалаҡ. □ Ракетка. Яңы формалағы ракетка. Ракетка һауыты. Япон ракеткалары. Өҫтәл теннисы ракеткаһы.
РАКЕТНИЦА [рус.] (Р: ракетница; И.: pyrotechnic pistol; T.: işaret tabancası) и.
Яҡтыртҡыс һәм сигнал ракеталарын осора торған махсус ҡулайлама. □ Ракетница. Ракетница менән осороу. ■ Тягач эсендә пулемёт, бер нисә автомат, гранаталар, ракетница бар ине. Ғ. Аллаяров. Карталар таратылып бөткәс, баш судья ракетница алды, ҡулын күтәрҙе, атыу тауышы яңғыраны. Р. Низамов. Күҙгә терәгән ракетница фашисҡа пушка көбәге булып күренгән. И. Ғиззәтуллин.
РАКЕТОДРОМ [рус.] (Р: ракетодром; И.: rocketdrome; T: roketodrom) и.
Ракеталарҙы (2) һынау һәм осороу өсөн махсус эшләнгән урын. □ Ракетодром. Ракетодромға йыйылыу. Ракетодром төҙөү. Ракетодром хеҙмәткәрҙәре.
РАКОВИНА [рус.] (Р: раковина; И.: sink; T.: lavabo) и.
һыу үткәргестең краны аҫтына стенаға беркетеп ҡуйылған тишекле һауыт. □ Раковина. Аҡ раковина. Раковинаға йыйылған һыу. ■ Сажидәнең алсаҡ, ғәжәп матур итеп йылмайып тороуы Тайсаны ҡаушатты, ҡулындағы алмаһы даңғырлап раковинаға төштө. Н. Мусин. Электр үткәрелгән, торбалар менән батареялар ҙа ҡуйылған, раковинаға хатта һыу аға. Ғ. Хисамов.
РАКУРС I [рус. < фр. raccourcir ‘ҡыҫҡартыу’] (Р: ракурс; И.: angle; foreshortening; T.: kısa görünüş) и.
1. Алғы пландан ары торған предметтарҙың, объекттың ҡыҫҡартылған размерының алыҫтағы күренеше. □ Ракурс. Әйберҙең хәрәкәтен бирер өсөн ҡулланылған ракурс. Ер кимәлендәге ракурс. Ракурста күреү. Ракурста һүрәт төшөрөү.
2. Объектив үҙәген ныҡ иңкәйтеү юлы менән алынған үҙенсәлекле күренеш. □ Ракурс. Фотографиялағы ракурс. Уңышлы ракурс. Ракурста фото төшөрөү. Ракурсты үҙгәртеү.
3. Тоҫҡау линияһына ҡарата самолёттың торошо. □ Ракурс. Ракурсты үҙгәртеү. Алғы ракурс. Бөтә ракурста ла күренмәй осоу.
РАЛЛИ [рус. < ингл. rally ‘ойошма’] (Р: ралли; И.: rally; T.: ralli) и.
Асыҡ йәки ябыҡ трассала махсус ав-томобилдәрҙә автоярышыу төрө. □ Ралли. Халыҡ-ара ралли. Ралли төрҙәре. 1895 йылдың июнендә үткән беренсе ҙур ралли. Өсөнсө категориялағы ралли.
РАЛЛИСТ (раллисы) [рус.] (Р: раллист; И.: racer; T.: rallici) и.
Ралли ярыштарында ҡатнашыусы спортсмен. □ Раллист. Рәсәй раллисы. Раллистың еңеүе. Хәҙерге осор раллистары.
РАМ [рус. рама] (Р: рама; И.: frame; Т.: çerçeve) и.
1. Эсенә һүрәт йәки башҡа нәмә ҡуйыу өсөн эшләнгән дүрткел, оҙонса һ. б. формалағы тирәс. □ Рама. Быялалы рам. Көҙгө рамы. ■ «Был рәсемдәрҙе йәштәр алғандыр, рамдарын Хәлкәс ҡарт яһаған инде», — тип уйлап алды Вәлит. С. Агиш. Өләсәһе бик матурлап, семәрләп рам эшләтеп, ике тәҙрә араһына ҡаҙаҡлатҡайны портретты. Т. Ғарипова.
2. у март. Умарта эсенә балауыҙ беркетеп ҡуя торған ағас тирәс. □ Рама. Умарталағы рамдар. Рамдағы бал. ■ «Иртәгә иртүк ҡорттарын ябырбыҙ», — тине атаһы, рамдарҙы теҙеп ҡуйғас. Р. Байбулатов.
3. Тәҙрәнең быяланы тирәсләп торған өлөшө. □ Рама. / Рамный. Рам ҡуйып эшләү. Рамды быялалау. ■ Ишектәр аҡ шыршынан, тәҙрә рамдары һөйән ағасынан эшләнде. Ә. Бикчәнтәев. Ҡарабаш турғайҙар, тәҙрә рамдарына ҡунып, сыр-сыу килеп ем һорай. И. Ғиззәтуллин. Ишек-тәҙрә яңаҡтарын һыу ағасынан һуҡты, тәҙрә рамдарын имәндән яһаны, уларҙың мөйөштәрен тимер менән тоташтырҙы. Н. Мусин.
4. махс. Машина, механизм йәки ҡоролманың хәрәкәтһеҙ өлөштәрен бергә берке
227