РЕАЛИЗОВАТЬ ИТЕҮ
лизмға тартым йунәлештә эш итә. И. Ғәйетбаев.
3. фәлс. Ысынбарлыҡтың аңдан тыш йәшәгәнен танып та, уны йә идеаль объекттарҙың йәшәү формаһы тип, йә субъекттан, танып белеү процесынан, тәжрибәнән тыш йәшәгән танып белеү объекты тип аңлатҡан идеалистик характерҙағы фәлсәфә йүнәлеше. □ Реализм. / Реалистический (философская доктрина). Фәлсәфә реализмы. Реализмдың номинализм менән көрәше. Реализмдың аргументтары. XX быуат фәл-сәфәһендәге реализм.
РЕАЛИЗОВАТЬ ИТЕҮ (реализовать ит-) ҡ. һөйл. ҡар. реалләштереү. Продукцияны реализовать итеу. Тауарҙы реализовать итеу.
РЕАЛИЙ [рус. < лат. realis ‘матди’] (Р: реалия; И.: realia; T.: gerçeklik, realite) и.
Башҡа телдәрҙә лексик эквиваленты булмаған матди культура әйберҙәре, күренештәр, этномилли үҙенсәлектәр, йолалар, шулай уҡ тарихи факттар һәм процестар. □ Реалия. Реалийҙарҙы квалификациялау. Абсолют реалийҙар. Реалийҙарҙың буленеше.
РЕАЛИСТ [рус.] (Р: реалист; И.: realist; T.: realist, gerçekçi) и.
1. Ысын тормош шарттарын иҫәпкә алып эш иткән кеше. □ Реалист. Тормошта реалист булып ҡалыу. М Реалист Әшрәф йәнә фантазёр Әшрәфкә әйләнә. И. Абдуллин. [Вернер — Сәғиткә:] Мин һиңә, реалист булырға кәрәк, тинем, ә һин тыңламаның. И. Ғиззәтуллин.
2. Әҙәбиәт һәм сәнғәттә: реализм (1) юлында торған кеше. □ Реалист. Реалист рәссам. Реалист яҙыусы. М [Техникумда бер нисә уҡытыусы] уҙҙәрен импрессионистар, реалистар, кубистар, әллә ниндәй пункту-алистар тип йөрөтәләр, һәр береһе уҙенең йунәлешен бәйләргә тырыша. С. Агиш.
3. Реализмды (3) яҡлаған кеше. □ Реалист. Реалист философ. ■ Автор, курәһең, реалист һәм демократыраҡ ҡарашлы кеше булғандыр инде. Б. Бикбай.
4. иҫк. Реаль училище уҡыусыһы. □ Реалист. ■ Реалист егеттәр, «бабки» уйнап туйғас, Михаил Архангел сиркәуе баҡсаһына
китәләр. А. Карнай. Гимназист, реалистар, һатыусы малайҙары Хәким бай йортона ағылалар. А. Таһиров.
РЕАЛИСТИК (Р: реалистический; И.: realistic; T.: gerçekçi) с.
1. Ысын тормош шарттарына нигеҙле.
□ Реалистический. Реалистик фекер. Реалистик ҡараш. Реалистик анализ.
2. Реализм (1) принциптарына нигеҙле; тормошсан. □ Реалистический. Реалистик әҫәр. Реалистик һурәт.
РЕАЛЛЕК (Р: реальность; И.: reality; Т.: gerçek) и.
1. Тормошта булған объектив күренеш; булмыш, ысынбарлыҡ. □ Реальность, объективность. Тормош реаллеге. Тәбиғәт реаллеге. М Кешенең психикаһы, аңы ул — һиҙеу, тойоу, төшөнөу һәм фекерләу аша объектив реаллекте сағылдырырға һәләтле булған иң камил матдә. 3. Биишева. Фәтхелислам ҡарт, .. доға ҡылырға ниәтләнгәндәй, устарын битенә яҡынайта башланы, уның һайын, аңын булмәнән, реаллектән айырып, иҙәндән тушәмгә ҡара япма кутәрелә барҙы. А. Мағазов.
2. Ысын тормош шарттарына нигеҙләнгәнлек; тормошсанлыҡ. □ Реальность. Сәйәсәттең реаллеге. Фекер реаллеге.
РЕАЛЛӘШТЕРЕЛЕҮ (реалләштерел-) ҡ. төш. ҡар. реалләштереү, страд, от реалләштереү. Реалләштерелеу куренеше. Реал-ләштерелеп курһәтелеу.
РЕАЛЛӘШТЕРЕҮ (реалләштер) (Р: реализовать; И.: realize; T.: gerçekleştirmek) ҡ.
1. Нимәнелер тормошҡа ашырыу; ғәмәлләштереү. □ Реализовать (сделать реальным), осуществить. Хыялды реалләштереу. Реалләштереп ҡуйыу.
2. Нимәнелер һатыу, аҡсаға әйләндереү.
□ Реализовать, продавать. Тауарҙыреалләштереу. Баҙарҙа реалләштереу. Һауыт-Һабаны реалләштереу.
РЕАЛЬ (Р: реальный; И.: real; T: gerçek) с.
1. Тормошта булған; ғәмәлдәге, ысын.
□ Реальный, действительный. Реаль йөкләмә. Реаль ҡаҙаныш. Реаль мөмкинлек. ■ Алдан һәм йәшерен рәуештә әҙерләнгән
242